Эстәлеккә күсергә

Тансу Чилләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тансу Пембе Чиллер
Tansu Penbe Çiller
Тансу Пембе Чиллер
Флаг
Флаг
Төркиә Премьер-министры
25 июнь 1993 йыл — 6 март 1996 йыл
Президент: Сөләймән Демирель
Алдан килеүсе: Сөләймән Демирель
Эрдал Инёню (и.о.)
Дауамсы: Месут Йылмаз
Флаг
Флаг
Төркиәнең сит ил эштәре министры
28 июнь 1996 йыл — 30 июнь 1997 йыл
Хөкүмәт башлығы: Месут Йылмаз
Президент: Сөләймән Демирель
Алдан килеүсе: Эмре Гёненсай
Дауамсы: Исмаил Джем
Флаг
Флаг
Төркиә вице-премьеры
28 июнь 1996 йыл — 30 июнь 1997 йыл
Хөкүмәт башлығы: Месут Йылмаз
Президент: Сөләймән Демирель
Алдан килеүсе: Нахит Ментеше
Дауамсы: Бюлент Эджевит һәм Исмет Сезгин
Генеральный председатель
Партии верного пути
13 июнь 1993 йыл — 14 декабрь 2002 йыл
Алдан килеүсе: Сөләймән Демирель
Дауамсы: Мәхмет Агар
 
Тыуған: 24 май 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (78 йәш)
Истанбул, Төркиә[1]
Атаһы: Necati Çiller[d]
Ире: Эзер Учуран Чиллер
Балалары: двое
Партия: Партия верного пути
Белеме: Босфор университеты[d]
Йель университеты[d]
Коннектикутский университет[d]
Роберт-колледж[d]
Mount Ida College[d]
Университет Нью-Гэмпшира[d]
 
Автограф:

Тансу Пенбе Чилләр (төр. Tansu Penbe Çiller, 24 май 1946 йыл) — төрөк иҡтисадсыһы һәм сәйәсмәне. Әлегә Төркиә премьер-министры вазифаһын үтәгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.

Вазифаларға килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роберт Колледждың Ҡыҙҙар иҡтисад мәктәбен тамамлай (Истанбул). Коннектикут университетында доктор дәрәжәһе ала, Йельс университетында постдоктор эҙләнеүҙәрен тамамлай. 1978 йылдан Босфор университетында уҡыта (Истанбул), 1983 йылдан — профессор (шунда уҡ). Шулай уҡ Истанбул банкыһында президент вазифаһын үтәй.

Бер нисә университетта профессор вазифаһында эшләгәндән һуң, 1990 йылдың ноябрендә сәйәсәткә ныҡлы ылығып китә, консерватив Дөрөҫ юл фирҡәһенә (Партии верного пути) инә. 1991 йылда Төркиә парламентына Истанбулдан депутат итеп һайлана, С. Демирелдең коалиция хөкүмәтендә иҡтисад министры вазифаһын биләй.

1993 йылдың 13 июненән — партия лидеры, Дөрөҫ юл фирҡәһе һәм Социал-демократик халыҡ фирҡәһенең коалиция хөкүмәтендә Төркиә премьер-министры була. Коалициянан социал-демократтар сыҡҡандан һуң, 1995 йылдың октябрендә, әҙселек хөкүмәте төҙөп ҡарай, әммә парламенттың яҡлауына өлгәшә алмай. Шунан һуң Социал-демократик халыҡ фирҡәһен «йотҡан» Республика халыҡ фирҡәһе ҡатнашлығында яңы кабинет төҙөүгә ризалаша.

19961997 йылдарҙа Төркиәнең сит ил эштәре министры һәм вице-премьеры вазифаһында эшләй. Күрд сепаратистары һәм Әрмәнстанды азат итеү әрмән йәшерен армияһына ҡаршы көрәшеү маҡсатында «Төпкөл дәүләт» тип аталған антидемократик енәйәтсел төркөмдәр менән эләмтәне көсәйтә. Был уның Сусурлук янъялынан һуң уның ультрамилләтсе бозкуртсы Абдулла Чатлыны маҡтап сығыуынан асыҡ күренә:

Был илебеҙ, был милләтебеҙ, был дәүләтебеҙ хаҡына атҡан, яраланған кешеләрҙе беҙ һәр саҡ ололап иҫкә аласаҡбыҙ[2][3].

1997 йылда хәрби түңкәрелештән һуң яңы кабинет төҙөп өлгөрмәҫтән вице-премьер вазифаһынан бушатыла.

Ул идара иткәндә Төркиә менән Евросоюз (ЕС) араһында таможня килешеүенә ҡул ҡуйыла.

Иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — Төркиә ғәскәрен заманса ҡоралланған армияға әйләндереү. Ул АҠШ-ты Күрд эшселәр фирҡәһен террор ойошма исемлегенә индереүгә күндерә, һуңғараҡ ЕС-ты ла ошондай ҡарар ҡабул иттереүгә өлгәшә.

Коррупцияла ғәйепләнеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чилләр хөкүмәт башлығы булғанда Төрөк парламенты уны коррупция менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләп, етди тикшереүҙәр үткәрә. Чилләр һәм элекке премьер Месут Йылмаз һуңғараҡ процедураларға мәлдәренә һәм иммунитеттары булыға бәйле, эҙәрлекләүҙән ҡотҡарыла. 1998 йылда парламент комиссияһы ғәйепләүҙәр эшен яба[4].

2002 йылдың ноябрендә һайлауҙа еңелгәндән һуң сәйәсәттән китә.

Ире — Эзер Учуран Чилләр (Özer Uçuran Çiller). Ике балаһы бар.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11919256X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Lucy Komisar, Turkey’s terrorists: a CIA legacy lives on, The Progressive, April 1997
  3. 1998 Report 2008 йыл 3 октябрь архивланған. from the Human Rights Foundation of Turkey, chapter II, «SUSURLUK SCANDAL: Counter-guerilla Affairs», p.39-86 (see note p.39)
  4. 1998 Report 2008 йыл 3 октябрь архивланған. from the Human Rights Foundation of Turkey, p.11

Prime Minister Tansu Çiller 2009 йыл 5 ноябрь архивланған.