Эстәлеккә күсергә

Эва Бьорлинг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эва Бьорлинг
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 3 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Экерё[d], Стокгольм[d], Швеция
Һөнәр төрө сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, вирусолог
Эш урыны Каролинский институт[d]
Биләгән вазифаһы министр торговли Швеции[d], министр Швеции по делам сотрудничества северных стран[d], депутат риксдага[d], депутат риксдага[d], депутат риксдага[d][1], депутат риксдага[d], член Комитета риксдага по иностранным делам[d] һәм член Комитета риксдага по иностранным делам[d]
Уҡыу йорто Каролинский институт[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Әүҙемлек урыны Стокгольм
Сәйәси фирҡә ағзаһы Умеренная коалиционная партия[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 3353
 Эва Бьорлинг Викимилектә

Эва Бйорлинг Хелена (ҡыҙ фамилияһы — Клипмарк; швед. Ewa Helena Björling (Klippmark); 3 май 1961 йыл) — швед ғалимы, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре.

1961 йылдың 3 майында Стокгольм ленаһы Экерё коммунаһында тыуған (Стокгольм, Швеция).

1987 йылда «Стоматологик хирургия» һөнәре буйынса Каролин институтын тамамлай.

1988 йылда стоматолог-хирург дипломына эйә була. 1993 йылда диссертация яҡлап, «медицина фәндәре кандидаты» дәрәжәһен ала.

1999 йылдан — Каролин институтының микробиология, шештәр һәм күҙәнәк биологияһы кафедраһы доценты.

2002 йылдан 2014 йылға тиклем — Риксдагта Стокгольм ленаһынан депутат булып тора. Халыҡ-ара эштәр һәм мәғариф буйынса парламент комитеты ағзаһы була. Европа парламенты халыҡ партияһының европа фракцияһында Швецияның Уртасылдар партияһынан вәкиле булып тора.

Унда хәүефһеҙлек сәйәсәте һәм тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

2007 йылдың 12 сентябренән 2014 йылдың 3 октябренә тиклем Фредрик Райнфельдттың коалицион хөкүмәтендә (Швеция) тышҡы сауҙа буйынса министр вазифаһын биләй.

2010 йылдан 2014 йылға тиклем Швеция хөкүмәтендә төньяҡ илдәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса министр булып тора.

2014 йылда сәйәсәттән китә.

ВИЧ/СПИД профилактикалау буйынса швед Милли советын етәкләй.

  1. Riksdagens protokoll 2010/11:1 Måndagen den 4 oktober (швед.) — 2010.