Эдда
Эдда | |
Edda | |
Төп нөхсә теле |
исланд |
---|---|
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1270 |
Эдда (бор..ислан. Edda) Скандинав мифологияһы һәм герман ауыҙ-тел ижадының төп әҫәре. Грек Одалары аналогы булып тора.
Атаманың этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Снорри Стурлусондың «Эдда» китабы ни өсөн шулай аталыу сәбәбе билдәһеҙ.
Был һүҙҙең бер нисә этимологияһы бар.
- «Одди» һүҙенең сығарылмаһы. Снорри тәрбиәләнгән һәм, бәлки, үҙенең китабы өсөн материалдар тапҡан утар атамаһы. Был осраҡта «Эдда» «Одди китабы» тигәнде аңлата.
- óðr һүҙенең сығарылмаһы — ҡайһы берҙә «шиғриәт» мәғәнәһенә эйә. Был осраҡта «Эдда» «шиғриәт» тигәнде аңлата.
- «Эдда» һүҙе бер боронғо исланд йырында осрай һәм, күрәһең, «ҡарт өләсәй» тигәнде аңлата. Был осраҡта Снорри китабы ниңәлер «ҡарт өләсәй» тип аталған.
Был этимологиялар күптән тәҡдим ителгән булған һәм сиратлап яңынан тәҡдим ителә лә, тағы кире ҡағыла[1].
Оло һәм Кесе Эдда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скандинав эпосы бер нисә өлөштән тора. Уға Оло Эдда һәм Кесе Эдда инә.
Епископ Бриньольв Свейнссон 1643 йылда, Стурлусон китабында тасуирланған илаһтар һәм геройҙар тураһында бер нисә йырҙан торған пергамент кодексын таба. Бриньольв, Урта быуаттарҙа халыҡ араһында ҡеүәтле күрәҙәсе булып танылған Сэмунд Мудрыйҙың әҫәрен таптым, тигән фекергә килә. Сэмандты универсаль аҡыл эйәһе тип атағандар, һәм Стурлусон үҙенең «Эдда»һында Сэмундтың әҫәренә нигеҙләнгән һымаҡ тойола. Бриньольв үҙе тапҡан кодекс исемлендә былай тип яҙған: «„Edda“ Saemundi multiscii», йәғни «Сэмунд Мудрыйҙың „Эдда“һы».
Ошо мәлдән алып «Эдда» һүҙе яңы мәғәнәгә эйә булған. Тиҙҙән ул матбуғатта ҡулланылған. Һуңынан Бриньольв тапҡан яҙмаларҙың «Эдда» атамаһына ла, Сэмундҡа ла бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауы асыҡлана, әммә атама уларға беркетелгән көйө ҡалған. Улар «Сэмунд Эддаһы», «Йыр Эддаһы» йәки «Оло Эдда» тип атала башлаған. Ә Снорри Стурлусондың китабы «Эдда Снорри» йәки «Кесе Эдда» тип атала[2].
Астрономияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1908 йылда асылған Эдда (673) астероиды Эдда хөрмәтенә аталған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ М. И. Стеблин-Каменский. Старшая Эдда, 1963.
- ↑ Эдда // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев М. П., «История зарубежной литературы»,
- Грушке Н. Ф. Эдда // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.),
- Стеблин-Каменский М. И., «Скандинавский эпос».
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тексты Эдд, саги . Дата обращения: 4 апрель 2009. Архивировано из оригинала 13 февраль 2009 года.
- Сайт, посвящённый скандинавской мифологии