Эстәлеккә күсергә

Эктел Василий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эктел Василий Петрович
Тыуған көнө

26 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]

Вафат булған көнө

17 август 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (55 йәш)

Эктел Василий Петрович; Василий Эктел (төп исеме Сидоров Василий Петрович; 26 февраль 1950 йыл17 август 2005 йыл) — яҙыусы, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999), «Тăван Атăл» журналы премияһы лауреаты.

Василий Петрович Сидоров 1950 йылдың 26 февралендә Сыуаш АССР-ының Ялсык районы Лашсы Таяба ауылында тыуған.

1972 йылда Сыуаш дәүләт педагогия университетын, 1982 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1972 йылдан 1974 йылға тиклем Үзбәк ССР-ының Наманган ҡалаһында мәктәп-интернатта уҡыта.

1974 йылдан алып 1976 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә, 1975 йылда Ялсык районы архитекторы булып ҡайта, 1980 йылдан алып 1985 йылға тиклем Сыуаш телестудияһы корреспонденты булып эшләй, 1988-1990 йылдарҙа «Ялав» һәм «Пике» журналдарында сәнғәт мөхәррире була. 1990 йылдан алып 2005 йылға тиклем «Калем» сыуаш яҙыусылары фондын һәм нәшриәтен етәкләй.

2005 йылдың 17 авгусында ауырыуҙан Сыуашстандың баш ҡалаһы Чебоксарҙа вафат була.

Василий Петрович күп талантлы әҙип, үҙен күп жанрҙарҙа күрһәтә: ялҡынлы публицист, әҙәбиәт һәм сәнғәт белгесе, прозаик һәм шағир.

  • «Тĕлĕнтермĕшсем» (1982);
  • «Иртнĕ кун çути» (1984);
  • «Çĕре тăнлатăп» (1990)
  • «Чи хитри» Самый красивый (1991);
  • «Шавкăн» (1994);
  • «Лили» (1996);
  • «Юлашки хĕрлĕ çулçă ташши» (1998);
  • «Сăвăр çырми» (1999);
  • «Пархатар» (2000);
  • «Тăван шкултан инçе çула» (2000);
  • «Пĕчĕк тĕнче те аслă» (2002);
  • «Грачиный город» (Курак хули, вырăсла, 2000).
  • Эктел, В. Василий Эктел, çыравçă: «Юрату пĕтсен тĕнче пĕтет...» / В. Эктел ; В. Романов сăн ӳкерчӗкӗ // Тантăш. – 1997. – 11 раштав (№ 50). – С. 15.
  • Афанасьев, П. Эктель (Сидоров) Василий Петрович // Афанасьев, П. Писатели Чувашии / П. Афанасьев. – Чебоксары, 2006. – С. 515-516.
  • Гаврилова, Н. Чӑваш юратӑвӗн ӳнерҫи : [Василий Эктелӗн «Лили» кӗнеки пирки] / Н. Гаврилова // Тантӑш. – 2012. – 9 нарӑс (№ 5). – С. 9.
  • Лаштай, П. Нумай енпе аталаннă ĕçчен / П. Лаштай // Тăван Атал. – 2010. – № 2. – Прил.: с. 38-42. – (Сунтал).
  • Мустаев, Н. Анлӑ сукмак : [Василий Петрович Сидоров (Эктель) 60 ҫул тултарнӑ тӗле] / Н. Мустаев // Елчӗк ен. – 2010. – 27 нарӑс. – С. 4.
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2