Эстәлеккә күсергә

Элиникон баш ҡала паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элиникон баш ҡала паркы
Заказчик Lamda Development[d]
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Элиникон — Арьируполис[d]
Урын Элиникон[d]
Стоимость 8 000 000 000 €
Етештереүсе Foster and Partners[d]
Майҙан 6 200 000 квадрат метр
Рәсми сайт theellinikon.com.gr
Ландшафтный архитектор doxiadis+[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 8120 ± 9[1]
Карта
 Элиникон баш ҡала паркы Викимилектә

Элиникон баш ҡала паркы (греч.Парк Hellenikon Metropolitan Park) — Грецияның баш ҡалаһы Афиналағы парк. Парк афиналылыларға экологик ярҙам күрһәтәсәк.[2] When finished the park will be the largest in Europe.[2] Төҙөлөш тамамланғас был парк Европала иң ҙур парк буласаҡ.[2]

Парк элекке Элиникон аэропорты биләмәһендә төҙөлә,[3] һәм яҡынса 200 гектар ерҙе биләйәсәк. Төҙөлөш 2008 йылда башлана һәм 2013 йылда тамамларға планлаштырылған, тик финанс көрсөгө сәбәпле билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатылған, хөкөмәт был территорияны башҡа маҡсатта файҙаланыу варианттарын ҡарай, мәҫәлән катар инвесторҙарына бирергә[4]

Парк элекке Элиникон аэродромы урынында төҙөлә.

2013 йылда Элткон проекты ситәрендә парктың дизайны тәҡдим ителә. Команда составына Foster & Partners, Charles Anderson Landscape Architecture, ARUP кеүек компаниялар һәм Грецияның дизайн буйынса консультанттары инә. Проект грек хөкүмәтенә 2018 йылда йәнә бер тапғыр тәҡдим ителә. 2005 йылда Давида Сереро, Елены Фернандес һәм ландшафт архитекторы Филипп Куанье етәкселегендә команда Элинкон аэропорты урынына баш ҡала паркы проектлау буйынса халыҡ-ара конкурста еңеп сыға. Конкурста 300-ҙән ашык архитекторҙар командаһы ҡатнаша.

Халаө-ара архитекторҙар союзы, Грецияның Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы Афинаның тирә-яҡ мөхитте һалауҙы пландаштырыу ойошмаһы конкурстың спонсоры булп ҡатнаша. Проект 2006 һәм 2007 йылда планлаштырыусы ойошмалар менән берлектә яңынан эшләнә.

Сереро командаһы 530 гектор элекке Элиникон аэропорты биләмәһен төҙөкләндереү стратегияһын эшләй. Европала буласаҡ иң ҙур парк концепцияһы өсөн һыуҙың тәбиғи алымын файҙалана. Парк файһаланған һыуҙың 80% тәбиғи юл менән йыйыла. Паркта "Softscapes" тип аталған ете уйһыулыҡ проектланған. "Softscapes" ямғыр һыуын йыя торған һүғарыу каналдарынан тора. Был каналдар тәбиғи рельеф менән берләшә һәм парк эшмәкәрлеге өсөн тау битләүе һәм таррасалар барлыҡҡа килтерә. Имиттос тауындағы кеүек бер нисә тау трассаһы буласаҡ.

Парк майҙаны 400 гектар тәшкил итә, тағы ла 100 гектар торлаҡ һәм офис объекттары өсөн биреләсәк[2]. Төҙөлөш тамамланғас, парк Лондондың Гейт-Паркнын һә Нью-Йорктың Үҙәк паркынан да ҙурыраҡ буласаҡ.

Элиниконда төҙөлөш 2020 йылда башланасаҡ һәм парк менән бергә бай йорттар, отелдар, яхта пристандары, магазин һәм офистар төҙөләсәк.[5][6]

  1. Интерфейс программирования приложения YouTube
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 High Hopes for park at Hellenikon, Kathimerini, www.ekathimerini.com (3 август 2007). 3 август 2007 тикшерелгән.
  3. The Hellenic Ministry of the Environment, Physical Planning and Public Works – Hellenikon Metropolitan Park 2005 йыл 24 ноябрь архивланған.
  4. Various plans for Hellenikon  (грек), To Vima, www.tovima.gr (24 сентябрь 2010). 29 март 2011 тикшерелгән.
  5. Construction at Elliniko Likely to Begin in Early 2020 Says Lamda Development (ингл.). Greece Is (17 октябрь 2019). Дата обращения: 10 ғинуар 2020.
  6. The Hellinikon Project (билдәһеҙ). The Hellinikon. Дата обращения: 10 ғинуар 2020. 2019 йыл 27 сентябрь архивланған.

Тышҡы һалтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]