Эстәлеккә күсергә

Эллипс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эллипсис менән бутамаҫҡа.

Эллипс, уның фокустары һәм төп күсәрҙәре
Эллипс конус киҫелеше булараҡ, уның Данделен шарҙары ярҙамында геометрик юл менән табылған фокустары һәм директрисалары.

Э́ллипс (бор. грек. ἔλλειψις «опущение; нехватка һүҙҙәренән, <эксцентриситеты 1>-гә етмәгән») — яҫылыҡ һәм түңәрәк цилиндрҙың киҫелеше булған йәки әйләнәнең яҫылыҡҡа ортогональ проекцияһы булараҡ төҙөп булған яҫылыҡтағы йомоҡ кәкре һыҙыҡ.

Әйләнә эллипстың айырым осрағы булып тора. Гипербола һәм парабола менән бер рәттән, эллипс конус киҫелеше һәм квадрика булып тора.

ЭллипсЕвклид яҫылығының, ике бирелгән һәм (фокустар тип аталған) нөктәләренән алыҫлыҡтарының суммаһы даими һәм фокустар араһындағы алыҫлыҡтан ҙурыраҡ булған нөктәләрҙең геометрик урыны M, йәғни

шуның менән бергә

Бәйле билдәләмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Эллипстың фокустары аша үткән, остары эллипста ятҡан AB киҫеге бирелгән эллипстың ҙур күсәре тип атала. Ҙур күсәрҙең оҙонлоғо 2a-ға тигеҙ.
  • Эллипстың ҙур күсәренә перпендикуляр булған һәм ҙур күсәрҙең үҙәк нөктәһе аша үткән, остары эллипста ятҡан CD киҫеге эллипстың бәләкәй күсәре тип атала.
  • Эллипстың ҙур һәм бәләкәй күсәрҙәренең киҫешеү нөктәһе уның үҙәге тип атала.
  • Эллипстың үҙәгенән ҙур һәм бәләкәй күсәрҙәренең түбәләренә үткәрелгән киҫектәр ярашлы рәүештә эллипстың ҙур ярымкүсәре һәм бәләкәй ярымкүсәре тип аталалар, һәм a һәм b тип тамғаланалар.
  • Һәр фокустан эллипстағы бирелгән нөктәгә тиклемге һәм алыҫлыҡтары был нөктәләге фокаль радиустар тип аталалар.
  • алыҫлығы фокаль алыҫлыҡ тип атала.
  • дәүмәле эксцентриситет тип атала .
  • Эллипстың диаметры тип уның үҙәге аша үтеүсе ирекле хорданы атайҙар. Эллипстың бәйле диаметрҙары тип уның, беренсе диаметрға параллель хордаларҙың урталары икенсе диаметрҙа ятҡан диаметрҙар парын атайҙар. Был осраҡта икенсе диаметрға параллель хордаларҙың урталары беренсе диаметрҙа ята.
  • Эллипстың бирелгән нөктәләге радиусы тип эллипстың үҙәген был нөктә менән тоташтырыусы киҫек, шулай уҡ уның оҙонлоғо атала. Ул артабанғы формула буйынса иҫәпләнә , бында — радиус һәм ҙур ярымкүсәр араһындағы мөйөш.
  • Фокаль параметр тип фокус аша үтеүсе һәм эллипстың ҙур күсәренә перпендикуляр булған хорда оҙонлоғоноң яртыһы атала.
  • Бәләкәй һәм ҙур ярымкүсәрҙәр оҙонлоҡтарының сағыштырмаһы эллипстың ҡыҫылыу коэффициенты йәки эллипслылыҡ тип атала: тигеҙ булған дәүмәл эллипсты ҡыҫыу тип атала. Әйләнә өсөн ҡыҫылыу коэффициенты берәмеккә тигеҙ, ҡыҫыу — нулгә. Эллипстың ҡыҫылыу коэффициенты һәм эксцентриситеты соотношением нисбәте менән бәйләнгән.
  • Һәр фокус өсөн директриса тип аталған шундай тура һыҙыҡ бар, такая, что отношение расстояния от произвольной точки эллипстың теләһә ниндәй нөктәһенән уның фокусына тиклемге алыҫлыҡтың был нөктәнән бирелгән тура һыҙыҡҡа тиклемге алыҫлыҡҡа сағыштырмаһы эллипстың эксцентриситетына тигеҙ. Бөтә эллипс был тура һыҙыҡтан фокус ятҡан яҡта ята. Эллипстың директрисаһы тигеҙләмәһе ярашлы рәүештә фокустары өсөн каноник күренештә ошолай яҙыла . Фокус һәм директриса араһындағы алыҫлыҡ тигеҙ.

Эллипстың элементтары араһында нисбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эллипстың өлөштәре («Бәйле билдәләмәләр» бүлегендәге тасуирламаны ҡарағыҙ)
  • — ҙур ярымкүсәр;
  • — бәләкәй ярымкүсәр;
  • — фокаль алыҫлыҡ (фокустар араһындағы ярымалыҫлыҡ);
  • — фокаль параметр;
  • — перифокус алыҫлығы (фокустан эллипстағы нөктәгә тиклемге иң бәләкәй алыҫлыҡ);
  • — апофокус алыҫлығы (фокустан эллипстағы нөктәгә тиклемге иң ҙур алыҫлыҡ);

.













— ҙур ярымкүсәр
— бәләкәй ярымкүсәр
— фокаль алыҫлыҡ
— фокаль параметр
— перифокус алыҫлығы
— апофокус алыҫлығы

Координаталарҙа күрһәтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эллипс икенсе тәртиптәге кәкре һыҙыҡ булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эллипс үҙәк икенсе тәртиптәге кәкре һыҙыҡ булып тора һәм түбәндәге күренештәге дөйөм тигеҙләмәне ҡәнәғәтләндерә

һәм инварианттарында, бында:

Икенсе тәртиптәге кәкре һыҙыҡ инварианттары һәм эллипстың ярымкүсәрҙәре араһындағы нисбәт (эллипстың үҙәге координаталар башы менән тап килгән һәм булған осраҡта ғына дөрөҫ):

Каноник тигеҙләмә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теләһә ниндәй эллипс өсөн шундай Декарт координаталар системаһын табып була, унда эллипс түбәндәге тигеҙләмә менән бирелә:

Был тигеҙләмә эллипстың канониик тигеҙләмәһе тип атала. Ул үҙәге координаталар башында, күсәрҙәре координаталар күсәрҙәре менән тап килгән эллипстың тигеҙләмәһе. [1]

Параметрлы формала тигеҙләмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эллипсты параметрлауҙы геометрик иллюстрациялау (анимация).

Эллипстың каноник тигеҙләмәһе параметрланырға мөмкин:

бында — параметр.

Тик әйләнә осрағында ғына (йәғни булғанда) параметры абсциссалар күсәренең ыңғай йүнәлеше һәм бирелгән нөктәнең радиус-векторы араһындағы мөйөш була.

Поляр координаталарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр эллипстың фокусын полюс, ә ҙур күсәрҙе — поляр күсәр итһәң, ул саҡта уның поляр координаталарҙа тигеҙләмәһе ошондай күренештә була

бында eэксцентриситет, ә p — фокаль параметр. Минус тамғаһы поляр координаталар полюсының һул фокуста, ә плюс тамғаһы — уң фокуста урынлашҡан осраҡҡа ярашлы.

Әгәр эллипстың үҙәген полюс, ә ҙур күсәрҙе — поляр күсәр итһәк, ул саҡта уның тигеҙләмәһе поляр координаталарҙа ошондай күренештә булыр

Эллипстың дуғаһының оҙонлоғо (s) уның (θ) параметрына бәйле

Эллипс дуғаһы оҙонлоғо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҫы һыҙыҡтың дуғаһы оҙонлоғо түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:

Эллипстың параметрлы бирелеше менән файҙаланып түбәндәге аңлатманы табабыҙ:

алмаштырып ҡуйыуынан һуң дуға оҙонлоғо өсөн аңлатма һуңғы күренеште ала:

Килеп сыҡҡан интеграл эллиптик интегралдар ғаиләһенә ҡарай, уларҙы элементар функциялар аша күрһәтеп булмай, һәм икенсе төрҙәге эллиптик интегралға ҡайтып ҡала . Айырым алғанда, эллипстың периметры тигеҙ:

,

бында 2-се төрҙәге тулы эллиптик интеграл.

Периметр өсөн яҡынса формулалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эллипстың эксцентриситеты ~0,988 булғанда был формуланың иң ҙур хатаһы ~0,63 % (күсәрҙәр нисбәте ~1/6,5). Хата һәр саҡ ыңғай.

Түбәндәге формула эксцентриситеттарҙың киң диапазонында яҡынса ике тапҡыр бәләкәй хата бирә:

, где

Эллипстың эксцентриситеты ~0,980 булғанда был формуланың иң ҙур хатаһы ~0,36 % (күсәрҙәр нисбәте ~1/5). Хата шулай уҡ һәр саҡ ыңғай.

Рамануджан формулаһы булғанда һиҙелерлек яҡшыраҡ теүәллек бирә:

Эллипстың эксцентриситеты ~0,980 (күсәрҙәр нисбәте ~1/5) булғанда хата ~0,02 % тәшкил итә. Хата һәр саҡ тиҫкәре.

Рамануджандың икенсе формулаһы тағы ла теүәлерәк:

Периметр өсөн теүәл формулалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джеймс Айвори[2] һәм Фридрих Бессель[3] бер-береһенә бәйһеҙ рәүештә эллипстың периметры өсөн формула табалар:

Альтернатив формула

бында — 1 һәм -тың арифметик-геометрик уртаһы, ә — 1 һәм -тың модификацияланған арифметик-геометрик уртаһы, ул С. Ф. Адлай тарафынан 2012 йылдағы мәҡәләлә индерелә.[4]

Эллипстың һәм уның сегментының майҙаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эллипстың майҙаны түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә

Һулға ҡабарынҡы дуға һәм һәм нөктәләре аша үткән хорда араһындағы сегменттың майҙаны

[сығанаҡ 4514  көн күрһәтелмәгән]

Әгәр эллипс тигеҙләмәһе менән бирелһә, ул саҡта майҙанды түбәндәге формула буйынса табырға була

.
Эллипсограф в действии
Эллипсты энә, еп һәм ҡәләм ярҙамында төҙөү.

Основная статья — статья «Построение эллипса» в Викиучебнике.

Эллипсты төҙөү өсөн инструменттар булып торалар:

  • эллипсограф;
  • эллипстың фокустарына ҡаҙалған һәм 2a оҙонлоғондағы еп менән бәйләнгән ике энә, уны ҡәләм менән тартып ҡуялар.

Циркуль йәки циркуль һәм линейка ярҙамында эллипста ятҡан теләһә ниндәй һанда нөктәләр төҙөргә мөмкин, ләкин бөтә эллипсты тулыһынса түгел.

Өсмөйөш менән бәйле эллипстар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа үҙсәнлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Оптик
    • Фокустарҙың береһендә урынлашҡан сығанаҡтан таралған яҡтылыҡ эллипстан, сағылған нурҙар икенсе фокуста киҫешерлек итеп сағыла.
    • Теләһә ҡайһы фокустан ситтә урынлашҡан сығанаҡтан таралған яҡтылыҡ эллипстан, сағылған нурҙар бер фокуста ла киҫешмәҫлек итеп сағыла.
  • Әгәр һәм — эллипстың фокустары булһа, ул саҡта эллипста ятҡан теләһә ниндәй X нөктәһе өсөн, был нөктәләге тейеүсе һәм тура һыҙығы араһындағы мөйөш был тура һыҙыҡ менән тура һыҙығы араһындағы мөйөшкә тигеҙ.
  • Эллипсты киҫеүсе ике параллель тура һыҙыҡ менән киҫеп алынған киҫектәрҙең урталары аша үткән тура һыҙыҡ һәр саҡ эллипстың үҙәге аша үтә. Был циркуль һәм линейка ярҙамында төҙөп эллипстың үҙәген еңел генә табырға мөмкинлек бирә, ә артабан күсәрен, түбәһен һәм фокустарын.
  • Эллипстың вертикаль күсәре буйлап һуҙылған астроидаһы эволютаһы була.
  • Эллипстың күсәрҙәре менән киҫешеү нөктәләре уның түбәләре була.
  • Эллипстың Эксцентриситеты, йәғни сағыштырмаһы эллипстың һуҙынҡылығын характерлай. Эксцентриситет нулгә яҡыныраҡ булған һайын, эллипс күберәк әйләнәне хәтерләтә һәм киреһенсә, эксцентриситет берәмеккә ни тиклем яҡын булһа, ул шул тиклем нығыраҡ һуҙынҡы.
    • Әгәр эллипстың эксцентриситеты нулгә тигеҙ булһа (шул уҡ, фокаль алыҫлыҡ нулгә тигеҙ кеүек: ), ул саҡта эллипс әйләнәгә әүерелә.
  • Экстремаль үҙсәнлектәре[5]
    • Әгәр — ҡабарынҡы фигура һәм -ҡа ҡамалған иң ҙур майҙанлы -мөйөш булһа, ул саҡта
бында фигураһының майҙанын аңлата.
  • Улай ғына түгел, тигеҙлек үтәлә шул саҡта һәм тик шул саҡта ғына, әгәр эллипс менән сикләнһә.
  • Бирелгән майҙанды сикләүсе бөтә ҡабарынҡы йомоҡ кәкре һыҙыҡтар араһында эллипс иң ҙур аффина оҙонлоғона эйә.
  • Әгәр ирекле эллипс ABC өсмөйөшөнә ҡамалған һәм P һәм Q фокустары булһа, ул саҡта уның өсөн түбәндәге нисбәт дөрөҫ [6]
  • Әгәр баҫҡысты (тура һыҙыҡтың сикһеҙ нәҙек киҫеге) горизонталь иҙәндә вертикаль стенаға һөйәһәң, һәм баҫҡыстың бер осо стена буйлап шыуһа (һәр ваҡыт уға тейеп), ә икенсе осо иҙән буйлап шыуһа (һәр ваҡыт уға тейеп), ул саҡта баҫҡыстың теләһә ниндәй билдәләнгән нөктәһе (уның осонда түгел) ниндәйҙер эллипс дуғаһы буйлап хәрәкәт итәсәк. Был үҙсәнлек, нөктәне баҫҡыс-киҫек эсендә түгел, ә уның уйланылған дауамында алғанда дөрөҫ була. Был үҙсәнлек юғарыла тасуирланған[⇨] эллипсографта ҡулланыла.
  • Эллипста ятҡан нөктәһе аша үткән тейеүсенең тигеҙләмәһе:
  1. Если же в правой части стоит единица со знаком минус, то получившееся уравнение:
    описывает мнимый эллипс, он не имеет точек на вещественной плоскости.
  2. Ivory, J. (1798). «A new series for the rectification of the ellipsis». Transactions of the Royal Society of Edinburgh 4: 177–190. DOI:10.1017/s0080456800030817.
  3. Bessel, F. W. (2010). «The calculation of longitude and latitude from geodesic measurements (1825)». Astron. Nachr. 331: 852–861. DOI:10.1002/asna.201011352. Englisch translation of (1825) «Über die Berechnung der geographischen Längen und Breiten aus geodätischen Vermesssungen». Astron. Nachr. 4: 241–254. DOI:10.1002/asna.18260041601. Bibcode1825AN......4..241B.
  4. Adlaj, Semjon (September 2012), "«An eloquent formula for the perimeter of an ellipse»", Notices of the AMS Т. 76 (8): 1094–1099, ISSN 1088-9477, doi:10.1090/noti879, <http://www.ams.org/notices/201208/rtx120801094p.pdf> 
  5. Фейеш Тот Расположения на плоскости, на сфере и в пространстве//М., Физматгиз, 1958. 364 с.; глава II, § 4,6
  6. Allaire, Patricia R.; Zhou, Junmin; and Yao, Haishen, «Proving a nineteenth century ellipse identity», Mathematical Gazette 96, March 2012, 161—165.

Ҡалып:Кривые Ҡалып:Конические сечения