Эстәлеккә күсергә

Эмна Мизуни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эмна Мизуни
ғәр. آمنة الميزوني
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Тунис
Тыуған көнө 1987
Тыуған урыны Тунис, Тунис
Хәләл ефете Alex Johnson[d]
Һөнәр төрө викимедиасы, communications officer, NGO director, википедист
Биләгән вазифаһы board of directors member[d][1]
Уҡыу йорто Business School of Tunis[d]
Ойошма ағзаһы Комитет по присоединению Викимедиа[d], Всемирный экономический форум[d][2], International Visitor Leadership Program[d][3] һәм Aspen Ideas Festival[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт emnamizouni.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 11 863
 Эмна Мизуни Викимилектә

Эмна Мизуни (ғәр. آمنة الميزوني‎) — Тунистың онлайн-активисы, ирекле журналист, коммуникациялар һәм бизнес буйынса эксперт. Туниста RightConды уңышлы әҙерләүҙә ярҙам иткәндән һуң, 2019 йылдың июлендә уны глобаль Access Now директорҙар советы функцияһын башҡарыусы, нейтралитет селтәрендә кеше хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара коммерция булмаған төркөм[4][5] етәксеһе итеп һайлайҙар. 2013 йылдың мартында Мизуни сит илдәр менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәлеп итеү өсөн Тунистың мәҙәни мираҫын өйрәнеүсе Сartagina (Карфагина) ойошмаһын төҙөй[6][7]. 2019 йылдың авгусында Стокгольмда үткән Викимедиа конференцияһында Эмна Мизуни 2019 йыл википедисы тип иғлан ителде. Был исемгә улТунистың бай мәҙәниәтен һәм тарихын танытыуҙа арымый-талмай эшләүе, ғәрәп һәм африкалылар йәмғиәттәрен илһамландырыусы ғәмәлдәре, халыҡ-ара Викимедиа хәрәкәтенең үҫешенә файҙалы булған өлгөһө өсөн лайыҡ була[8].

Эмна Мизуни Тунис ҡалаһында тыуып үҫә, 2006 йылда Ле Бардо ҡалаһы районында Хазнадар лицейын тамамлай, ә һуңынан Туниста сауҙа оҫталығына өйрәнә (ESCT), тәүҙә унда менеджмент тамамлай (2009), һуңынан маркетинг, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм коммуникациялар буйынса магистр дәрәжәһен ала (2011). Уҡыуын тамамлағандан һуң маркетингта һәм рейдтарҙы яҡтыртыусы журналист булып эшләй. 2012 йылдың июнендә Британия Советына Маркетинг һәм коммуникациялар буйынса вазифаға тәғәйенләнә[9][10].

Ғәрәп яҙынан һуң Мизуни халыҡта үҙ иленең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белемдең, үкенескә күрә, етерлек түгеллеген аңлай һәм Тунистың мәҙәни мираҫын популярлаштырыу өсөн Карфагин (Тунистың боронғо атамаһы — Карфаген) ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе була[5].

Һайланма әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2018: Mizouni, Emma: d ' un de la de nouveau Evaluation stratégie communication media, universitaires Editions européennes, ISBN 978-3-639-50786-7[11]

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. https://www.accessnow.org/tunisian-activist-emna-mizouni-joins-access-now-board/
  2. https://www.globalshapers.org/hubs/tunis-hub
  3. https://fr.weforum.org/people/emna-mizouni
  4. Emna Mizouni. RightsCon 2019 (июнь 2019). Дата обращения: 26 август 2019. 2019 йыл 26 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 Tunisian activist Emna Mizouni joins Access Now board. Access Now. Дата обращения: 26 август 2019.
  6. Des cartes postales pour partager l’amour de la Tunisie à travers le monde (билдәһеҙ). Tunis Webdo. Дата обращения: 20 февраль 2015.
  7. I nuovi sogni della medina di Tunisi (билдәһеҙ). eastwest.eu. Дата обращения: 2 апрель 2018.
  8. Meet Emna Mizouni, the newly minted 2019 Wikimedian of the Year. Wikimedia Foundation (18 август 2019). Дата обращения: 26 август 2019.
  9. Emna Mizouni: Marketing, Communication, Relations publiques, Community Managemen (билдәһеҙ). doyoubuzz.com. Дата обращения: 27 август 2019. 2019 йыл 27 август архивланған.
  10. Tunisia: British Council Launches Projects, Urges Youth to Take Part in Sociopolitical Debates. allAfinca. Дата обращения: 27 август 2019.
  11. Evaluation de la stratégie de communication d'un nouveau media (билдәһеҙ). MoreBooks. Дата обращения: 27 август 2019.