Эстәлеккә күсергә

Мулдашев Эрнст Рифғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эрнст Мулдашев битенән йүнәлтелде)
Мулдашев Эрнст Рифғәт улы
башҡ. Мулдашев Эрнст Рифғәт улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

БАССР-ҙың Белорет районы Түбәнге Сермән (хәҙер Сермән) ауылы

Ғилми даирәһе

офтальмология

Эшләгән урыны

«Аллоплант - Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге», Өфө

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина институты (1972)

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1995)

Награда һәм премиялары
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) Салауат Юлаев ордены

Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы; СССР-ҙың спорт мастеры

Мулдашев Эрнст Рифғәт улы (1 ғинуар 1948 йыл) — ғалим-офтальмолог, «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР—ҙың спортлы туризм буйынса спорт мастеры (1978), СССР—ҙың уйлап табыусыһы (1974).юғары категориялы хирург, Луисвиль университетының (АҠШ) почетлы консультанты, Америка офтальмология академияһының ағзаһы, Мексиканың дипломлы офтальмологы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы ағзаһы[1].

Эрнст Рифғәт улы Мулдашев 1948 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районында Түбәнге Сермән ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт медицина институтыны тамамлағандан һуң (1972) Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй: 1976 йылда алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1980 йылда — бүлексә мөдире; 1982 йылда — Өфөнөң 10—сы дауаханаһында (1988 йылда алып лаборатория мөдире); 1990 йылда алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең генераль директоры, бер үк ваҡытта 1997 йылда башлап Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү ин—тында күҙ һәм пластик хирургияһы кафедра мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге туҡымалар трансплантацияһының теоретик һәм ғәмәли аспекттарына, төрлө ауырыуҙарҙы хирургик дауалау өсөн биоматериалдар, трансплантация технологияларын эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә арналған. Регенератив хирургияла аллоплант ҡулланылған яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Мәскәү етәкселек аллоплант биоматериалының 100—ҙән ашыу төрө һәм уларҙы ҡулланып 130—ҙан ашыу операция эшләнә, улар Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ҡулланыла. 300—ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 76 уйлап табыу авторы. РСФСР Юғары Советының 12—се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы (2007), Салауат Юлаев (2000) орден менән бүләкләнгән.

  • Стафиломы склеры. Уфа, 2000 (авторҙ.);
  • Социальные и медико—биологические аспекты трансплантации тканей. Уфа, 2007 (авторҙ.);
  • Правильно ли мы оперируем глаукому? К вопросу о патогенезе и лечении глаукомы. М., 2013 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]