Эске эштәр министрлығының Воронеж институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эске эштәр министрлығының Воронеж институты
(Воронежский институт МВД России)
Символика ВИ МВД.jpg
Элекке исеме

СССР Эске эштәр министрлығының Воронеж махсус урта мәктәбе

Девиз

Служим России — служим закону

Асылған йылы

5 апрель 1978 йыл

Тип

Юғары хәрби уҡыу йорто

Докторҙар

17[1]

Урынлашыуы

Рәсәй Рәсәй, Воронеж Воронеж

Юридик адресы

394065, г. Воронеж, пр-т Патриотов, 53

Сайт

https://ви.мвд.рф

Эске эштәр министрлығының Воронеж институты (рус. Воронежский институт МВД России) — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы органдары өсөн офицер кадрҙарын әҙерләүсе юғары хәрби уҡый йорто. 1978 йылдың 5 апрелендә нигеҙләнгән. Рәсәй Федерацияһында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә кадрҙар әҙерләүсе берҙән бер вуз.[1]

Йыл һайын байрам итә торған көн — 5 апрель.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эске эштәр министрлығының Воронеж институты

1978 йылдың 5 апрелендә СССР Министрҙар Советының 651-р номерлы ҡарары нигеҙендән Воронеж ҡалаһында СССР Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ системаһында урта техник белемле хеҙмәткәрҙәр әҙерләү өсөн Воронеж СССР Эске эштәр министрлығы махсус урта урта мәктәбе асылды.[2] 1979 йылдың 1 октябрендә, мәктәптең уҡыу-уҡытыу һәм административ бинаһын төҙөп бөткәндән һуң, уҡырға 190 курсант алына. Мәктәптең беренсе начальнигы итеп полковник П. В. Вернигоров билдәләнә.[3].

Мәктәптең уҡытыу структураһына ете уҡыу циклы ингән: хәрби, махсус, дөйөм техник һәм юридик дисциплиналар, махсус техника, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте, физик әҙерлек, йәмғиәт фәндәре һәм махсус техника, шулай уҡ квалификация күтәреү курстары булдырылған. 1979 йылдан мәктәптең өс курсында биш йөҙҙән артыҡ курсант белем алған. 1982 йылдың 31 июлендә Воронеж СССР Эске эштәр министрлығы махсус урта урта мәктәбе беренсе сығарылышы була һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенә беренсе тыңлаусылар ҡабул ителә. 1983 йылда Воронеж СССР Эске эштәр министрлығы махсус урта урта мәктәбенә шәхси штандарт тапшырылды.[3]

1992 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 489-сы номерлы ҡарары нигеҙендә СССР Эске эштәр министрлығы милицияһыныңнең Воронеж махсус урта мәктәбенең исеме Россия Эске эштәр министрлығының Воронеж юғары мәктәбенә тип үҙгәртелде.[2]

1999 йылдың 25 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 153-р номерлы ҡарары нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Воронеж юғары мәктәбе базаһында Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Воронеж институты төҙөлә. Институттың структураһына биш факультет һәм төрлө дисциплиналар буйынса егерме кафедра инә.[4] 2002 йылда институтта 117 фән кандидаты һәм 17 фән докторы эшләй. Рәсәйҙә ведомствонан тыш һаҡ белгестәре, бәлиғ булмаган балалар араһында енәйәтселекте профилактикалау һәм юғары технологиялар өлкәһендәге енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлексәләре ("Р" идарәһы) әҙерләү буйынса берҙән бер уҡыу йорто тип һанала.[1]

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юридик факультет
  • Профессионал әҙерлек факультеты
  • Радиотехника факультеты
  • Квалификация күтреү һәм ҡбаттан әҙерләү факультеты
  • Ситтән тороп уҡыу факультеты

Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 МВД России : Энциклопедия / Гл. ред. В. Ф. Некрасов. - М. : Объед. ред. МВД России : ОЛМА-Пресс, 2002 г. — С.92 — 623 с. — ISBN 5-224-03722-0
  2. 2,0 2,1 Отчёт о деятельности ВИ МВД РФ за 2014 год. 3 декабрь 2020 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Воронежский институт МВД: история. 3 декабрь 2020 тикшерелгән.
  4. Воронежский институт МВД: оф.сайт. 3 декабрь 2020 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • МВД России : Энциклопедия / Гл. ред. В. Ф. Некрасов. - М. : Объед. ред. МВД России : ОЛМА-Пресс, 2002 г. — 623 с. — ISBN 5-224-03722-0
  • Воронежский институт МВД России: исторический формуляр / А. И. Назаров и др.; под общ. ред. А. В. Симоненко. - Воронеж : ООО "Евростиль", 2011 г. — 317 с. — ISBN 978-5-9902333-5-5