Эстәлеккә күсергә

Эстония полицияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстония полицияһы
эст. Eesti politsei
Нигеҙләү датаһы 25 декабрь 1918
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Баш компания (ойошма, предприятие) Министерство внутренних дел Эстонии[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Таллин, Эстония
Алдағы милиция[d] һәм Полиция России[d]
Рәсми сайт politsei.ee
 Эстония полицияһы Викимилектә

Эстония полицияһы (эст. Eesti Politsei), 2010 йылдан Сик һаҡлау һәм полиция департаменты (эст. Eesti Politsei- ja Piirivalveamet) — башҡарма власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органы. Эстонияның бойондороҡһоҙлоғо танығандан һуң, 1991 йылда барлыҡҡа килгән.

Городовой
Совет милицияһы ҡулланған (шул иҫәптән Эстон ССР-ы милицияһы ла) ВАЗ-2101,
Эстон полицияһында хеҙмәттә торған Skoda полиция автомобиле

Эстония полицияһы 1918 йылдың 12 ноябрендә төҙөлә һәм 1940 йылдың йәйенә тиклем йәшәй. Эстония полицияһының барлыҡҡа килеүе Рәсәй империяһы полицияһы менән бәйле. Полицияның барлыҡҡа килеү мәле Эстонияның азатлыҡ өсөн һуғыш алып барған сағына тура килә. Эстония СССР-ға ҡушылғас, хоҡуҡ һаҡлау органдарының функцияһын совет милицияһы үтәй башлай.

1991 йылдың 1 мартында «Полиция тураһындағы» указ менән полиция тулыһынса тергеҙелә һәм эске эштәр министрлығы ҡарамағына тапшырыла. Был хәл Эстонияның бойондороҡһоҙлоғон тулыһынса таныуҙан ярты йыл элгәре була. Закон 1990 йылдың 20 сентябрендә үк ҡабул ителгән була, артабанғы йылдарҙа совет милицияһының урындағы бүлексәләре үҙгәртеп ҡорола. 2010 йылдан полиция сик буйын һаҡлау функцияларын да үтәй.

Эстон полицияһы етәксеһе булып Полиция милли комиссары тора. Үҙәк идара органы — полиция департаменты, ул илдәге полиция бүлексәләренең эшмәкәрлеге менән идара итеү һәм координациялау өсөн яуап бирә. Үҙәк бүленгән криминаль Полиция Үҙәк криминаль полицияға, Үҙәк хоҡуҡ ҡулланыу полицияһына һәм Судмедэксперт үҙәк полицияһына бүленә. Эстонияла полицияның 4 территориаль бүлексәһе бар, улар префектура тип атала, ә уларҙы Ида, Лыуно, Пыхья һәм Ляяне префектуралары тип аталған префектар етәкләй.

Полиция Эстония эске эштәр министрлығына буйһона, ул Эстон полицияһынан тыш, сик һаҡлау, Ҡарауыл полицияһы (хәүефһеҙлек хеҙмәте) һәм спасательной службой Эстонии (инг.)баш. (инг.)баш. эшмәкәрлектәрен күҙәтә. Эске эштәр министрлығы башлығы буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре белем алған Мәғлүмәтте яҡлау инспекцияһы һәм Йәмәғәт хеҙмәте академияһы менән дә идара итә.

Ҡоралландырылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорал һәм һаҡланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстон полицияһына һаҡланыу сараларынан һаҡлаусы шлемдар һәм пуля үтмәҫлек бронежилеттар, шулай уҡ янғынға ҡаршы торорлоҡ кейем һәм зарарлы матдәләр һаҡлау өсөн битлектәр ҡаралған. Махсус операциялар ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәре өйрәтелгән эттәр ҡулланалар, ҡайһы ваҡыт шикле кешеләрҙе йәки енәйәтселәрҙе нейтралләштереү өсөн кеше һаулығына зыян килтермәҫтәй тауыш йәки яҡтылыҡ ҡорамалдары менән файҙаланалар[1].

1940 йылдарға тиклем эстон полицияһының ҡоралы булып тәү баштан уҡ Browning FN 1910 белгия пистолеты була[2], һуңынан уны Эстон ССР-ы милицияһында Макаров пистолеты алмаштыра. Әлеге ваҡытта полиция Glock SIG Sauer маркалы пистолет ҡулланған.

Транспорт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстон ССР-ы милицияһының хеҙмәт автомобилдәре сифатында төрлө моделдәге «Жигулиларҙы» файҙалана. Эстония бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң, ҡайһы бер УАЗ һәм ВАЗ автомобилдәре полицияның ҡарамағында ҡала, ләкин сит ил автомобиле һатып алыу ҙа әүҙемләшә. Мәҫәлән, 1994 йылда йөҙ Suzuki Vitara автомобиле һәм 25 Mazda 626 машинаһы һатып алына. 2004 йылға тиклем Opel Mazda, Volkswagen, Ford һәм Мерседес-Benz, һуңыраҡ полиция Subaru Impreza автомобилдәре һатып алына. 2006 йылда полиция үҙ ҡарамағына 42 Transporter Volkswagen микроавтобусын, алты Grand Vitara Suzuki юлһыҙ ерҙән йөрөй торған машина, 38 Nissan автомобиле һәм тағы ла 7 Toyota Corolla ала. 2007 йылда полицияға 129 яңы автомобиль тапшырыла, улар араһында Škoda Octavia һәм Doblò Fiat минивэны ла була. 2008 йылдың апрелендә тағы ла 217 автомобиль һатып алынасағы тураһында иғлан ителә, 2009 йылдың башында полиция 100-ләп яңы Superb Škoda алыуға өлгәшә. 2010 йылдан башлап полиция хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында яңы Volkswagen Transporter микроавтобустары, яңыртылған Škoda Octavia Škoda Superb, шулай уҡ ике яңы Volkswagen Combit Transporte еңел башиналары бар.

1997 йылда, Шлезвиг-Гольштейн (ГФР) федераль еренең эске эштәр министры Эккехард Виенхольцтың бүләге арҡаһында, эстон полицияһында мотоциклдар барлыҡҡа килә: ул Пярну полиция потрулдәренә ярҙам йөҙөнән ике мотоцикл бүләк итә, уларҙы полиция курсанттары әҙерләү өсөн дә ҡулланыу мөмкин була. Бүләк ителгән BMW маркаһындағы мотоциклдарҙың һәр ҡайһыһының ауырлығы 200 кг, 5 баҫҡыслы үткәреү ҡумтаһы бар һәм двигателенең күләме 650 см³ була. Финанслауҙағы ҡытлыҡ тейешле күләмдәге мотоцикл һатып алыға мөмкинлек бирмәй: 10-лап Jawa мотоцикыл дәрәжәле кешеләрҙе оҙатып йөрөү өсөн генә ҡулланыла. 2001 йылдың яҙынан полиция хеҙмәткәрҙәре махсус йыһазландырылған BMW R 850 R, 2003 йылда мотопаркҡа BMW R 1100 S мотоциклы ла ҡайтарыла. 2008 йылда Пыхья перфектураһы 5 полиция мотоциклын сығара: ике Honda һәм өс Suzuki, Ида префектураһында ла яңы ике мотоцикл бар.

Пярну полицияһы биш мотороллер ҙа ҡуллана (береһе Kilingi-Nõmmel маркалы), Тарту, Валга һәм Вильянди бүлексәләре полицияһының парктарҙа һәм ял итеү урындарында тәртип һаҡлау өсөн махсус самокаттары бар. Ида префектураһының 8 мотороллер бар. Эстония полиция шулай уҡ велосипедтар һәм кәмәләр ҙә ҡуллана: 2005 йылдың 4 майында Пярну полицияһы ҡарамағында Bella 561 HT моторлы кәмәһе барлыҡҡа килә, ә бер йылдан Bella 572 °C кәмәһе лә һатып алына.

  1. Politseiseadus. Vastu võetud 20.09.1990 RT 1990, 10, 113 jõustumine 08.10.1990. (эст.)(эст.)
  2. Krikk, Mai. Eesti Politsei loomine ja areng 1918—1940. Lk 69-72