Югославия ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты
Югославия ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты | |
Нигеҙләү датаһы | 6 декабрь 1942 |
---|---|
Дәүләт | Югославия |
Сәйәси идеология | антифашизм[d] һәм Феминизм |
Барлыҡҡа килеү урыны | Босански-Петровац[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | сентябрь 1953 |
Югославия ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты Викимилектә |
Ҡатын ҡыҙҙарҙың фашизмға ҡаршы фронты ҡыҫҡаса АФЖ/AFŽ (серб-хорв. Antifašistička fronta žena / Антифашистички фронт жена, слов. Protifašistično fronta žensk; макед. Антифашистички фронт на жените), шулай уҡ Югославия ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты булараҡ билдәле йәки ҡыҫҡаса ЖАФ/ŽAF - югослав ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы ойошмаһы, Югославия илдәренең феминстик ойошмаларын башлап ебәреүсеһе, Югославия ҡатын-ҡыҙҙарын коммунистик партияһы етәкслегендәге һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән халыҡ-азатлыҡ партизан хәрәкәтенә ылыҡтырыуҙа ҡатнаша. Фронт 1942 йылдың 6 декабрендә Бихач республикаһы территорияһындағы Босански-Петровац ҡалаһында Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар ер конференцияһында булдырыла[1]
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта был ойошманы Ҡатын-ҡыҙҙарҙың фашизмға ҡаршы ойошмаһы, тип исемләйҙәр. Берҙәм илдең төрлө төбәктәрендәге ойошма бүлексәләре төрлө исем йөрөтә: Хорватияла Хорватия ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты, тип исемләнә: Словенияла Ҡатын-ҡыҙҙарҙың фашизмға ҡаршы ассоциацияһы, Ҡатын-ҡыҙҙарҙың фашизмға ҡаршы фронты исеме аҫтында йөрөтөлгән ойошма була[2], формаль рәүештә ул Словения ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы ойошмаһы була (Словенияла шулай уҡ Ҡатын-ҡыҙҙарҙың итальяндарға ҡаршы союз була); Македонияла Македония ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты булдырыла, Сербияла — Сербия ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты (шул иҫәптән Воеводина ҡатын-ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты, уның штабы Суботицала урынлаша)[3].
Тәүшарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Югославияла һуғыш-ара йылдарҙа феминистрға теләктәшлек күрһәткән бер нисә хәрәкәт барлыҡҡа килә, улар балҡан йәмғиәтендәге ҡатын-ҡыҙ урынының традицион кәүҙәленешенә ҡаршы сығалар. Атап әйткәндә, улар ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуҡтарын биреү һәм һайланыу мөмкинлеге һәм юғары вазифаларҙы биләү өсөн сығыш яһайҙар (1934 йылда 2 мең шахтер ҡатындары Трбовлдәге забастовкаға теләктәшлек белдерәләр). Шулай уҡ улар Ҡорос пактына һәм уларҙың илдә һәм сит илдәрҙәге фекерҙәштәренә ҡаршы сығалар (1935 йылда Загреб ҡалаһындағы немец консуллығы бинаһы янында протестҡа 5 мең ҡатын-ҡыҙ йыйыла; 1936 йылда Европала тыныслыҡты яҡлап 600 мең ҡултамға йыйыла). 1939 йылда «Жена данас» журналы («Ҡатын-ҡыҙ бөгөн») ҡатын-ҡыҙҙарға тауыш хоҡуғы биреү өсөн акцияны яҡлап сыға.
Ойоштороу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда, Югославия һуғышҡа ингәндән һуң, күп кенә ҡатындар Өсөнсө рейх ғәскәрҙәренә һәм уларҙы ҡуштандарына ҡаршы һуғышҡан ҡаршылыҡ көстәренә ярҙамға ашыҡты. 1942 йылдың 6 декабрендә Босански-Петровацела Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар ер конференцияһы үтә, унда Югославия Ҡатын-ҡыҙҙар фашизмға ҡаршы фронтын булдырыу тураһында иғлан ителә. Конференцияла илдең төрлө төбәктәренән 166 делегат ҡатнаша. Конференцияға Македония ҡатындары ғына килә алмай, сөнки партизандар күҙәтеүе аҫтында булған территорияға тиклем килеп етеү мөмкин булмай. Конференцияла фронттың маҡсаттары иғлан ителә: Югославия халыҡ-азатлыҡ армияһының яңы хәрби формированиеларын булдырыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы мобилизациялау, партизан үҙидара органдарына ярҙам итеү, разведка-диверсия операцияларында ҡатнашыу һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында «туғанлыҡ һәм берҙәмлек» идеологияһын таратыу.
Буласаҡ алты республикаларҙа һәм ике автономиялы крайҙа һигеҙ фронты ойошторола. Иосип Броз Тито фронттың булдырыуын хуплай һәм түбәндәгене белдерә:
Составында шул тиклем күп ҡатын-ҡыҙ булған армия башында тороуым менән ғорурланам. Батырлыҡҡа һәм түҙемлеккә килгәндә, ул көрәштә ҡатын-ҡыҙҙар алдынғы урындарҙа һәм тәүге сафтарҙа булдылар. Ошондай ҡыҙҙарҙы тыуҙырған Югославияның бөтә халыҡтарына ихтирам.
Оригинал текст (серб.)Ја се поносим тиме што стојим на челу армије у којој има огроман број жена. Ја могу казати да су жене у тој борби по свом хероизму, по својој издржљивости, биле и јесу на првом мјесту и у првим редовима и свим народима Југославије чини част што имају такве кћери.
Һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатын-ҡыҙҙар фашизмға ҡаршы фронты оккупанттарға ҡаршы көрәшкә ҡатындарҙы йәлеп итеүҙә төп роль уйнай. Халыҡ-азатлыҡ армияһына, төрлө иҫәпләүҙәр буйынса, яҡынса 2 млн кеше ярҙам итә, ә 110 мең тирәһе ҡатын-ҡыҙ НОАЮ хәрби хеҙмәткәрҙәре була. Һуғыш барышында 2 мең ҡатын-ҡыҙ офицер званиеһын ала, 3344 ҡатын-ҡыҙ 1941 йылғы Партизан иҫтәлекле билдә менән бүләкләнә, ә 91 ҡатын-ҡыҙ Югославия халыҡ геройы исемен һәм орденын ала. НОЮА-ла хеҙмәт иткән 25 мең ҡатын-ҡыҙ һуғыш осоронда һәләк була (барыһы югославтар армия составынан 305 мең кешене юғалта), ә 40 мең яралана (бөтәһе 405 мең һалдат яралана); 600 мең кеше әсирлеккә эләгә.[4].
ЖАФ Комитеттары һалдаттар һәм партизандар өсөн кейем тегеү, балаларға ярҙам итеү, яралы һалдаттарҙы дауалау (күбеһе санитарка булып эшләйҙәр) һәм баҫыу эштәре менән шөғөлләнәләр. Улар һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡ һатып алалар, курьер булып эшләйҙәр, сәйәси инструкторҙар булалар һәм новобранецтарҙы хәрби эш нигеҙҙәренә өйрәткәнәдәр.
Босния һәм Герцеговина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың авгусында Дрвар ҡатын-ҡыҙҙарының Ҙур конференцияһы үткәрелә, ә конференция аҙағында берҙәм ойошмаһын булдырыу буйынса эш башлана. 1942 йылдың февралендә Фочела Босния һәм Герцеговина ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты булдырыла.
Македония
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Македония ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты 1942 йылда партизандарға һәм халыҡ власы органдарына ярҙам күрәһәтеү маҡсатында булдырыла. Ҡатын-ҡыҙҙар территорияны болгарлаштырыуға ҡаршы көрәштә һәм ҡораллы ҡаршылыҡта ҡатнашалар, ә шулай уҡ партизандарҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәләр һәм ҡасаҡтарға һәм етемдәргә ярҙам итәләр. 1944 йылдың декабрендә конференция ойошторола һәм унда фронт статусы нығытыла.
Хорватия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хорватияла партизан-фашизмға ҡаршы төркөмдәр һуғыш башында уҡ ойошторола башлай, Загребта һәм Сплитта бик ҙур ячейкалар барлыҡҡа килә. 1941 йылдың декабрендә Хорватия ҡатын-ҡыҙҙар фашизмға ҡаршы фронт булдырыла. 1942 йылға Ликала, ҡаты һәм ҡан ҡойғос алыштар барған төбәктә, ҡатын-ҡыҙҙар партизан ротаһы барлыҡҡа килә. 1943 йылдың июнендә Хорватия ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронтының Беренсе съезы уҙғарыла. Ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ халыҡ власы институттарын булдырыуҙа һәм «туғанлыҡ һәм берҙәмлек» идеологияһын һәм фашизмға ҡаршы хәрәкәтте пропагандалауҙа ҡатнаша.
Черногория
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-азатлыҡ һуғышында 50 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. 12 мең тирәһе ҡатын-ҡыҙ бер йыл тирәһе немец, итальян һәм коллаборационистар лагерҙарында тотола, улар араһынан фашизмға ҡаршы арҡаҙаштарына хыянат итмәгән күптәре һәләк була. 1943 йылдың 5 декабрендә фронтҡа Черногория ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронтының съезә уҙғарыла, унда бөтә ячейкалар ҙа берләштерелә.
Сербия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла күп кенә фашизмға ҡаршы хәрәкәткә теләктәшлек күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары була. Улар партизандар өсөн кәрәк-яраҡтар, шул иҫәптән униформа, һатып алалар.1945 йылдың ғинуарында Сербия ҡатын ҡыҙҙарының фашизмға ҡаршы фронты делегаттарының беренсе осрашыуы үтә.
Воеводина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сремала, ихтилалдың ҡыҙған осоронда, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ячейкалары ойошторола башлай, һуңынан әлеге хәрәкәт Банат һәм Бачкаға лә йәйелә. 1945 йылдың ғинуарында Нови-Садта фашизмға ҡаршы хәрәкәте активисткаларының смотры үтә, улар араһында Воеводинаның төрлө халыҡ вәкилдәре ҡатнаша: сербтар, хорваттар, румындар, русиндар, венгрҙар һәм башҡалар.
Косово
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Косовола Югославия коммунистар партияһы фашизмға ҡаршы хәрәкәткә серб, черногор, албан һәм төрөк халыҡтары вәкилдәрен йәлеп итә, әммә был илдә патриархаль ҡоролош әле бик көслө була. 1945 йылдың мартында ауыл һәм ҡалаларҙан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар Косово өлкә конференцияһында сығыш яһай.
Словения
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Словения азатлыҡ фронты власть органдарын формалаштыуҙа һәм илде германлаштырыуға ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан ҡатындарҙың сығышын хуплай. Ҡатын-ҡыҙҙар немец хәрби һәм граждан администрацияһы ҡарарына ярашлы күсенеүгә йәки депортацияға дусар булған кешеләрҙе үҙ йорттарында йәшерәләр.
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яңы социалистик дәүләте ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ирҙәрҙе хоҡуҡтарҙа тигеҙләй, ә фронт емерелгән хужалыҡты тергеҙеү менән шөғөлләнә, юғары һәм урта белем биреү учреждениеларына ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡыра, яңы биналар төҙөүгә (шул иҫәптән дәүләт учреждениелары госучреждение резиденцияларын), мәҙәни-ағартыу эшнә йәлеп итә һәм башҡалар. 1945 йылда июлендә Ҡатын-ҡыҙҙар фашизмға ҡаршы фронтының Беренсе сңезы үткәрелә, унда 960 делегат ҡатнаша, рәйесе итеп Спасения Бобович һайлана. 1948 йылда Икенсе съезда 826 делегат ҡатнаша, рәйесе итеп Вида Томшич һайлана (1950 йылға тиклем).
1953 йылдың 26-28 сентябрендә уҙғарылған 4-се съезда фронт де-юре бөтөрөлә һәм Югославия ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттәре союзы итеп үҙгәртелә. төрлө республикаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар фронттары бурыстары шулай уҡ йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш алып барыусыларға тапшырыла. Әммә ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, фронт дәүләт сәйәсәтенә бик әүҙем ҡыҫылған (ошондай уҡ ҡыҫылыу арҡаһында Светозар Вукманович синдикаты ла тарҡатыла)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ P. Ramet, Sabrina. (1999). Gender Politics in the Western Balkans: Women, Society and Politics in Yugoslavia and the Yugoslav Successor States. Penn State University Press. pp. 75-76. ISBN 978-0-271-01802-7. Google Book Search. Retrieved on July 14, 2009.
- ↑ Žena u borbi: glasilo Antifašističke fronte žena Hrvatske
- ↑ Hrvatska riječ : glasilo Narodne fronte Vojvodine (COBISS.SR)
- ↑ Neda Božinović. NEKOLIKO OSNOVNIH PODATAKA O ŽENSKOM POKRETU U JUGOSLAVIJI (серб.)
- ↑ [1] 2016 йыл 25 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стојаковић, Гордана (2011). Родна перспектива новина Антифашистичког фронта жена (1945—1953). Нови Сад: Асоцијација центара за интердисциплинарне и мултидисциплинарне студије и истраживања.