Южмаш
"А.М. Макаров исемендәге “ Көнсығыш машиналар төҙөү заводы” производство берләшмәһе" | |
Тип |
Дәүләт предприятиеһы |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Сергей Войт (Генераль директор) |
Тармаҡ |
космос техникаһын етештереү |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
10 000 |
Сайт | |
Южмаш Викимилектә | |
Дәүләт предприятиеһы “А.М. Макаров исемендәге “ Көнсығыш машиналар төҙөү заводы” производство берләшмәһе" (Южмаш) — ракета – космос техникаһы һәм башҡа фәнни продукцияны етештереүсе эре украин предприятиеһы, Днепр ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылда ҡалала автомобиль заводы төҙөлә башлай, әммә 1951 йылда әле төҙөлөп бөтмәгән завод профилен үҙгәртә. Тәүге завод проекты буйынса континент –ара баллистик ракеталар етештерелергә тейеш була. Южмаш башта асыҡ исем аҫтында йөрөтөлмәй, һаны буйынса ғына йөрөтөлә — ” 586 һанлы завод”.
2014 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, “А.М. Макаров исемендәге “ Көнсығыш машиналар төҙөү заводы” производство берләшмәһе” — ракета – космос техникаһы ғилми – производство комплексы. 2015 йылдың авгусына “А.М. Макаров исемендәге “ Көнсығыш машиналар төҙөү заводы” производство берләшмәһе” заказдар булмағанлыҡтан тулыһынса тиерлек туҡтатылған. Бының турала генераль директорҙың ярҙамсыһы Владимир Ткаченко хәбәр итте. Предприятие аҙнаһына өс көн режим системаһы менән эшләй, дүртенсе кварталда завод бер көнлөк режимға күсәсәк. Эшселәре өлөшләтә энергия менән тәьмин итеүҙе туҡтатылыуына һәм техник һыу юҡлығына зарланалар. Заводтың төшөмө 80 % кәмегән, тәжрибәле специалистар предприятиены ташлап китергә мәжбүр[1]
Продукцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ракета техникаһы 1983—1993 “Южмаш”ҡа ингән Павлоград механик заводында РТ-23 УТТХ “Молодец” БЖРК (ракета комплексының хәрби тимер юлы) өсөн ракеталар етештерелгән. Был ракеталар СССР-ҙың Ҡораллы көстәре һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрҙең ҡоралландырыуында торған[2].
Ракета-йөрөтөүсе “ Зенит”тың етештереүе ваҡытлыса туҡтатылған[3]), ракета- йөрөтөүсе Циклон , спутниктар, ракета двигателдәре, ел турбиналары, троллейбустар, тракторҙар, аҙыҡ – түлек сәнәғәте өсөн ҡоралмалар , самолеттарҙың Ан-140, Ан-148 һәм Ан-158 шасси агрегаттары һ.б.
Ракета – йөрөтөүсе "Зенит"ты етештереп, предприятие халыҡ –ара Морской старт программаһында ҡатнашты. 2014 йылдың көҙөндә “Морской старт” платформаһынан ракеталар осороу ваҡытлыса туҡтатылып торған[4]. 2014 йылдың декабрь аҙағында РФ вице-премьеры Дмитрий Рогозин, был проектта “Зенит” ракеталары, моғайын, ҡулланмаҫтар, тип белдерҙе[5]
Башҡа төрлө продукция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ракеталарҙан тыш, завод ЮМЗ-Т1, ЮМЗ-Т2 һәм ЮМЗ Е186 троллейбустары; Татра-Юг Т6Б5, К-1М8 трамвайҙары, А-186 автобусы[6]; ЮМЗ-6, ЮМЗ 8040.2, ЮМЗ 8244.2 тракторҙары етештерелә. «Южмаш» шулай уҡ сит ил компанияларына ракета технология базаһында етештерелгән радиоактив ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар етештереү технологияларын һатыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Бөгөнгө көндә “Южмаш”та төрлө һыйҙырышлы контейнерҙарҙың бер нисә тәжрибәле төрҙәре бар. Радиациянан һаҡланыу өсөн быяла пластиктан эшләнгән "Сатана" һәм "Молодец” ракета төрҙәренең әҙер блоктарын ҡулланырға мөмкинселеге ҡарала. Электрон тотҡарлығынан һәм радиация йоғонтоһонан ракеталарҙың төп өлөштәрен һаҡлаған Быяла пластиктар модификатор менән һылана. Харьков физика-техник институтында үткәрелгән һынауҙар бындай контейнерҙарҙа түбән һәм урта әүҙемле төркөм ҡалдыҡтары 300 йылға тиклем һаҡлана алыуын күрһәткән.
Завод директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1961—1986 — Макаров, Александр Максимович
- 1986—1992 — Кучма, Леонид Данилович
- 1992—2005 — Алексеев, Юрий Сергеевич
- 2005—2014 — Щёголь, Виктор Андреевич
- 2014 йылдан алып — Войт Сергей Николаевич
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Южмаш Викимилектә | |
Южмаш Викияңылыҡтарҙа |
- Южное КБ-һы
- Сапсан (ракета комплексы)
- Севмаш
- Украина космонавтикаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Южмаш» на грани полной остановки(недоступная ссылка)
- ↑ «Молодец» прятался в поезде стратегического назначения 2012 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ «Южмаш» застыл в ожидании гособоронзаказа. На сайте компании опубликовали и сразу удалили документы, проясняющие ситуацию на предприятии
- ↑ Роскосмос обойдется без «Зенита»
- ↑ Роскосмос заменит украинские ракеты «Зенит» на российскую «Ангару»(недоступная ссылка)
- ↑ «Южмаш» испытывает автобус А-186 собственной конструкции 2016 йыл 10 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южмаш Официаль сайты
- Контейнеры «Южмаша» могут уехать в США(недоступная ссылка)
- Украинский двигатель сегодня доставляет на орбиту европейские спутники, но…
- Мәҡәлә "Нисек украин троллейбусын булдырғандар". Страница на сайте «www.autoconsulting.com.ua» . Дата обращения: 5 ноябрь 2015. Архивировано 5 ноябрь 2015 года.
Ҡалып:ЮМЗ троллейбустары
Ҡалып:СССР-ҙың тракторҙар төҙөү предприятиелары
Ҡалып:СССР -ҙың элекке илдәрендә автомобиль заводтар
Ҡалып:Троллейбустар етештереүселәр
- Алфавит буйынса компаниялар
- 1944 йылда нигеҙләнгән компаниялар
- 1944 йылда барлыҡҡа килгәндәр
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Предприятия Днепра
- Организации по производству ракетного оружия СССР и России
- Южмаш
- Автомобилестроительные предприятия
- Производители автобусов
- Автомобилестроительные предприятия Украины