Юлбашсы ҡатынында (хикәйә)
Юлбашсы ҡатынында | |
Атамаһы | У предводительши |
---|---|
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | Chez la maréchale de noblesse[d], The Marshal's Widow[d] һәм Q107611946? |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 9 (21) февраль 1885 |
Баҫылған | Пёстрые рассказы[d][1] һәм Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Юлбашсы ҡатынында — хикәйә. Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1885 йылдың 9 февралендә «Осколки» журналының 219-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Юлбашсы ҡатынында» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, 1885 йылдың 9 февралендә «{0}Осколки{/0}» журналының 219-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда А. Ф. Маркс нәшер иткән «Пестрые рассказы» йыйынтығына индерелә.
Чехов тере саҡта хикәйә венгр, немец, серб-хорват, француз һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Цензор Энгельгардт 1887 йылда хикәйә тураһында : «Автор мәрхүмгә йыназа уҡыу һәм унда ғибәҙәт ҡылыу тураһында бер ни тиклем түбәнәйтеп һөйләй һәм иҫерек рухани һәм дьяконды һүрәтләй. Был хикәйә халыҡ уҡыуына бармай...»[2]{0}[13]{/0}} (1936)
Тәнҡитсе К. Арсеньев: ««У предводительши», «Оба лучше», «Пересолил», «Комик» хикәйәләре бик матур ғына; бында комизм сығанағы контраслыҡта ҡоролған, ә сәсенән һөйрәп килтерелмәгән, тулыһынса тәбиғи һәм тормошсан» - [3] тип яҙа.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр йыл һайын изге Трифон көнөндә элекке өйәҙ юлбашсыһы Трифон Львович Завзятовтың тол ҡатыны, Любовь Петровна, спиртлы эсемлекте күп эскәнлектән вафат булған иренә йыназа уҡыта. Йыназаға бөтә өйәҙ кешеләре, шул иҫәптән хәҙерге «юлбашсы Хрумов, земство управаһы рәйесе Марфуткин, мотлаҡ, мәжбүри ағза Потрашков, участок мировойҙары, исправника Кринолинов, ике становой, земство табибы Дворнягин», килә. Йыназа Завзятов йортонда үткәрелә. Уйға батҡан ҡунаҡтар «бер күтәреүҙә бер бутылка шампанды тын да алмайса эскән һәм маңғайы менән көҙгөләрҙе ватҡан» Завзятовты иҫтәренә төшөрә.
Йыназа аҙағында хужабикә ҡунаҡтарҙы ашап алырға саҡыра. Иртәнге аш-һый өҫтәле шул тиклем мул, бай, шунлыҡтан дьякон Конкордиев йыл һайын башын сайҡап: «Тәбиғиҙән шул тиклем өҫтөн! Был, отец Евмений, кешеләргә әҙерләнгән аш түгел, ә аллаларға ҡорбанға килтерелгән аш»,-ти. Урындағы фауна һәм флорала ниндәй ашарлыҡ әйбер булһа, шуларҙың барыһы ла өҫтәлгә ҡуйылған. Ғәҙәттәгенән тышы - спиртлы эсемлектәрҙең өҫтәлдә булмауы, сөнки Любовь Петровна өйөндә ирен һәләк иткән кәрт һәм спиртлы эсемлектәр тотмаҫҡа ант иткән.
Һыйланыу барышында ҡунаҡтар даими рәүештә алғы бүлмәгә сығып инә — кем ҡулъяулыҡ алырға, кем аттарын ҡарарға, кем яңы ғына арзан хаҡҡа һатып алған тунын башҡаларға күрһәтергә. Ҙур бүлмәгә барыһы ла бик күтәренке күңел менән кире инә. Тундарҙы ҡарарға сыҡҡан ҡунаҡтарҙан һуң лакей Микешка алғы бүлмәнән йәшерен генә тышҡа биш бушаған бутылка йыйып сығара.
Кис, ҡунаҡтар таралышып бөткәс, Любовь Петровна әхирәтенә хат яҙырға ултыра. Хатында ул бик данлыҡлы итеп спиртһыҙ ғына йыназа үткәреүе һәм ҡунаҡтарын һыйлауы тураһында яҙа. Ҡунаҡтары уның менән хушлашҡанда шул тиклем уға ҙур рәхмәттәр әйтеп бөтөрә алмай хәлдән тая, исправник уға шиғырын һөйләп бөтөрөргә көсө етмәйенсә тулҡынланыуҙан хатта ауып китә, «мировой съезд рәйесе Алалыкин үҙен бик ныҡ насар тойғанлыҡтан, ике сәғәт буйына хәрәкәтһеҙ, аңына килә алмай диванда аунап ята», отец Евмений оҙаҡ итеп ысын күңелдән әллә нисек аңлайышһыҙ ләпелдәй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. У предводительши// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 172, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Chez la maréchale de la noblesse, traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. У предводительши 2017 йыл 23 май архивланған.. Оригинальный русский текст
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=86
- ↑ Чехов, Лит. архив, стр. 260
- ↑ К. Арсеньев. Беллетристы последнего времени. «Вестник Европы», 1887, кн. 12, стр. 768—769