Эстәлеккә күсергә

Юлдаш (Салауат)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлдаш

Юлдаш — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһындағы бөтөрөлгән муниципаль берәмек. 2002—2004 йылдарҙа эшләй.

Ағиҙел йылғаһы.

Исеме — Үрге Юлдаш (Ағиҙел йылғаһы буйлап көньяҡтараҡ урынлашҡан) һәм Юлдаш ауылдары (Ағиҙел йылғаһы аша, ҡаршыһында) исемдәре буйынса.

Юлдаш Ленинград һәм Губкин урамдары киҫешкән ерҙән башлана, Ленинград урамының йоп яғы буйлап Көнсығыш торлаҡ районының 2-се биҫтәһенең көнсығыш сиктәренә тиклем, Көнсығыш торлаҡ районының 2-се биҫтәһе һәм 4-се биҫтәһенең көнсығыш сиктәре буйлап Калинин урамына тиклем үтә.

Артабан Ағиҙел йылғаһының уң яры буйлап, Ишембай районының Скворчиха ауыл советы муниципаль берәмеге ерҙәре менән ҡала сиктәре буйынса, Мәләүез районының Ергән ҡасаба советы муниципаль берәмеге ерҙәре менән ҡала сиктәре буйлап Губкин урамы буйынса Ленинград урамы менән киҫешкән урынға тиклем.

2001 йылдың июлендә Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһының 2001 йылдың 25 июлендәге 235-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәр сиктәрен билдәләү тураһында» законы ҡабул ителгән. Закон төбәктең муниципаль берәмектәренең рәсми исемдәрен, сиктәрен һәм биләмәһе составын билдәләй.

3-сө статьяның Салауат ҡалаһына ҡараған өлөшөндә биш муниципаль берәмек айырып күрһәтелә:

1. Төньяҡ

2. Көньяҡ

3. Дала

4. Юлдаш

5. Муса

Юлдаш муниципаль берәмегенең сиктәре Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 15 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы Юлдаш муниципаль берәмеге сиктәрен һүрәтләү тураһында» № 393-з законында билдәләнә.

Был закондар 2004 йылдың 17 декабрендә, Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» N 126-з законы ҡабул ителгәндән һуң, көсөн юғалтҡан.

Башҡортостан Республикаһының 2001 йылдың 25 июлендәге 235-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәр сиктәрен билдәләү тураһында» закон (Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы 12.07.2001 ҡабул иткән).

Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 15 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы Юлдаш муниципаль берәмеге сиктәрен һүрәтләү тураһында» № 393-з законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы, Президенты һәм Министрҙар кабинеты ведомостары, 2003, N 2 (158), 56 ст.);

Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» N 126-з законы (Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 16.12.2004 ҡабул иткән)