Эстәлеккә күсергә

Юлдыбай мәктәбе (Йылайыр районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлдыбай мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1919
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Йылайыр районы һәм Юлдыбай
Рәсми сайт zih11.02edu.ru
Карта

Юлдыбай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Юлдыбай ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Юлдыбай ауылы, Кооператив урамы, 42 адресы буйынса урынлашҡан

Юлдыбайҙа донъяуи мәктәп 1919 йылда Ғүмәрҙә (Тәүкәт) ауылында Үҙән йылғаһы аръяғындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан бәләкәй генә ағас бинала асыла. Элек Юлдыбай ауылы Ғүмәр һәм Юлдыбай ауылдарынан торған. Тәүге уҡытыусы — Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән Рәхмәтулла Ҡоҙашев. 1925 йылға 30 уҡыусы башланғыс белем алып сыға.

Заманса мәктәп Юлдыбай 20-се быуаттың уртаһында барлыҡҡа килә.

1935 йылда мәктәп тулы булмаған, 1937 йылда уртасаға үҙгәртелә. 1939 йылда мәктәптең ике ҡатлы ағас бинаһы төҙөлә башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 7 — 9 класс уҡыусылары фронтҡа китә йәки фабрика-завод училищеларына ебәрелә.

1970 йылға тиклем — ете йыллыҡ мәктәп. 1948 йылда — урта мәктәп (10 йыллыҡ). 1958 йылдан алып мотлаҡ 8 йыллыҡ уҡытыу индерелә. 1970 йылға тиклем киске мәктәптә эргә-тирәләге ауылдарҙан йыл һайын 700-гә тиклем уҡыусы белем ала. 1970 йылға тиклем мәктәптә Воскресенск, Ҡашҡар, Ҡыпсаҡ, Бәләкәй Юлдыбай, Мәҡсүт ауылдарынан балалар уҡый, мәктәп ҡарамағында интернаты була. 1971 йылда 5-11 класс уҡыусылары өсөн кирбестән бина төҙөлә.

1950 йылдан алып 2000 йылдарға тиклем мәктәпте 3600 уҡыусы тамамлай. Алтын һәм көмөш миҙалдар 20 уҡыусыға бирелә[1].

Мәктәптең ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мазһар Ҡасим улы Ҡаҙакҡолов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Әптекәева Гузәл Сәмиғулла ҡыҙы
  • Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (1932—5.07.2009), педагог, яҙыусы, 1952—1992 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Потапова Галина Александровна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1983—2012 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбенең физика һәм астрономия уҡытыусыһы, 104-се һөнәри училище директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
  • Абдуллина Зилә Рәфҡәт ҡыҙы — директор урынбаҫары
  • Кинйәбаева Земфира Марат ҡыҙы — директор урынбаҫары[2]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғәлимов Йәмил — техник фәндәр докторы, атҡаҙанған фән хеҙмәткәре
  • Буканова Роза — тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған эшмәкәре
  • Ф. Ишҡолов — юридик фәндәр кандидаты
  • Ш. Бикбулатов — иҡтисад фәндәре кандидаты
  • А. Дилмөхәмәтов — тарих фәндәре кандидаты
  • З. Айытҡолов — юридик фәндәре кандидаты
  • А. Ярлыҡапов — иҡтисад фәндәре кандидаты
  • Ғ. Туғыҙбаев — медицина фәндәре кандидаты
  • З. Теүәлев — техник фәндәр кандидаты
  • З. Сараева — химия фәндәре кандидаты
  • М. Харисов — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты
  • Г. Әхмәтова — тарих фәндәре кандидаты
  • Л. Буканова — медицина фәндәре кандидаты
  • Ш. Ишҡолова — атҡаҙанған уҡытыусы
  • А. Моратов — атҡаҙанған уҡытыусы
  • Д. Ильясов — атҡаҙанған уҡытыусы
  • Г. Атанов- атҡаҙанған уҡытыусы
  • Н. Рәхмәтуллина — атҡаҙанған уҡытыусы
  • М. Шәрипова — атҡаҙанған табип,
  • Р. Шәрипов — атҡаҙанған металлург
  • Р. Үтәев — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • А. Саптаров — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • К. Амантаев — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Ф. Ғәбитова — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • А. Айытҡолов — халыҡ артисы
  • Ф. Бикбулатов — халыҡ артисы
  • А. Нәҙерғолов — халыҡ артисы
  • Х. Таһиров — атҡаҙанған юрист
  • З. Айытҡолов — атҡаҙанған юрист
  • И. Писарев — атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре
  • В. Попов — авиация генерал-майоры[1].

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]