Юл һарайы (Торжок)
Юл һарайы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Торжок |
Архитектура стиле | Классицизм |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Тверская область/Торжок (часть 2)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | площадь Революции / улица Степана Разина, 24, 26, 28 |
Юл һарайы Викимилектә |
Юл һарайы — Торжоктағы юл һарайы, Мәскәү — Петербург Император юл һарайҙарының береһе, 1776 йылда Екатерина II ҡушыуы буйынса император ғаиләһенең ял сәйәхәте өсөн архитектор П. Р. Никитин тарафынан төҙөлгән. Проект иртә классицизм стилендә «өлгө» итеп төҙөлә — шунан һуң юл буйынса һарай төҙөү Вышний Волочокта, Выдропужскиҙа, Медное һәм Городняла башҡарыла.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе юл һарайы ағастан һалына һәм магистрат идаралығына тапшырыла. 1775 йылда Новгород генерал-губернаторы Яков Ефимович Сиверсҡа бирелгән Император күрһәтмәһенә ярашлы, Торжок һарайын «әллә ҡайҙан күренеп торған урында» төҙөү ҡарала. Юл һарайы Тверцы йылғаһының бейек һул ярында төҙөлә[2].
1827 йылда һарай бинаһын Торжок ҡала йәмғиәте дауахана һәм тәрбиә йорона һатып ала, әммә , ҡала властары 1830 йылда һарайҙы Владимир улан полкы ғәскәрҙәренә тапшыра. 1840-1842 йылдарҙа архитектор Львов Иван Федорович проекты буйынса һарай яңыртып төҙөлә. 1855 йылда комплекс йәнә ҡала милкенә күсә. 1859 йылдар самаһында унда ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы асыла, 1874 йылда ул ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы итеп үҙгәртелә. 1918 йылда өс класлы гимназия базаһында икенсе баҫҡыс мәктәбе асыла. 1924—1926 йылдарҙа бина эшселәр клубы булып хеҙмәт итә. 1926 йылда ҡалала беренсе ете йыллыҡ мәктәп асыла[2] (артабан — № 1 урта мәктәп). 1979 йыл — эшсе йәштәр мәктәбе тора[3].
2010 йылда милеккә идара итеү комитет һарайҙы 6 фатирға алмаша. Прокуратура был килешеүҙе законһыҙ тип таный[4].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай комплексы нигеҙендә П формалы композиция ята: төп бина ике ҡабырға стеналы төп төкәтмә менән тоташтырылған. Пар флигелдәр бер ҡатлы тура мөйөшлө төкәтмәнән ғибәрәт. Төкәтмәләр тимер ҡоймалы, улар ҡапҡа аша ҡунаҡ күтәрмәле ихатаға алып бара. Өс мөйөшлө фронтонлы төп бинаға колоннадалар күркәм төҫ биреп тора. Төп фасад дорик портик менән биҙәлгән, флигелдәрҙең фасады ярым колонналы портиктар менән бүленгән[3] Һарайҙың ике ҡатында икешәр рәттәге бүмәле анфиладалар бар. Төп ял итеү бүлмәләре өҫкө ҡатта урынлашҡан. Икенсе ҡаттың яртыһынан ҙур өлөшөн ҡунаҡ залы биләй. Көнбайыш анфиладала императорҙың йоҡо бүлмәһе урынлашҡан. Уның тәҙрәһенән ҡала панорамаһы һәм яр буйы күренеп тора[2].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 3630 от 23.08.1963
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Торжок һарайында юл. Тарихи белешмә. 2007 йыл 10 ғинуар архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «ntrust» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 3,0 3,1 Торжок, архитектура ҡомартҡыһы. Торжок һәм новотор. Информацион-күңел асыу сайт с. н. Дорогов
- ↑ Тверь мәғлүмәт агентлығы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов Г. К. Путевые дворцы Екатерины II в провинциальных городах России. // «Государева дорога» и её дворцы. Материалы межрегиональной научной конференции 19-21 ноября 2003 г. Тверь, 2003.
- Суслов А., Фомин А. Торжок и его окрестности. М., 1983.
- Юргин О., Юргина И. «Государева дорога», Путевые дворцы, г. Торжок. // «Государева дорога» и её дворцы. Материалы межрегиональной научной конференции 19-21 ноября 2003 г. Тверь, 2003.