Эстәлеккә күсергә

Юсдаль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Юсдаль
швед. Ljusdal
Герб
Герб
Ил

Швеция

Координаталар

61°49′37″ с. ш. 16°05′55″ в. д.HGЯO

Майҙаны

5,3 км²

Халҡы

6100 кеше

Телефон коды

+46 651

Рәсми сайт

ljusdal.se
 (швед.) (инг.)

Показать/скрыть карты
Юсдаль (Ер)
Юсдаль
Юсдаль

Юсдаль (шведск. Ljusdal) — Евлеборг ленында урынлашҡан Швеция ҡалаһы. Юснан йылғаһының ярында урынлашҡан, был йылға буйлап төньяҡ Швецияның баш тимер юлы үтә. Юсдалдың муниципалитеты үҙҙәренең ҡалаһын «яҡындағы швед Норрланды» тип атайҙар, сөнки тарихи швед төньяғы Норрландҡа ҡарай.

Муниципалитетың сиктәрендә тәбиғәттә ял итеү өсөн бер нисә урын бар. Юснан йылғаһы буйлап яҡынса 40 км рафтинг өсөн һыу трассаһы үтә, балыҡ тотоу йәки кәмәләрҙә һәм яхталарҙа күңел асырға була. «Хамра» исемле милли парк шулай уҡ өлөшләп муниципалитеттың көнбайыш яғында урынлаша.

XVII—XVIII быуаттарҙа был урындар «Орс Финмарк» тигән исем йөрөткән, сөнки Финляндиянан Швецияға иң оло күсенеү тенденцияһы күҙәтелә. Әлеге ваҡытта ла фин теленән алынған географик атамалар күп, уларҙы Юсдаль ҡалаһының муниципалитетының территорияһында осратырға була.

XIX быуат аҙағына, тимер юлы төҙөлгәндән һуң, Юсдаль ҡалаһының хылҡы байтаҡҡа арта.

Хәҙерге Швецияла Юсдаль — халҡы бенди уйынына мауығыу менән генә йәшәгән Швецияның провинциаль ҡалаларырының береһе. 2008 йылға тиклем урындағы стадионда йыл һайын туп менән уйналған хоккей буйынса донъя Кубогы өсөн турнир үткәрелгән.