Юханна Хагстрём
Юханна Хагстрём | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 27 март 1998 (26 йәш) |
Тыуған урыны | Фальчёпинг[d], Вестра-Гёталанд[d], Швеция |
Һөнәр төрө | саңғы уҙышсыһы |
Спорт командаһы ағзаһы | Ulricehamns IF[d] |
Спорт төрө | саңғы уҙыштары[d] |
Ҡатнашыусы | 2015 European Youth Olympic Winter Festival[d], cross-country skiing at the 2016 Winter Youth Olympics[d], Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2021[d] һәм Чемпионат мира по лыжным видам спорта 2023[d] |
Юханна Хагстрём Викимилектә |
Юханна Хагстрем (швед. Johanna Hagström; 27 март 1998, Фальчепинг, Швеция) — швед саңғысыһы, спринтерҙар ярышы менән шөғөлләнеүсе.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юханна Хагстрём 2016 йылдағы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында Швеция саңғы спортсылары командаһы составына инә, кросста ул икенсе була[1] һәм спринтер ярышында еңеү яулай[2]. Швед спортсыһы Юханна Хагстрем 2018 йылдың юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 4×3,33 километр дистанциялы эстафетала бронза призер була[3]; ә ике йылдан һуң 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында спринтта шәхсән көмөш миҙал яулай, финишта бары тик үҙенең ватандашы швед саңғысыһы Эмма Рибаны ғына уҙа алмай ҡала[4].
Донъя Кубогы ярыштары сиктәрендә Юханна 2017 йылдың ғинуарында дебют яһай — 10 километрға ирекле стиль менән ярышҡанда Ульрисехамндағы йорт ярышында ул бары тик 59-сы урында ғына була[5]. Спортсы үҙенең тәүге кубок мәрәйҙәрен 2018/2019 йыл миҙгелендә Италияның Конь тигән урынында йыя — беренсе тапҡыр спринт финал ярыштарына эләгеп, ул өсөнсө булып финишҡа килә[6].
2021 йылдың февралендә, үҙе өсөн дебют булған донъя чемпионатынан ике аҙна элек, Юханна Хагстрем, үҙ карьераһында Донъя Кубогының Ульрисехамнда үткән этабында спринтта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, бары тик финалда ғына ватандашы -швед саңғысыһы Мая Дальквистан ҡалыша[7]. Германияның Оберстдорф ҡалаһында үткән планета беренселегендә, спринт ярышында иң яҡшы ваҡыт күрһәтеп, Юханна Хагстрем төп ярышҡа үтеү өсөн барған уҙышта квалификация яҡлай, әммә иң хәл иткес ярышта миҙалдан бер аҙымда ғына тороп ҡала, ул финишҡа дүртенсе булып килә[8][9].
Һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саңғы спорты буйынса донъя чемпионаттарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя чемпионаты | Спринтта | Команда спринтында |
10 км | 7.5+7.5 км | 30 км | Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2021 Оберстдорф | 4 | — | — | — | — | — |
Донъя Кубогында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 8 марта 2021 года торошло
Миҙгелдәрҙең һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел | Йәше | Зачет төрө | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дөйөм иҫәптә | Ярыш | Спринтта | U23 | Nordic Opening |
Де Тур Ски |
Туры Ски 2020 |
Кубок Финалы Донъяла | ||
2017 | 19 | н/п | н/п | — | н/п | — | — | н/д | — |
2018 | 20 | н/п | н/п | н/п | н/п | — | — | н/д | 58 |
2019 | 21 | 55 | н/п | 29 | 8 | — | — | н/д | — |
2020 | 22 | 51 | н/п | 28 | 9 | — | — | — | н/д |
2021 | 23 | 37 | 61 | 13 | 6 | — | — | н/д | н/д |
Подиумдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 подиум
#. | Миҙгел | Дата | Уҙғарыу урыны | Ярыш | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1 | 2018/19 | 16 февралдә 2019 | Конь, Италия | 1,6 км Спринт СС | 3 |
2 | 2020/21 | 6 февралдә 2021 | Ульрисехамн, Швеция | 1,6 км Спринт СС | 2 |
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Marie Carlsson. Svensk dubbel i ungdoms-OS (швед.) (13 февраль 2016). Дата обращения: 6 март 2021.
- ↑ Sebastian Mattsson, Hannah Boman. Johanna Hagström tog ungdoms-OS-guld (швед.) (16 февраль 2016). Дата обращения: 6 март 2021.
- ↑ Johanna Svensson. Tua Dahlgren blixtinkallad till JVM-stafetten – tog brons (швед.) (3 февраль 2018). Дата обращения: 6 март 2021.
- ↑ Rachel Perkins. Julia Kern Third in World U23 Skate Sprint (With Audio Interview) (ингл.) (1 март 2020). Дата обращения: 6 март 2021.
- ↑ Torbjörn Nilsson. Världscupdebuten avklarad för Johanna Hagström (швед.) (21 ғинуар 2017). Дата обращения: 4 март 2021.
- ↑ Josefin Johansson. Superskrällen: ”Vet inte vad som hände” (швед.) (16 февраль 2019). Дата обращения: 4 март 2021.
- ↑ Daniel Grefve, Moa Jörnmark. Johanna Hagström vann sprintkvalet i SM – trots ”chockartade” uppvärmningsolyckor (швед.) (10 февраль 2021). Дата обращения: 4 март 2021.
- ↑ Ella Hall. Sweden’s Sundling Cruises for First Championship Gold in the Classic Sprint (ингл.) (25 февраль 2021). Дата обращения: 4 март 2021.
- ↑ Антон Шебика. Шведская лыжница Йонна Сундлинг выиграла спринт на чемпионате мира в Оберстдорфе (21 февраль 2021). Дата обращения: 4 март 2021.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юханна Хагстрём — статистика на сайте FIS (англ.)
- Юханна Хагстрём на сайте Олимпийского комитета Швеции