Эстәлеккә күсергә

Ющенков Иван Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ющенков Иван Алексеевич
 
Тыуған: 1859({{padleft:1859|4|0}})
станица Вторая Новочеркасская, Область Войска Донского, Российская империя
Үлгән: 1923({{padleft:1923|4|0}})
Австралия
Ерләнгән: Брисбен[d]
Белеме: Владимирская Киевская военная гимназия
Павловское военное училище
Николаевская инженерная академия
 
Хәрби хеҙмәт
Звание:
инженер-генерал-майор
Бәрелештәр: Рус-япон һуғышы

Ющенков Иван Алексеевич (1859-1923) — рус офицеры һәм дәүләт эшмәкәре. Владивосток ҡалаһының башлығы (1914-1917).

1859 йылда Дон ғәскәренең Новочеркасск өлкәһендә Второй станицаһында, дворян есаул Ющенков Алексей Васильевич ғаиләһендә тыуған. Киевтың Владимир хәрби гимназияһын, Павловск хәрби училищеһын һәм Николаев инженерҙар академияһында уҡып, һуңғы ике уҡыу йортон 1-се разряд менән тамамлаған. 1879 йылдан алып Дон казак артиллерияһы частарында хеҙмәт итә, шул уҡ йылда уға хорунжий чины бирелә. 1882 йылда подпоручик, 1885 йылда поручик, 1886 йылдан алып — штабс-капитан була.

1889 йылдан алып Владивосток ҡәлғәһе инженер частарында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта Амур крайын өйрәнеү йәмғиәтенә ағза булып инә. 1890 йылда — капитан, 1893 — подполковник була. 1902 йылда уға полковник чины бирелә, шул уҡ ваҡытта Амур яны хәрби округының инженерҙар идаралығының айырым йөкләмәләрен үтәүсе штаб-офицер итеп тәғәйенләнә. Рус-япон һуғышында ҡайһы бер яуаплы вазифаларҙы биләй, шул иҫәптән ҡәлғәне обороналау III бүлек начальнигы, санитария-башҡарма комиссияһы рәйесе вазифаларын башҡара. 1904 йылдың майында Муравьев-Амурский ярымутрауының ҡоро ер оборона һыҙатын ҡарауыллау һәм обороналау планын төҙөй, был эштәре өсөн ҡәлғә комендантының рәхмәтенә лайыҡ була.

1909 йылда хәрби хеҙмәттән отставкаға инженер-генерал-майор дәрәжәһендә сыға, үҙен йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. Бер нисә тапҡыр Владивосток ҡалаһының гласныйы була, Приморье өлкәһенең ҡала үҙидара рәйесе, техник-төҙөлөш рәйесе һәм башҡа күп кенә комиссияларҙың ағзаһы була. 1910 йылда үҙ проекты буйынса бер нисә йорт төҙөй: улар (Всеволод Сибирцев урамы, 12, һәм Пушкин урамы, 25 йорттары) хәҙер тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

1914 йылдан 1917 йыл башына тиклем Ющенков Владивосток ҡалаһы башлығы булып тора, артабан уны посында меньшевик А. Ф. Агарев алмаштыра.

1922 йылда Австралияға күсеп китә. 1923 йылдың декабрендә шунда вафат була, Брисбен зыяратында ерләнгән.

1892 йылда И. А. Ющенков 1-се гильдия сауҙагәре Василий Петрович Бабинцевтың ҡыҙы Елизавета Васильевнаға өйләнә. Ҡатыны унан 13 йәшкә кесе була. Вера Ющенкованың ҡәбере Брисбен ҡалаһы зыяратында табылған (1898-1988), фаразлау буйынса, был Иван Алексеевич Ющенковтың ҡатыны.