Эстәлеккә күсергә

Юғары театр оҫтаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юғары театр оҫтаханаһы
Нигеҙләү датаһы февраль 1922
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Карта

Юғары театр оҫтаханаһы, Дәүләт юғары театр оҫтаханаһы (ГВЫТМ) — Всеволод Мейерхольд нигеҙ һалған театраль уҡыу йорто, Мәскәүҙә 1922 йылдың февраленән ноябргә тиклем. ғәмәлдә була. Актерҙар һәм режиссеҙар әҙерләгән.

1921 йылдың 10 сентябрендә Мейерхольд ойошторған 1-се РСФСР театры йәшәүҙән туҡтай. Шул уҡ ваҡытта, сентябрь айында, Мейерхольд Дәүләт юғары режиссер оҫтаханаһын (ГВЫРМ) ойоштора, ул Новинский бульвары, 32 йорт адресы буйынса урынлаша, был йортта режиссер үҙе лә йәшәй[1][2]. Беренсе курсҡа килгәндәр араһында һуңынан билдәлелек яулаған Сергей Эйзенштейн, Николай Экк, Сергей Юткевич, Зинаида Райх, Эраст Гарин, Алексей Кельберер һәм башҡалар була[3]. Эраст Гарин хәтирәләре буйынса,ҡабул ителгән студенттарҙы ике факультетҡа бүләләр: режиссерлыҡ һәм актерлыҡ[4]. Һуңғараҡ был юғары уҡыу йорто Дәүләт Юғары Театр Оҫтаханаһы тип үҙгәртелә, уның составына шулай уҡ башҡа (Н. М. Фореггер, Б. А. Фердинандов, Грибоедовский, Латышский, Йәһүд һәм Әрмән) оҫтаханалар ҙа инә [5][2].

Мейерхольдтың педагогик системаһы бик ҡыйыу, эксперименталь характерлы булыуы менән айырыла[3]. Атап әйткәндә, тап шул осорҙа ул актерҙарҙы әҙерләү буйынса биомеханика исемле яңы система ҡуллана башлай [6].

Академик курс менән бер рәттән Оҫтаханала практик эш ҡарала: студентттар төрлө байрамдарҙа ҡатнашалар һәм эшселәр өсөн спектаклдәр ҡуялар. 1921—1922 йылдар миҙгелендә Оҫтахана үҙенең беренсе эшен күрһәтә — «Великодушный рогоносец» спектаклен (Кроммелинка буйынса), был эш ҙур уңышҡа өлгәшә һәм матбуғатта резонансы ҙур була[5].

Яйлап башҡа оҫтаханалар тарҡалып бөтә, ә Мейерхольдтың оҫтаханаһы Дәүләт музыкаль драма институты (ГИМДРА) менән ҡушылырға мәжбүр ителә. Ошо базала Дәүләт театр сәнғәте институты барлыҡҡа килә[7][5]. Әммә ГИТИС етәкселеге һәм Мейерхольд театр сәнғәте бурыстарын төрлөсә аңлау арҡаһында көсөргәнешле конфликт тыуа, ике идеология конфликты һөҙөмтәһендә Мейерхольд оҫтаханаһы студенттары Мейерхольд исемендәге театры студияһына күсәләр[7][5].

  • Высшие театральные мастерские // Театральная энциклопедия / С.С. Мокульский. — М: Советская энциклопедия, 1961. — Т. I. — Стб. Ҡалып:-..
  • Высшие театральные мастерские // Москва: Энциклопедия / гл. ред. С. О. Шмидт; сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев. — М. : Большая российская энциклопедия, 1997. — С. 196—197. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-277-3.
  • Гарин Э. П. С Мейерхольдом. — Искусство, 1974.
  • Золотницкий Д. И. Будни и праздники театрального Октября. — Искусство, 1978. — 255 с.
  • Фёдоров В. Мастерская Мейерхольда // ЛЕФ. — 1923. — № 2. — С. 170—172.