Юҡ-барға ышанмаусан ҡатын
Викидатала элемент тултырылмаған |
Юҡ-барға ышанмаусан ҡатын ― урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов хикәйәһе. Тәүге тапҡыр 1883 йылдың 10 февралендә Мәскәү юмористик «Зритель» иллюстрациялы журналында[1] «А. Чехонте» ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Һуңғараҡ башҡа күп сит ил телдәренй тәржемә ителә.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һомғол буйлы утыҙ йәшлек дәүләт хеҙмәткәре Максим Кузьмич Салютов Елена Гавриловна тигән ҡыҙға ғашиҡ булыуы тураһында әйтә һәм уға үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим итә. Тегеһе йәш ирҙең мөхәббәтен ҡабул итә. Кәләштең хәлле һәм хөрмәт ҡаҙанған ата-әсәһе лә йәштәрҙең өйләнешеүенә үҙҙәренең ризалығын бирә.
Беренсе никах төнөнә тиклем Максим Кузьмич, егерме йыл буйына циркта клоун булып эшләгәнлеге арҡаһында кәләшенең мөхәббәтенә хаҡлы түгелмен тип уйлай, һәм был турала Елена Гавриловнаға әйтә. Уның буласаҡ ҡатыны быға ышанмай һәм унан дәлилдәр килтереүен һорай.
Беренсе никах төнөнөң иртәгеһенә Елена Гавриловнаның ата-әсәһе йәштәр йоҡлаған бүлмәлә бик ныҡ гөрһөлдәү тауышын ишетеп ҡала. Елена Гавриловнаның ҡурҡыуҙан нишләргә белмәгән ата-әсәһе йүгерешеп йәштәр йоҡлаған бүлмә янына килә һәм кейәүҙәренең акробатика менән шөғөлләнеүенең, ә ҡыҙҙары Еленаның уға һоҡланып ҡул сапҡандың шаһиты була.
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джокер (2016) фильмы Чеховтың был хикәйәһе мотивтары буйынса төшөрөлгән. Режиссёры ― Александр Каурых[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ФЭБ: Долотова и др. Примечания: Чехов. ПСС. Т. 2. — 1975 (текст) . feb-web.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2017.
- ↑ http://filmjoker.com/ . filmjoker.com. Дата обращения: 8 октябрь 2017.