Эстәлеккә күсергә

Яжелбицы солохо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яжелбицы солохо
Урын Яжелбицы[d]
Ваҡиға ваҡыты 25 февраль 1456
Подписавшийся Бөйөк Мәскәү кенәзлеге һәм Новгород республикаһы

Яжелбицы солохо  — рус. Яжелбицкий мир — 1456 йылдың февралендә мәскәү-новгород һуғышы һөҙөмтәләре буйынса Мәскәү һәм Владимирҙың Бөйөк кенәзе Василий II Тёмный һәм Новгород республиканың хөкүмәте тарафынан ҡул ҡуйылған солох тураһындағы килешеү. Был килешеү Новгородтың Мәскәүгә ҡушылыуына башланғыс бирә, 25 йыл уҙғас, ҡала 1478 йылда Мәскәүҙең Бөйөк Иван кенәзе тарафынан туранан-тура буйһондорола.

Был хәл-ваҡиғаға тиклем Василий II менән Дмитрий Шемяка араһында тәхет өсөн оҙайлы көрәш алып барыла, ул Василий еңеүе менән тамамлана. Шемяка 1453 йылда Новгородта ағыулап үлтерелә. Бер фараз буйынса, ул Василий агенты тарафынан ағыуланған, икенсеһе буйынса — Новгород архиепископы Евфимией II Новгород мәнфәғәттәрен тәьмин итеү өсөн эшләгән. Һуңынан Шемякиндың тол ҡалған ҡатыны улы Иван Дмитриевич менән Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡасҡан.

1456 йылда новгородтар Мәскәү кенәзлеге ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителә. Еңелеүҙән һуң уҡ Новгородтар вече саҡыра һәм Евфимийға Яжелбицылағы Бөйөк кенәз штабына барып, ниндәй шарттарҙа тыныслыҡ урынлаштырырға ризалашҡанын белешеүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Бер нисә көн ҡыҙыу һөйләшеүҙәрҙән һуң яҡтар Яжелбицы тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла. Килешеүҙең береһе Мәскәү, икенсе Новгород ҡул ҡуйған ике күсермәһе һаҡланған. Әммә был күсермәләрҙәге килешеү тексы бер үк түгел. Ике документ та хәҙер Санкт-Петербургтағы Рәсәй Милли китапханаһында һаҡлана.

Евфимийҙың һөйләшеүҙәрҙә шәхси ҡатнашыуы раҫланмаған. Новгородтың дүртенсе йылъяҙмаларындағы Дубровский исемлеге буйынса ҡарағанда, архиепископ үҙе делегацияға етәкселек иткән[1] ул килешеүҙең Новгород күсермәһе преамбулаһына фатиха биргән[2].

Ләкин ул Мәскәү күсермәһендәге парламентарийҙар исемлегендә телгә алынмай, шуға күрә уның һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡанмы, йәки килешеүгә фатиха ғына биргәнме икәнлеге билдәле түгел. Нисек кенә булмаһын, новгородтар Бөйөк кенәздең Новгородтың эске сәйәсәтенә йоғонтоһон сикләгән пункттарҙы индереүгә өлгәшәләр. Икенсе яҡтан, килешеүҙә уларҙың бойондороҡһоҙлоғон сикләгән шарттар була. Беренсенән, Новгород Василийҙың дошмандарына һыйыныу урыны бирмәҫкә һүҙ бирә. Икенсенән, ул үҙ тышҡы сәйәсәт алып барыу һәм шәхси закондарын сығарыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә. Өсөнсөнән, Бөйөк кенәз Новгородтың иң юғары суды хоҡуғына эйә була. Дүртенсенән, Новгород вечеһы һәм уның вәкилдәре (посадниктары) мөһөрө урынына Бөйөк кенәз мөһөрө ҡулланылырға тейеш була.

Килешеү һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килешеү имзаланғандан һуң Новгородтың бойондороҡһоҙлоғо етди ҡаҡшай. Мәскәү әле уға туранан-тура идара итмәй, ләкин республика хоҡуҡтары ҡаты ҡыҫыла. Василий II килешеү шарттарынан шул тиклем ҡәнәғәт була, хатта Новгородҡа ҙур булмаған территориаль ташламалар яһай. Күпселек шарттарҙы ике яҡ та үтәй, мәҫәлән, Новгород мөһөрҙәре килешеү имзаланғандан һуң Мәскәү мөһөрҙәре менән алмаштырыла. Ләкин ҡайһы бер пункттар даими боҙола; был контракттың ике версияһы араһындағы айырмалар арҡаһында килеп сығып торғандыр. Новгородтар Бөйөк кенәз дошмандарына һыйыныу урыны биреүҙе дауам итәләр. Василий II һәм уның вариҫы Иван III Новгород республикаһының территориаль бөтөнлөгөнә ҡағылышлы мәддәләрҙе боҙа, Новгородта имение алған Мәскәү боярҙары файҙаһына ҡарар ҡабул ителә. Ике яҡ та бер-береһен киләһе 15 йыл дауамында килешеү шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй. Ахыр килеп, килешеүҙең ҡапма-ҡаршы аңлатмалары яңы һуғышҡа китерә. 1471 йылда новгородтар Шелонь һуғышында еңеләләр, һәм 1478 йылда Иван III Новгородты Мәскәү кенәзлегенә ҡуша.

  1. Новгородская четвёртая летопись. — М.: Языки русской культуры, 2000. — С. 491. — ISBN 5-88766-063-5
  2. Валк С. Н. Грамоты Великого Новгорода и Пскова. — М.-Л: Изд-во АН СССР, 1949. — док. 22 и 23. — С. 39-43.