Эстәлеккә күсергә

Язалап үлтерелгән декабристар һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Язалап үлтерелгән декабристар һәйкәле

Язалап үлтерелгән декабристар һәйкәлеРәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһындағы мемориал. Һәйкәл ҡаланың Наличный һәм Урал урамдары ҡиҫелешендәге Декабристар баҡсаһында урынлашҡан. Обелиск 1826 йылда декабристар язалап үлтерелгән урында тора, һәйкәл федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].

Рәсәйҙә 1825 йылдың 14 декабрендәге ихтилалды етәкләгән, саф намыҫлы, илдең үҫешенә яңы юл күрһәтергә теләп «Союз спасения» һәм «Союз благоденствия» йәшерен ойошмаларында ағзалыҡта булған офицерҙарҙың һәм рус интеллигентарының башында торған етәкселәре П. И. Пестель, К. Ф. Рылеев, С И. Муравьев-Апостол, П. Г. Каховский һәм М. П. Бестужев-Рюмин батша һәм уның ярандары хөкөмө менән аҫып үлтерелә. Күпселек сығанаҡтарға ярашлы, улар шул ваҡытта үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләр һәм берәҙәктәр күмелгән Голодай утрауында ерләнгән. Декабристар ихтилалына йөҙ йыл тулыу алдынан, язалап үлтерелгән декабристар хөрмәтенә, уларҙың ерләнгән унынына ҡәбер һәйкәле ҡуйыу өсөн урын эҙләй башлайҙар[2].

1926 йылдың 25 июлендә Санкт-Петербург ҡалаһында декабристарға бағышланған һәйкәлгә нигеҙ ташын һалыу тантанаһы үтә. Һәйкәл проектын В. Н. Бобров башҡарған. Уның ниәте буйынса, һәйкәл бейеклеге 23 метрҙан торған обелиск булырға һәм ул 7 метр бейеклектәге кәшәнәгә баҫтырылып ҡуйылырға тейеш була. Һәйкәл бер үк ваҡытта урындағы яхт-клуб өсөн маяҡ ролен дә үтәргә һәм һыу баҫҡан саҡта һаҡланып тороу өсөн урын булып та торорға тейеш була, ләкин бында декабристарҙың мәйете һөйәктәре табылмағанлыҡтан, Бобровтың был планы тормошҡа ашмай ҡала[2].

Һәйкәл буласаҡ таш һалынған урынға 1940 йылда ғына хәҙерге ҡкүренешле яңы һәйкәл ҡорола. Һәйкәл шымартылған ҡара граниттан яһалған обелиск, ул шымартылған алһыу граниттан эшләнгән постаментҡа урынлаштырылған. Постамент нигеҙендә — 1926 йылда яҙылған бағышлау ташындағы: «1826-1926 йй. /Декабристар П. И. Пестель, К. Ф. Рылеев, /С. Муравьев-Апостол, /М. Бестужев-Рюмин, П. Г. Каховскийҙарҙың язалап үлтерелеүенең йөҙ йыллығына һалынған/1913 (25) VII /26 / В. О. Райисполком» тигән яҙма тора[2]. Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге 3 метр тәшкил итә[3].