Эстәлеккә күсергә

Якуб Колас һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Якуб Колас һәйкәле
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Булдырыусы Заир Исаакович Азгур[d]
Дата производства 1972
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Юрий Михайлович Градов[d], Заборский, Георгий Владимирович[d] һәм Леонид Менделевич Левин[d]
Карта

Якуб Колас һәйкәле — Белоруссияның халыҡ шағиры Якуб Колас хөрмәтенә һәйкәл (Минск).

1972 йылда (шағирҙың тыуыуының 90-йыллығы хөрмәтенә) Якуб Колас майҙанының үҙәк өлөшөндә Якуб Колас һәм уның әҫәрҙәре геройҙарының скульптураһы ҡуйыла[1].

Минск ҡалаһының үҙәк өлөшөнән алыҫ түгел, ҡасандыр Комаровская исемен йөрөткән майҙан урынлашҡан. Ҡасандыр был урында ике юл саты була, уларҙың береһе Полоцк йүнәлешендә алып бара, ә икенсеһе — Мәскәү яғына. Йылдар үткәс майҙандың исеме үҙгәртелә һәм ул бөйөк әҙип Якуб Колас исемен йөрөтә башлай. 16 йыл үткәс был майҙанда яҙыусының үҙенә һәйкәл ҡуйыла.

Якуб Колас һәйкәле уның тыуыуының 90 йыллығына ҡуйыла. Монументтың композицияһы өс скульптура төркөмөнән тора. Үҙәктә бөтә халыҡ яратҡан белорус шағиры Якуб Колас ултыра. Ул башын ҡулына терәп, уйланып ултыра итеп һүрәтләнгән, ә яурынына пальто һалынған. Ҡайһы берәүҙәр уны артыҡ ҙур тип иҫәпләйҙәр, сөнки фигураның бейеклеге һигеҙ метр. Төп һәйкәлдең ике яғында уның әҙәби геройҙары кәүҙәләндерелгәндәр: Талаш олатай һәм Сымон Музыка. Монумент төҙ аҡ ҡайындар һәм зәңгәр шыршылар ултыртылған ҙур булмаған скверҙа урынлашҡан, шул арҡала йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла ул күркәм булып күренә. Сите буйлап арыш башағы һымаҡ стилләштерелгән ҙур булмаған фонтандар урынлашҡан. Бында йәштәр йыйыла һәм ял итә, ҡала ҡунаҡтары фотоға төшә. Композиция өҫтөндә СССР скульпторы Заир Исаакович Азгур эшләй.

Ансамбль авторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]