Якуб Колас майҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Якуб Колас майҙаны (бел. Плошча Якуба Коласа, Łacinka яҙыуында Płošča Jakuba Kołasa — Минскиҙа урынлашҡан майҙан. Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты һәм Якуб Колас урамы араһында урынлашҡан. Майҙанда Гикало һәм Вера Хоружая урамдары, Мулявин бульвары башлана, ә Ҡыҙыл урам тамамлана. Майҙан аҫтында «Якуб Колас майҙаны» метро станцияһы урынлаша. Я. Колас майҙаны тирәләрендә Беларус дәүләт филармонияһы, Беларусь Республикаһы Милли Олимпия Комитеты (элекке Тәнтәрбиә институты бинаһы) һәм Үҙәк универсаль магазины урынлашҡан. Ошо биналарҙың (адрестары буйынса) һис бере Якуб Колас майҙанында урынлашылмай.

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырырға кәрәк.