Ялтыргүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ялтыргүл
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Ялтыргүл[1] — Дарыулы йылғаһының урта ағымындағы күл[2][3], йылғаның уң яғынан, Ирәндек һәм Олоғортау һырттары араһында диңгеҙ кимәленән 467,7 м бейеклектә Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил[1] районы Хәлил ауыл Советы территорияһы сиктәрендә ята[4].

Икенсе атамаһы — Яланғаскүл.

Ялтыргүл атамаһы ялтыр һәм күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Googlemaps яңы үлсәүҙәр буйынса күл майҙаны 0,301 км² самаһы тәшкил итә[5]. Оҙонлоғо — яҡынса 300 м, киңлеге 200 м.

Тымыҡ (һыуы ағып сыҡмаған) күлдәр иҫәбенә инә. Соҡоро түңәрәк. Туҡланыуы ҡатнаш. Күлдең көнбайыш яры һаҙлыҡлы. Күл тирәләй һирәкләп ҡайын ағасы үҫә. Күл буйында бик ҡыҙыҡлы, ҡатлаулы формалағы таштар күҙ яуын ала. Ял көндәрендә, бигерәк тә йәйгеһен, күл буйына ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға төрлө яҡтан халыҡ ағыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Словарь топонимов Республики Башкортостан
  2. Ҡалып:ГКГН
  3. Карта бите N-40-XXIX. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  4. Схема территориального планирования Абзелиловского района Республики Башкортостан (билдәһеҙ). abyalil.ru. Официальный сайт Абзелиловского района Республики Башкортостан. Дата обращения: 11 октябрь 2016. Архивировано 27 март 2019 года.
  5. ГБОУ СГИ - Научная работа Зиянбаева. www.gousgi.ru. Дата обращения: 21 март 2019. 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Яланғаскүл, Ялтыргүл…

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Словарь топонимов Республики Башкортостан