Яманғаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яманғаҙы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Карта

Яманғаҙы (рус. Яман-Каса, Яман-Касы) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге баҡыр мәғдәне ятҡылығы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яманғаҙы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы Үҫәргән ҡасабаһынан 6 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Беләү йылғаһының уң ярында табылған. Беләү ятҡылығы карьеры ла йыраҡ түгел, бер нисә км көньяҡтараҡ ята.

Координаттары: 51°24’26"N 57°41’35"E[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уны Бөйөк Ватан һуғышына тиклем асҡан булғандар, 1980-се йылдар уртаһында мәғдән сығара башлайҙар. Карьер төҙөү 1985 йылда башлана. 1990 йылдан 2003-кә тиклем бөтә эшләгән осоронда яҡынса 1500 мең тонна руда сығарылған[2].

Яманғаҙы ятҡылығында эштәр 1999 йылда туҡтатылған. Асыҡ ысул менән ятҡылыҡты файҙаланғандан һуң барлыҡҡа килгән карьер күлдәре ҙур майҙандарҙы биләй һәм барлыҡҡа килгән тау-сәнәғәт ландшафттары тирә-яҡ мөхит өсөн етди проблема булып тора. Яманғаҙы һәм Беләү карьер күлдәре ультраәселекле, ә уларҙағы һыуҙа ауыр металдар күп. Карьер төбөнөң төп ултырмалары фаза составын тикшергән ваҡытта уларҙың мәғдән ашалыуҙан һәм һәм улар урынына барлыҡҡа килгән продукттар (пирит, кварц, ялан шпаттары, серицит, хлорит) һәм яңы барлыҡҡа килгән фазалар (ферригидрит, швертманнит, гипс) ярҙамында барлыҡҡа килеүе асыҡланған[3][4]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнгән яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында атаманың башҡорт теленән - яман һәм ғаҙы тигән һүҙҙәрҙән ингәнлеген белдерә [5]. [6].

Ял итергә килеп, сәйәхәт итеүселәр атаманы Яман-Каса — плохая чаша тип тә яҙып ҡуялар[7]. Ғәмәлдә, был башҡорт гидронимдарында ярайһы йыш осраған ғаҙы — йылға

Риүәйәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яманғаҙы күренештәре араһында иң билдәлеһе — ҡыҙ һыны күренеү. Төрлө йәштәге һәм төрлө ваҡытта бер нисә турист күргән, имеш, ти. Төндә ҡаяның иң текә киртләсендә башҡорт милли кейемендә бер ҡыҙ һыны пәйҙә була (кемдер ҡаҙаҡ кейемендә тип һөйләй). Һағыштарға батып уйланып бер ни тиклем баҫып тора ла, кәүҙәләнеш ҡаянан аҫҡа ырғый. Шулай уҡ был ҡыҙ шәүләһе тураһында легенда ла бар. Йәнәһе лә батша ваҡытында әле бер ҡыҙ ысынлап та ошо урында ҡайғыһын күтәрә алмай һыуға батҡан. Ә бына фажиғәнең сәбәптәре тураһында риүәйәттәр бер-береһенән ныҡ айырыла[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Карьер Яман-Касы
  2. Рекультивация карьера медно-колчеданного месторождения Яман-Касы
  3. Яман-Касы месторождение, Кувандыкский район, Оренбургская область, Урал Южный, Россия
  4. Гидрохимия карьерных озер Яман-Касы и Блява
  5. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  6. Именовано по ручью, текущем у среди крутых гор по заболоченной долине, заросшей кустами можжевельника. Башкирское яман — «плохой», «дурной», древнебашкирское газы — «речка». «Дурная речка».Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  7. Яман-Каса. Легендарное туристическое место
  8. Александр Тремаз. Яман-Каса. Легендарное туристическое место

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидрохимия карьерных озер Яман-Касы и Блява

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.