Үҫәргән (ҡасаба)
Үҫәргән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Медногорск |
Үҫәргән (Усерган) — Рәсәй Федерацияһы, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы анклавы, өлкә әһәмиәтендәге Медногорск ҡалаһы биҫтәһе.
Географияһы, климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫәргән ҡасабаһы Медногорск ҡалаһының өлөшө, Ырымбур төбәге топонимдары белгесе Сергей Михайлович Стрельников аңлатманы яҙып алған ваҡытта уға ҡаланың Чапаев урамы ингән булған. Беләү йылғаһының һул ярында урынлашҡан[1]
Ҡала үҙе өлкә үҙәге Ырымбур ҡалаһынан 223 км (тимер юлы буйлап)[2] көнсығыштараҡ, ә өлкәнең ҙур сәнәғәт үҙәге — Орск ҡалаһынан 100 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Климаты ҡырҡа континенталь, йәйгеһен эҫе, ҡышы — һыуыҡ, тәүлек һәм йыл әйләнәһенә температура ҙур амплитудалар менән үҙгәреп тора, болоттар һирәк һәм яуым-төшөмд сағыштырмаса аҙ.
Медногорск Екатеринбург ваҡыты сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3]. |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫәргән ауылы 1920 йылда шул уҡ Беләү йылғаһы буйында көн иткән, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Алсынбай ауылынан күсенгән үҫәргән ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән. 1981 йылғы исемлектәрҙә Медногорск ҡала советына ингән ауыл тип иҫәпкә алынған[4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топоним Үҫәргән тигән башҡорт ырыуынан килеп сыҡҡан, тип яҙып алған Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994..
- ↑ Схема Южно-Уральской железной дороги
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ 4,0 4,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.