Герекова Яна
Яна Герекова | ||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | ||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
Jana Gereková | |||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
Липтовски-Микулаш, ЧССР | |||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы | ||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | ||||||||||||||||||||||||||||
Подиум |
1 | |||||||||||||||||||||||||||
АЛған мәрәйҙәр |
260 | |||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | ||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||
Яна Герекова Викимилектә |
Герекова Яна (Янко) (словак. Jana Gereková; (27 ноябрь 1984 йыл) — Словакия биатлонсыһы. 2010 йылда Ванкуверҙағы һәм 2014 йылда Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
Герекова Яна 1984 йылдың 27 ноябрендә ЧССР-ҙың Липтовски-Микулаш ҡалаһында тыуған. 2000 йылда биатлон менән шөғөлләнә башлай. 2002 йылда ул Италияла юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда шәхси ярышта 12-се урын ала. Киләһе йылда Польшала шәхси ярышта дүртенсе урынды яулай. 2004 йылда Франция чемпионатында ул өс уҙышта ла яҡшы урынға өлгәшә һәм дөйөм рейтингта тәүге унау иҫәбенә инә. Шул уҡ йылда Минскиҙа йәштәр араһында Европа чемпионатында уның иң яҡшы һөҙөмтәһе — 7-се урын. 2005 йылда Новосибирскиҙа йәштәр араһында Европа чемпионатында Герекова Яна эстафетала 5-се урын яулай.
2005/2006 йылдар миҙгеленән башлап юғары кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша башлай, дебюты Осрблье ҡалаһында үткән IBU кубогында була. 2006 йылда Туриндағы Олимпия уйындарында ҡатнашa, унда шәхси ярышта 59-сы урын ала. Поклюкалағы Донъя чемпионатында ул ҡатнаш эстафетала 13-сө урын яулай.
Ванкуверҙағы 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында уның иң яҡшы һөҙөмтәһе — спринтта һәм эҙәрлекләү ярышында 40-сы урын. Эстафетала 13-сө урын ала. Тағы ла Сочиҙағы олимпия уйындарында ҡатнашып, 42-се позицияны, ә эҙәрлекләү ярышында 34-се позицияны биләй. Шәхси ярышта 49-сы урын миҙал алырға ҡамасаулай. Масс-стартта ул ҡатнашмай, ә эстафетала йүгереүгә ҡабул ителә, ләкин уның йыйылма командаһы дистанциянан сыға. Ҡатнаш эстафетала уның командаһы 6-сы баҫҡысҡа күтәрелә. 2016/2017 йылдар миҙгелендә профессиональ карьераһын тамамлай[1].
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр. | МС | Эст | СМ-ҒА |
2014 | Сочи | 49 | 42 | 34 | ---- | lpd | 6 |
Йыл | Уҙғарыу
урыны |
Инд | Спр | Пр. | МС | Эст |
2006 | Турин | 59 | ---- | ---- | ---- | ---- |
Олимпия уйындарында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Уҙғарыу
урыны |
Инд | Спр | Пр. | МС | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|
2010 | Ванкувер | 46 | 40 | 40 | - | 13 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герекова Яна — на IBU сайте профиле(ингл.)
- Яна Герекова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы