Яр Батыртау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яр Батыртау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нагайбәк районы

Яр Батыртау (урыҫ. Яр Батыртау) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районы административ-территориаль берәмеге биләмәһендә урынлашҡан таулы урман, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1989)[1].

Нуғайбәк районы биләмәһендә, Ғөмбәй йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Нуғайбәк (Требиатский) ауылынан көнсығышҡа табан 5 километр, ә Балҡан ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 7 километр алыҫлыҡта ята.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр Батыртау сиктәрендә бейеклеге 8 метрға еткән емерелгән ҡая таштар убалары, 400 метр оҙонлоғона етеп, йылға ярҙарында үтә текә булып тамамлана. Уларҙа һүнгән вулкандың түбәнге девон ултырма ҡалдыҡтары бар. Был ҡалдыҡтар кремний тау тоҡомоноң һирәк кенә ҡатламдары менән базальттарҙың пироксен-плагиоклаз лаваларынан ғибәрәт. Һуңғыларында, Г. Н. Бороздина билдәләүенсә, Австарлиялағы конодоттарға оҡшаған ер аҫтында күмелеп ҡалған хайуандарҙың ҡалдыҡтары табылған, ә был тау тоҡомоноң йәшен билдәләү мөмкинлеген бирә[2].

Яр буйы ҡаяларының, геологик терминдәр менән әйткәндә, тау тоҡомдарының гранат-порфирҙарының дайкалары менән ярғысланыуы күҙәтелә, һәм ошондай ландшафт 500—600 километрға һуҙыла. Был дайкалар эрозия процестарына дусар ителгән, шуға ла рельефта бик асыҡ булып күренә. Яр буйындағы текә упҡындарҙа вертикаль тип әйтерлек вулканиттар күренеп тора. Сығыштары менән төрлө булған тау тоҡомдарының үҙ-ара буталыуы билдәләнә, һөҙөмтәлә таштарҙа ҡатып ҡалған бик боронғо дәүер микрофлораһы (хайуандар, бөжәктәр ҡалдыҡтары — конодонттарҙың оҙонлоғо 2-3 мм-ға етә) күҙәтелә. Был мәғлүмәттәр Уралда девон осоро палеогеографияһының элементтары менән танышыу мөмкинлеген бирә.

Яр Батыртауҙы комплекслы Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танырға мөмкин, сөнки бында түбәнге девон ҡатламдарының терәк геологик киҫелешенән тыш боронғо кешеләрҙең торалары (боронғо кешеләрҙең торған урыны) табылған, шулай уҡ һирәк осрай торған үҫемлектәр, шул иҫәптән Урал эндимиктары һәм реликттар осрай. Ҡайһы бер үҫемлектәр үтә һирәк осрай торғандар иҫәбенә инә һәм һаҡлауҙы талап итә.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы, махсуслашҡан геологик туризм объекты булараҡ, ҙур ғилми әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]