Эстәлеккә күсергә

Яр Саллы дәүләт татар драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яр Саллы дәүләт татар драма театры
Нигеҙләү датаһы 1990
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Центральный район[d]
Рәсми сайт tatdram.nabchelny.ru
Map

Яр Саллы татар дәүләт драма театры, Аяз Ғиләжев исемендәге Яр Саллы татар дәүләт драма театры — Яр Саллыла эшләүсе профессиональ театр коллективы. 1990 йылда ойошҡан. 2020 йылдың августында күренекле татар яҙыусы-драматургы Аяз Ғиләжев (1928-2002) исеме бирелгән[1]. 2020 йылдың 9 сентябренән ЗЯБ биҫтәһендә урынлашҡан яңы бинала эшләй[2].

  • Сәнғәт рәйесе (2020 йылдан) — Олег Кинйәғолов[3].
  • Баш рәссам (2020 йылдан) — Ләйсән Хөсәйенова.
  • Музыка бүлеге мөдире (2020 йылдан) — Эмиль Әмиров.
  • Башҡарыусы директор — Айдар Сәфәрғәлин[4][5].

Тарихи белешмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдың 21 декабрендә, «Энергетик» мәҙәниәт һарайында Саллы тарихында беренсе мәртәбә ҡалала ойошҡан һөнәри труппа Рабит Батулла әҫәре буйынса Фаил Ибраһимов ҡуйған «Күбәләк булып йәнең ҡайтыр» спектаклен уйнай. Был көн Саллы татар дәүләт драма театрының тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Рәсми документтарға мөрәжәғәт итһәк, театр башта «Йәш тамашасылар театры» тип атала. Был турала Татарстан АССР Министрҙар Советының 1990 йылдың декабрендә сыҡҡан №467 ҡарары һәм ТАССР Мәҙәниәт министрлығының 1991 йылдың 10 ғинуарында донъя күргән №8 фарманы әйтә.

1995 йылдың 24 февралендә Саллы ҡалаһы хакимының №395/4 ҡарары нигеҙендә театрҙың исеме «Яр Саллы татар драма театры» тип үҙгәртелә һәм ул коммуналь учреждение булараҡ теркәлә. 1999 йылдың 1 сентябрендә Татарстан Республикаһының Министрҙар Кабинетының №573 ҡарары нигеҙендә театр ТР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына тапшырыла.

Театрҙың беренсе режиссеры, ойоштороусыһы – Фаил Ибраһимов, беренсе директоры – Ғилемхан Мөбәрәкшин. Башлап ебәргәндә труппала дүрт артист була: Инсаф Фәхретдинов, Әлфиә Колмакова, Марина Иванова һәм Рафил Сәғиҙуллин. Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идараһында бер бүлмәгә йыйылып пьесалар уҡыйҙар, Валерий Шашиндың өс кешелек «Ут төртөүсе» тигән пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй башлайҙар. Ҡайҙа буш урын табалар, шунда репетициялар яһайҙар — концерттар залының фойеһында, коридорҙа, мәҙәниәт идараһындағы бүлмәлә. Ул арала ойошоп килеүсе труппаға Гөлүсә һәм Символ Ғәйнетдиновтар, Булат Сәләхов, Рифҡәт Хәмидуллин, Кәмил Шәрифуллиндар килеп ҡушыла. Бер аҙҙан Саллының Үҙәк урамдағы мәҙәниәт йортона күсә.

Бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 1 октябренә театрҙың репертуарында төрлө жанрҙарҙағы – драма, мелодрама, мюзикл, әкиәт, комедия – барыһы 83 спектакль иҫәпләнә ине. Театрҙың бөгөнгө афишаһында 32 спектакль исеме бар. Коллективта 30 артист һәм етештереү-техник эшсәнлекте тәьмин итеп тороусы 60 хеҙмәткәр бар.

Труппа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн труппаның нигеҙен үҙ эштәренең оҫталары, һөнәрмән танылған артисттар тәшкил итә. Улар араһында өс Татарстан халыҡ артисы, алты Татарстан атҡаҙанған артисы, бер Татарстан, атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе, ике Татарстан, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре бар. Уларға менән иңгә-иң ҡуйып, бар булғандарын ижадҡа биреп йәштәр ҙә эшләй. Труппала М. Йәлил исемендәге премияның ике лауреаты — Фаил Ибраһимов (2007), Чулпан Садыкова (2007), Д. Сиражиев исемендәге премияның өс лауреаты — Ынйы Шиһапова (2012), Рафик Каюмов (2017) иҫәпләнә.

Театр коллективы ҡала күләмендә уҙғарыла торған барлыҡ сараларҙа – Һабан туйында, «Акварель» сәсәктәр фестивалендә, «Ҡаҙ өмәһе», «Науруз», Еңеү көнө, халыҡ-ара ҡатын-кыҙҙар көнө һәм башҡа байрамдарҙа – актив ҡатнаша. Шулай уҡ Саллы татар дәүләт драма театрының Тинчурин фестивалендә, төрки халыҡтарының «Нәүрүз» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыуы матур традицияға әүерелеп китте.

Саллы ҡала хакиме В. Г. Шәйхразиев етәкселегендә йыл һайын бер хәйриә спектакле уйналып театрға яңы спектакль сығарырға матди ярҙам күрһәтелә. Ҡала хакиме саҡырыуы буйынса кәсепхана етәкселәре һәм ул көндө эшмәкәрҙәр билетты 1000 һумдан һатып алалар. Шул рәүешле йыйылған хәйриә аҡсаларына Мансур Ғиләжевтың «Бурлак» (Г.Туҡай премияһы номинанты), Рауил Сабырҙың «Абаға алмаһы бәхетһеҙ була» (2010 йылдың иң яҡшы спектакле) драмалары һәм башҡа спектаклдәр ҡуйылды.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театрҙың 1990-2020 йылдарҙағы йорто (элекке КПСС ҡала комитеты йорто)

1990 йылда асылған театрға Хәсән Туфан урамындағы КПССтың Саллы ҡала комитеты йорто бирелә. Театр унда 2020 йылға тиклем эшләй.

Яңы бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылдың 9 сентябрендә яңы театр бинаға — ЗЯБ биҫтәһенең Марат Бибишев исемендәге паркы эсендә урынлашҡан, ремонтланған, янкормаҙар өҫтәлгән элекке «Төҙөүсе» мәҙәниәт йорто - «Колизей» кинотеатры бинаһына күсенә[6]. 300 кешегә иҫәпләнгән театрҙа ике зал – төп һәм репетиция залы бар. Төҙөлөштөң дөйөм бәясе - 1 млрд. 149 млн. һум. Подрядсы булып Илдар Ғайсиндың «Евростиль» тора компанияһы[7].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тантана» премияһы лауреаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]