Яр көйөлдөһө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яр көйөлдөһө

Яр көйөлдөһө ике һаҙ көйөлдөһө уртаһында
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Numenius tenuirostris Vieillot, 1817

Һаҡлау статусы
en:Critically endangered species
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 143992

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176607
EOL  1049398

Яр көйөлдөһө (урыҫ.тонкоклювый (малый) кроншнеп), лат. Numenius tenuirostris) — оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө ҡош. Йылға-күл буйында йәшәй. Диалекттарҙа көйөлдөр тигән варианты ла бар.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйрәктән байтаҡ бәләкәй. Оҙон аяҡлы һәм оҙон ғына аҫҡа ҡарай кәкрәйгән суҡышлы урта ҙурлыҡтағы сәпсәү. Һырты түңәрәк ҡара таптар менән сыбарланған ерәнһыу һоро. Муйынындағы һәм ҡойроҡ өҫтөндәге һыҙыҡтар нәҙек кенә. Ҡанаттарының сите ҡара, аяҡтары һорғолт күк. Һаҙ көйөлдөһөнән бәләкәй булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауышы яңғырауыҡлы: «көйөөл-көйөөл… өл-өл-өл».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға һәм күл ярҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. Көрән таптар менән сыбарланған 4 бөртөк һоро йәки күкһел йәшел йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. /под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 85. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  • Рисунок из книги: Мензбир М. А. Охотничьи и промысловыя птицы Европейской России и Кавказа. 2 тома и атлас. М., типо-литография Т-ва И. Н. Кушнерев и Ко., 1900—1902.