Эстәлеккә күсергә

Яхт-клуб (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Яхт-клуб
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Урыны Таганрог
Нигеҙләүсе Урыҫ пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәте
Нигеҙләнгән 1908 йыл
Бөгөнгө хәле эшләй

Яхт-клуб — Таганрог ҡултығы ярында Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы бина.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Портовая урамы, 1-2.

Таганрог яхт-клубына 1908 йылда Коммерция клубы йыйылышында нигеҙ һалына, шунда уның тәүге идараһы урынлаша. Яхт-клубтың беренсе ағас бинаһы ХIХ быуаттың 3-сө сирегендә төҙөлә. Бина «Урыҫ пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәте» аҡсаһына төҙөлә. Клуб менән йәнәшә пристань һәм пароходсылыҡ агентлығы урынлашҡан була. Ағас бина сатырлы башнялы һәм балконлы үҙенсәлекле архитектуралы йорт. Балконға яндауырында фигуралап яһалған текмәһе булған борма баҫҡыс илтә. Бинала ресторан һәм бильярд бар. Яхт-клубтың рестораны гавандәге һыуҙа урынлашҡан. Революцияға тиклем яхт-клубтың ағзалары өҫтөнлөклө ҡатлам вәкилдәре була. Клубҡа инеү тик клуб ағзалары рекомендацияһы буйынса ғына башҡарыла, инеү хаҡы егерме биш тин тора. 1910 йылда ресторанды Т. Новомлинский тота, ресторанда көн һайын оркестр уйнай.

Яхт-клубта яҡынса егерме шлюпка була, теләүселәр шлюпкала ҡултыҡ буйлап ял итеп йөрөп килә ала. Шунда уҡ шәхси яхталар һәм катерҙар торалар. Байрам көндәрендә клубта Кулжинский дачаһына һәм ҡала баҡсаһына тиклем шлюпкаларҙа экскурсиялар ойошторола.

Яхт-клуб, 1936 й.

1930—1950-се йылдарҙа яхт-клубта спортсылар — паруслы һәм ишеү спорты мастерҙары шөғөлләнә. 1950 йылдың ғинуарында физкультура һәм спорт эштәре буйынса Республика комитеты Таганрогта 1-се сиратта яңы яхт-клуб төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Яңы бина 1952 йылда һүтелгән иҫке бина урынында төҙөлә. Яңы бина кают-компания менән йыһазландырылған, унда конференция үткәреү залы, уҡыу кластары, буфет һәм көнкүреш хеҙмәте бүлмәләре бар. Шулай уҡ күҙәтеү майҙаны һәм башня була.

Хәҙерге ваҡытта яңы яхт-клуб республика спорт ойошмаһы булып тора. 1948 йылдан алып бында йыл һайын «Таганрогская правда» гәзите призына төнгө уҙыштар үткәрелә, төрлө яхталарҙа, крейсер яхталарында ла Бөтә Рәсәй уҙыштары үтә.

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0
Тышҡы рәсемдәр
Современное здание яхт-клуба