Таганрог ҡултығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таганрог
Ейск ҡултығы күренеше
Ейск ҡултығы күренеше
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияАзов диңгеҙе
Илдәр
Майҙаны5600 км²
Күләме25 км³
Уртаса тәрәнлек4,9 м
Ҡойоусы йылғаларДон, Кальмиус, Миус, Ея
Ростов өлкәһе
Точка
Таганрог ҡултығы
 Таганрог ҡултығы Викимилектә
Орбитанан яһалған фотоһүрәт: Ҡара диңгеҙҙең бер өлөшө, Азов диңгеҙе һәм Таганрог ҡултығы (һүрәттең үрге һул өлөшө) ҡышын

Таганрог ҡултығы — Аҙау диңгеҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, уның иң ҙур һәм айырым ҡултығы булып тора.

Таганрог ҡултығын диңгеҙҙән Долгая һәм Белосарайская морондары айырып тора. Ҡултыҡтың оҙонлоғо яҡынса 140 км, киңлеге ауыҙы янында 31 км. Таганрог ҡултығы Аҙау диңгеҙенә ҡарағанда һайыраҡ һәм төбөнөң рельефы бик тигеҙ. Уның уртаса тәрәнлеге 4,9 м тәшкил итә, күләме — 25 км³. Таганрог ҡултығы майҙаны — 5600 км². Ҡағиҙә булараҡ, декабрҙән мартҡа тиклем туңа, йылы ҡыштарҙа бөтөнләй туңмаҫҡа мөмкин. Ҡултыҡ өсөн периоды бер тәүлек булған, ай менән ҡояштың тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ағымдар хас. Ағым көндөҙ йылғаға, ә төндә диңгеҙгә йүнәлә, һыу кимәленең тирбәлеүен барлыҡҡа килтерә. Таганрог эргәһендә тирбәлеү амплитудаһы 50-80 см -ға етә. Көслө ел ваҡытында ундай тирбәлеүҙәр бөтә.

Таганрог ҡултығына Дон, Кальмиус, Миус һәм Ея йылғалары ҡоя. Ағымдарҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе булып, ҡатнаш типтағы ағымдар барлыҡҡа килтереүсе ел тора. Ағыҙылған һыуҙар ағымы елһеҙ һауа торошо булғанда йәки боҙ ҡатламы булғанда ғына беленә.

Ҡултыҡта тоҙло һыу ҡуйылығы тигеҙ түгел. Ҡултыҡтың көнсығыш, айырыуса һай һыулы өлөшө, туранан тура Дон һыуы кергән ерҙә, сөсөләнә, ә көнбайыш өлөшө нығыраҡ тоҙло, сөнки йыш ҡына Аҙау һыуының туранан-тура йоғонтоһына дусар була.

Таганрог ҡултығында Таганрог һәм Ейск Рәсәйҙең һәм Мариуполь Украинаның төп порттары булып торалар.

Таганрог ҡултығының төньяҡ яр буйында 25-тән артыҡ мустьер осоро урын-ере бар (Рожок I—III, Левинсадовка, Беглицкая һ. б.)[1]. Рожок утары эргәһендә Рожок 1 күп ҡатлаулы торамала (микулино боҙлоҡ-ара осоро) IV (мустьер) ҡатламында палеоантроптың аҙау теше табылған. Уның морфологияһына боронғо үҙенсәлектәрҙән тыш, алдынғы билдәләр ҙә хас[2]. Таганрог ҡултығының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Семибалки ауылы янында, плейстоцен осороноң ҙур, һәм ваҡ һөтимәрҙәр ҡалдығынан палеонтология торамалары урынлашҡан. Табылдыҡтар эоплейстоцен аҙағы (морозовский горизонт) осорона ҡарай. Табылдыҡтарҙың плейстоцен йәше бында боронғо кешенең тереклек итеү эҙҙәрен табыу мөмкинлеген күҙ алдында тота Уларҙың йәшәүенә .кайнозой эраһының өсөнсө (хәҙерге) периоды башында дала зонаһында йәшәгән үлән ашаусы өйөрлө мал[3] булышыҡ иткән булырға мөмкин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таганрогский залив Азовского моря: Современное состояние и проблемы природопользования: Монография / А. Е. Косолапов, Н. Т. Дандара, Л. А. Беспалов, О. В. Ивлиева и др. — Ростов-на-Дону: Издательство Южного федерального университета, 2012. — 556 с.