Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари
Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Вафат көнө |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Ғилми даирәһе | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
тарихсы, ҡазый |
Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари — тарихсы, ҡазый.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғариҙың биографияһы тураһында документаль мәғлүмәттәр юҡ.
Ризаитдин Фәхретдинов яҙып ҡалдырғанса, Яҡуп ибн Ноғман 1165 йылда вафат булған[1]. «Сыуаш энциклопедияһы»нда (Чебоксар, 2009) 1058/59 йылда тыуған һәм 1164 йылда үлгән тип күрһәтелгән[2].
Имам әл-Хараймана әл-Джувейни мөриде. «Ислам энциклопедияһы»на (Истанбул, 1942) ярашлы, Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари танылған башҡорт ғалимы булған.
Яҡуп ибн Ноғмандың «Тәуарихи Болғарийа» исемле тарихи-әҙәби әҫәр яҙғаны мәғлүм. Был әҫәр һаҡланмаған, әммә уның менән тарихсының замандаштары әл-Гарнати, Ҡәзүини һәм башҡа ғәрәп ғалимдарын таныш икәнлеге билдәле. Әҫәрҙең өҙөктәре беҙгә ғәрәп ғалимы әл-Гарнатиҙың яҙмалары аша килеп еткән, ул бер нисә тапҡыр Волга буйы Болғарында була һәм 1135—1136 йылдарҙа Яҡуп ибн Ноғман менән осраша.
«Тәуарихи Болғарийа» әҫәренең өҙөктәре шулай уҡ Ҡәзүини ҡулъяҙмаларында һәм фольклор материалдарында осрай[1].
Яҡуп ибн Ноғмандың «Тәуарихи Болғарийа» тарихи-әҙәби әҫәре традициялары, Хисаметдин ибн Шәрәфетдин Мөслими, Ғәли Соҡорой һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиларҙың шул уҡ исемдәге әҫәрҙәрендә дауам ителгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Идельбаев М. Х. Якуб ибн Нугман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Якуб ибн Нугман // Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
- ↑ Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт тәуарихы // Ватандаш. — 2006. — № 9. — С. 79. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Путешествие Абу Хамида ал-Гарнати в Восточную и Центральную Европу (1131—1153 гг.). Публикация О. Г. Большакова, А. Л. Монгайта. — М.:Главная редакция восточной литературы, 1971.
- Фәхретдинов Р. Аҫар. 2‑се кит. — Өфө, 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Идельбаев М. Х. Якуб ибн Нугман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.