Эстәлеккә күсергә

Яңы Покровка (Ҡыуандыҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Покровка
Нигеҙләү датаһы 1875
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ново-Покровская волость[d]
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ ҡала округы
Халыҡ һаны 543 кеше (2010)[1]
Почта индексы 462210
Карта

Яңы Покровка (рус. Новопокровка)— Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 35 километр алыҫлыҡта көнсығыш-төньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ауыл янынан Ярғайыш (рус. Дергаиш) йылғаһы ағып ята[2]

Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3][3].

1875 йылда башҡорт төбәгенә Курск, Воронеж, Тамбов, Һарытау губерналарынан күсеп килгән крәҫтиәндәр тарафынан булдырылған. Тәүҙә ауылдың эргәнән аҡҡан йылға исеменән Дергаиш тип атайҙар. 1901 йылда — Яңы Покровка ауылы[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Яңы Покровка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған[5][6].

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 672 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 76 %)[7] , 2010 йылда — 543[8].

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  2. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  3. 1 2 Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
  6. Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
  7. Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России".
  8. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.