Яңы ратуша (Лейпциг)
Яңы ратуша | |
нем. Neues Rathaus (Leipzig) | |
Дәүләт | Германия[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Лейпциг[1] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | ҡомташ[d] |
Архитектура стиле | эклектика[d] һәм неоренессанс[d] |
Бейеклеге/буйы | 114,7 метр |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of Neues Rathaus (Leipzig)[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Neues Rathaus (Leipzig)[d] |
Яңы ратуша Викимилектә |
Яңы ратуша — Лейпцигтағы ҡала үҙидаралығы бинаһы. 1897 йылда һүтеп алынған Плайсенбург (нем. Pleißenburg) һарайы (нығытмаһы) урынына төҙөлгән. Ул эске ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Федераль административ суд бинаһы ҡаршыһында урынлашҡан.
XIX быуаттағы индустриалләштереү барышында Лейпциг Германияның иң эре ҡалаларының береһенә әйләнә, һәм 1870 йылдар уртаһынан башлап ҡала идараһы органдарын Баҙар майҙанындағы урта быуаттағы Иҫке ратушанан яңы иркен, заман талабына яуап биргән бинаға күсереү планы барлыҡҡа килә. Оҙайлы бәхәстәрҙән һуң төҙөлөш өсөн 1895 йылда ошо маҡсатта Саксония дәүләтенән махсус һатып алынған һәм һуңынан һүтелгән замок урыны һайлана. Шул уҡ ваҡытта проекттар конкурстың төп шарттарҙың береһе булып ҡаланың таныулы өҫтөнлөктәренең береһе булып торған замоктың төп башняһын һаҡлау була. Аноним рәүештә 1897 йылда үткәрелгән дөйөм Германия конкурсында беренсе премияны Лейпцигтың баш архитекторы Хуго Лихт (Hugo Licht, 1841—1923) ала. Уның проектының девизы д лат. ARX NOVA SURGIT (Яңы һарай төҙөлһөн!); скульптура биҙәлеше билдәле скульптор һәр график Георг Врбеға йөкмәтелә (Georg Wrba, 1872—1939).
Яңы ратушаға нигеҙ һалыу тантанаһы 1899 йылдың 19 октябрендә үтә һәм алты йыл самаһы уҙғас, 1905 йылдың 7 октябрендә бина тантаналы асыла һәс Саксония короле ҡатнашлығында изгеләндерелә. 1912 йылда Яңы ратуша киңәйтелә: юл аша Ҡала йорто (нем. Stadthaus) асыла. Ул 300 өҫтәмә административ бинаны үҙ эсенә ала һәм төп комплекс менән ике ҡатлы ябыҡ үткәүел менән тоташа.
Яңы ратуша XIX быуат аҙағы — XX быуат башында модала булған эклектика стилендә төҙөлә, һәм Ҡала йорто менән бергә 10000 квадрат метр майҙанды биләй, донъяла иң ҙур административ биналарҙың береһе булып тора. Икенсе яҡтан, ратушаның иҫке замок нигеҙендә күтәрелгән, 114,7 метр бейеклегендәге төп башняһы Германия ратушаларының иң бейек башняһы тип һанала. Бинаның көньяҡ-көнбайыш фасады башҡа биҙәктәр менән бер рәттән Лейпциг өсөн ғәҙәти булған һөнәрҙәрҙе, ғәҙеллекте, китап баҫтырыуҙы, музыка һәм фәнде символлаштырыусы фигуралар менән биҙәлгән. Улар өҫтөндә ҡала гербында булған арыҫлан һүрәтләнгән һәм лат. PUBLICO CONSILIO PUBLICAE SALUTI, йәғни «Ҡала хөкүмәтенә һәм йәмәғәт именлегенә» тигән бағышлау яҙылған. Көньяҡ фасадта урынлашҡан сәғәт циферблатында латинса MORS CERTA, HORA INCERTA, йәғни «үлем ҡотолғоһоҙ, (уның) ваҡыты билдәһеҙ» тип яҙылған. Төньяҡҡа йүнәлтелгән (Һарай майҙаны) фасад сағыу түгел, функциональ. Ул ғәҙеллек аллаһының скульптураһы, 1908 йылда ҡала халҡы йыйған аҡса иҫәбенә эшләнгән фонтан һәм немец әкиәттәренең пресонаждарының һындары, элекке бургомистрҙар Бруно Трендлина һәм Отто Георгиҙың портрет медальондары менән биҙәлгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡаланың Плайсенбург замогы күренеше (1890 йыл)
-
Яңы ратушаны төҙөү
-
Көньяҡ фасад. Төп ишек
-
Федераль административ суд яғынан көньяҡ-көнбайыш фасад күренеше
-
Яңы ратушаның ҡоштар осор бейеклектән күренеше
-
Ҡала йорто
-
Төп биналағы төп баҫҡыс
-
Ҡала советының йыйылыштар залы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Wolfgang Knoppe:Neues Rathaus zu Leipzig. Geschichte und Geschichten eines Traditionsbaus. DZA-Verlag, Altenburg 1995, ISBN 3-9804226-7-4.
- Peter Leonhardt; Thomas Nabert: Arx Nova Svrrexit. Neues Rathaus Leipzig 1905—1995. Pro Leipzig, Leipzig 1998, ISBN 978-3-9805368-2-0.
- Wolfgang Hocquél: Leipzig. Architektur von der Romanik bis zur Gegenwart. Passage-Verlag, Leipzig 2004, ISBN 3-932900-54-5.
- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.