Ғарифуллин Рим Карам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Ғарифуллин Рим Карам улы (24 сентябрь 1943 йыл) — хор артисы (тенор). Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992), Республика вокалистар конкурсы (1962) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йəш йырсылар конкурсы лауреаты (1973).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Карам улы Ғарифуллин 1943 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ҡотлоғужа ауылында тыуған.

1970 йылда Өфө сəнғəт училищеһын (А. А. Матвеев класы), 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Л. Г. Менабени класы) тамамлаған. 1969 йылдан алып Хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы рәйесе.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Репертуарында башҡорт, урыҫ һəм сит ил композиторҙарының хор өсөн əҫəрҙəренəн яңғыҙ партиялар: И. Х. Йомағолов һүҙҙəренə Т. Ш. Кəримовтың «Торналар», Я. Ҡолмой һүҙҙəренə Ш. Ш. Ибраһимовтың «Уралым», Д. Д. Хəсəншиндең «Халыҡ тормошо күренештəре» ораторияһы һəм халыҡ һүҙҙəренə «Салауат тураһында йырҙар» оратория‑симфонияһы, Р. Ə. Мортазин эшкəртеүендəге башҡорт халыҡ йыры «Ағын һыу», К. Д. Бальмонт тəржемəһендə Э. По һүҙҙəренə С. В. Рахманиновтың «Ҡыңғырауҙар» («Колокола») вокаль‑симфоник поэмаһы, В. А. Моцарт Реквиемы, И. С. Бахтың «Магнификат» ораторияһы, Ф. Шуберттың Месса соль миноры һәм башҡалар. Республика вокалистар конкурсы (1962), Ғәзиз Əлмөхəмəтов исемендәге призға республика йəш йырсылар конкурсы (1973) лауреаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]