Ғисмәтуллина Хәнифә
Ғисмәтуллина Хәнифә | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Томск |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, яҙыусы, публицист, шағир |
Хәнифә Ғисмәтуллина (XIX быуаттың икенсе яртыһы, Томск — XX быуаттың беренсе яртыһы) - уҡытыусы, педагогика теоретигы, мәғрифәтсе, яҙыусы, публицист һәм шағирә. Хәнифә Ғисмәтуллина — татар ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып үҙ китабын сығарған кеше (1895 йыл).[1] Беренсе татар шағирәләренең береһе.[2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәнифә Ғисмәтуллина Томск ҡалаһында мөҙәррис ғаиләһендә тыуа, ирҙәр мәҙрәсәһендә уҡытыла торған дәрестәрҙе атаһынан ала. Уҡыуҙан һуң Ульяновск губернаһының Гурьевка ауылында (хәҙер - Барыш ҡалаһының бер өлөшө) Аҡсуриндар фабрикаһы араһында кыҙҙар өсөн мәктәптә уҡыта. Хәнифә Ғисмәтуллина ҡыҙ балаларҙы уҡытыу мәсьәләһенә ҙур әһәмиәт бирә. Ул ҡыҙҙарҙы яңыса уҡыта башлай. Уҡыусыларҙы кластарға бүлеп уҡыта, хәреф-өн методын ҡуллана.[3]Хәнифә Ғисмәтуллина педагогикала ҙур теоретик булып таныла.[4] Ул уҡыуға ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү өсөн бик күп көс һала. Дәрестәрҙе мауыҡтырғыс, күңелле һәм ҡыҙыҡлы итергә тырыша. Шул ваҡыт өсөн бындай эш ҙур яңылыҡ була.
Хәнифә Ғисмәтуллина шулай уҡ үҙенең шиғырҙарын яҙған һәм баҫтырған (бәлки, ул шиғырҙарын үҙ исеме аҫтында баҫтырған беренсе татар-ҡыҙы булғандыр). Уның шиғри ижадына тәүге иренең иртә вафат булыуы ҙур йоғонто яһай. Риза Фәхретдинов үҙенең «Мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙар» тигән хеҙмәтендә Хәнифә Ғисмәтуллина тураһында былай тип яҙа: «Мәмләкәтемездә әсәре мәтбугъ улан хатыннарның әүвәлегесе бу заттыр... Зәүҗе вафат улмакла тол калып, җөмлә гомерене тәгълим юлына сарыф әйләмешдер»[5]
Хәнифә Ғисмәтуллина китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педогогик теория
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Мәгъдәнел-мәсаил» («Сораулар чишмәсе») 1890 йылда баҫылып сыҡҡан
- «Гакыйдәтел-әһлехак» («Дөреслек яклыларның ышанулары») — 1895 йылда баҫылган.
- «Тәргыйб» («Кызыксындыру») — 1898 йылда баҫылган.
Шиғырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Тәгъзия» («Юаныч») исемле лирик шиғырҙар йыйынтығы — 1897 йылда баҫылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Розалина НУРУЛЛИНА Ирек таңына ашкынып…//«Сөембикә», № 6, 2007.
- ↑ Харрасова Р.Ф. Уйлар Тукайга илтә. – Казан: ИЯЛИ, 2016. – б. 127 ISBN 978-5-93091-196-1
- ↑ Хәнифә Гыйсмәтуллина 2020 йыл 24 сентябрь архивланған. - Татар әдәбияты тарихы. Алты томда. 2 том / ХIХ йөз татар әдәбияты. – Казан: Татар. кит.нәшр., 1985.- 573 б.
- ↑ Лирон ХӘМИДУЛЛИН Зөһрә йолдыз — таң йолдызы: Зөһрә Акчурина
- ↑ Хәнифә Гыйсмәтуллина 2020 йыл 24 сентябрь архивланған. - Татар әдәбияты тарихы. Алты томда. 2 том / ХIХ йөз татар әдәбияты. – Казан: Татар. кит.нәшр., 1985.- 573 б.