Ғофран (мәсет)
Мәсет | |
Ғофран (мәсет)
Ғофран | |
Ғофран мәсете | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Республика | Башҡортостан |
Ҡала | Өфө |
Шәфҡәт итеүселәр | «Планета» концерны, «Социнвестбанк» һәм «Сентябрь» предприятиеһы |
Төҙөлөү датаһы | 1994 йыл |
Төп даталары: | |
Мәсет Викимилектә |
Ғофран" мәсете (ғәр. غفران — ғәфү итеү) — Өфө ҡалаһы мосолмандары дини ойошмаһы (Башҡортостан республикаһы). Ленин районы Мосолман зыяраты биләмәһендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағиҙел йылғаһы буйындағы мосолмандар зыяраты XIX быуаттың аҙаҡтарында булдырылған һәм һәм беренсе мәртәбә 1897 йылдағы карталарҙа билдәләнгән. Зыярат майҙаны 1904 йылда киңәйтелә, ә 1909 йылда бында ике ҡатлы ағас мәсет төҙөлә, уны Бишенсе йәмиғ мәсете тип атай башлайҙар. Мәсет 1960 йылда янғын ваҡытында зыян күрә һәм һүтелә.
Яңы мәсет 1994 йылда асыла һәм «Ғофран» исемен ала, ғәрәп теленән «ғәфү итеү» тип тәржемәләнә. Мәсеттең төҙөлөшө Өфөнән изгелек күрһәтеүсе «Планета» концерны, «Социнвестбанк» һәм"Сентябрь" предприятиеһының шәхси аҡсаларына төҙөлдө. Мәсет архитекторы — Илдар Сабитов. Беренсе имам-хатибы Ғәли хәҙрәт Хәсәнов була.
Хәҙер «Ғофран» мәсете — ябай һәм ҙур булмаған зыярат мәсете, бында ерләү йолалары, мосолман байрамдары һ. б. үткәрелә. Мәсет янында Ҡөрьәнде һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе балалар мәктәптәре, ә йәй көндәрендә — лагерь эшләй. Йома намаҙҙары синхрон рәүештә татар теленән урыҫ теленә тәржемә ителә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә мәсеттә балалар араһында Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә, ҡунаҡтар өсөн мәҙәни-мауыҡтырғыс программалар һәм традицион сәй менән былау ойошторола[1][2].
2008 йылдан алып «Ғофран» мәсетенең имам-хатибы Нух хәҙрәт Хәсәнов, алдағы имам-хатибының ағаһы.
Мәсет манараһын, ә һуңыраҡ мәҙрәсә һәм хәләл аҙыҡ-түлек магазины төҙөлөү планлаштырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Гуфран» готовится к Мавлиду . Рисәләт-Послание, религиозно-просветительская газета. Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 21 сентябрь архивланған.(урыҫ.). Рисәләт-Послание, религиозно-просветительская газета. Тәүге сығанаҡтан 2012 йыл 21 сентябрь архивланған. архивланған 21 сентябрь 2012. 13 май 2012 тикшерелгән.
- ↑ Уфа. В мечети «Гуфран» введена практика синхронного перевода пятничной проповеди (хутбы) с татарского языка на русский. REGNUM (3 апрель 2002). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.(недоступная ссылка)(урыҫ.). REGNUM (2002-04-03). Тәүге сығанаҡтан(недоступная ссылка) архивланған 21 сентябрь 2012. 13 май 2012 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гюльнур Иксанова. Гость редакции: Имам-хатыб мечети «Гуфран» Нух-хазрат . Рисәләт-Послание, религиозно-просветительская газета (26 декабрь 2009). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 27 май 2012 года. 2012 йыл 27 май архивланған.
- Мечеть на косогоре
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.