Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы
Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Буранғол ауыл советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | китапханасы, йәмәғәт эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы (1 ғинуар 1939 йыл) — китапханасы, йәмәғәт эшмәкәре, 1984—1996 йылдарҙа Әбйәлил районы Буранғол ауыл Советы хакимиәте башлығы, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәбитова Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы (Сабитова) 1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. 1961 йылдан алып Буранғол ауыл китапханаһы мөдире булып эш башлай, 1968 йылда Өфө китапхана техникумын тамамлай.
1967 йылда Буранғол ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана. Уның башланғысы менән башҡорт халҡының боронғо йолалары тергеҙелә, яңы байрамдар ойошторола. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Килендәр һәм ҡәйнәләр», «Ҡарға бутҡаһы», «Өлгөлө ҡайны һәм ҡәйнә», «Өлгөлө килен», «Өлгөлө йорт», «Бәпес туйы», «Йәгеҙ әле, килендәр!», «Шәжәрә», урам, сәскә, дарыу үләндәре байрамдары, герой әсәләрҙе, тол ҡатындарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, йәш ғаиләләрҙе, хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы хөрмәтләү тантаналарын үткәреү матур ғәҙәткә инеп китә. Ул үткәргән "Ҡаҙ өмәһе"н ҡарарға Мәскәүҙән данлыҡлы журналист Василий Песков килә. «Ауыл туйы» байрамы буйынса төшөрөлгән фильм халыҡ-ара кинофестивалдә күрһәтелә. 1978 йылда «Ҡарға бутҡаһы» байрамы буйынса Буранғолда Бөтә республика семинары ойошторола. 1988 йылда Үҙәк телевидение «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» тигән документаль фильм күрһәтте.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996)
- 2-се дәрәжә «Әсәлек миҙалы» (1978)
- БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы (1981)
- КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1981)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василий Песков «Купанье гусей», газета «Комсомольская правда», 25 ноября — 2 декабря 2010 г.
- «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Совет Башҡортостаны» гәзите, 17 июль 1985 йыл
- Гөлнара Күсәрбаева. «Халыҡ ғәме йөрәгендә», «Башҡортостан» гәзите, 29 апрель 2009 йыл
- М. Ғәбитова, Х. Барлыбаев. «Ҡайтараһы бурыстар күп», «Совет Башҡортостаны» гәзите, 4 март 1990 йыл
- Мәҙинә Йәғәфәрова. «Ил инәһе», «Йәшлек» гәзите, 7 март 2009 йыл
- Илдар Ғәбитов. «Уйҙар, уйҙар…» «Башҡортостан» гәзите, 4 июль 2014 йыл Уйҙар, уйҙар…
- Баныу Ҡаһарманова. «Исеме лә, үҙе лә — меңдәргә берәү», «Йәшлек» гәзите, 7 март 2014 йыл
- Марсель Ҡолоғәлләмов. «Изгелек орлоҡтары: очерктар». — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. — 128 бит.
- Буранғолдоң йөҙөк ҡашы