Эстәлеккә күсергә

Ғәйфуллин Андрей Юрьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйфуллин Андрей Юрьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Мәсәғүт, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре кандидаты[d]

Ғәйфуллин Андрей Юрьевич (27 октябрь 1974 йыл) — социолог. Социология Фәндәре кандидаты (2000). Доцент (2010).

Андрей Юрьевич Ғәйфуллин 1974 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Мәсәғүт ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң белем алыуын Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад факультетында дауам итә һәм 1997 йылда «Социология» һөнәре буйынса диплом ала. Уҡыуын артабан дауам итеп аспирантураға инә һәм уны 2000 йылда тамамлай. 2001—2006 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика бүлеге менән етәкселек итә. Бер үк ваҡытта БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡый һәм уны 2005 йылда тамамлай. 2006 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр секторы мөдире[1]. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Философия һәм социология факультетының Социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы мөдире[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2003)
Рәсәй Муниципаль академияһы президентының Рәхмәт хаты (2004)
Өфө ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2005, 2011)
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың Рәхмәт хаты (2010)
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең маҡтау ҡығыҙы (2011)[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрей Юрьевич фәнни эшмәкәрлегендә социаль идара итеү, идара итеү процестарын мәғлүмәт-аналитика йәһәтенән тәьмин итеү, йәмәғәт фекерен өйрәнеү һәм йәштәр социологияһына өҫтөнлөк бирә. 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы[1].

  1. Электорат Башкортостана: Монография./ Подред. Дж. М. Гилязитдинова. – Уфа: УОПУ ЮИ МВД РФ, 1999. – 175 с.
  2. Молодёжь Башкортостана на рубеже тысячелетий: Монография/ Под ред. Дж. М. Гилязитдинова, К. Ж. Давлетовой, Ю. Н. Дорожкина и др. – Уфа: УЮИ МВД РФ, 2001. – 211 с.
  3. Молодёжь Башкортостана: социально-экономический портрет: Монография. – Уфа: Гилем, 2006. – 148 с. / Под. ред. Дж.М. Гилязитдинова, Ф.С. Файзулина, С. В. Егорышева и др. – Уфа: Гилем, 2003. – 160 с.
  4. Насибуллин Р. Т., Гайфуллин А. Ю., Ильясов Ю. Т. и др. Молодёжь Башкортостана: социально-экономический портрет: Монография. – Уфа: Гилем, 2006. – 148 с.
  5. Гайнанов Д. А., Кириллова С. А., Печаткин В. В., Гайфуллин А. Ю., и др. Комплексная программа социально-экономического развития городского округа г. Уфа Республики Башкортостан на 2011 – 2015 годы. Часть I. – Уфа: Издательство «Слово», 2011. – 140 с.
  6. Гайнанов Д. А., Кириллова С. А., Печаткин В. В., Гайфуллин А. Ю., и др. Среднесрочная комплексная программа социально-экономического развития северо-восточных районов Республики Башкортостанна 2011-2015 годы. – Москва: Экономика, 2012. – 392 с.
  1. 1,0 1,1 1,2 Коллектив авторов. Социологи Башкортостана:Справочник:2-е изд. дополненное и переработанное / Бурханова Ф. Б.. — Уфа: Восточная печать, 2012. — С. 133—136. — 141 с. — ISBN 978-5-98755-121-2.
  2. Гайфуллин Андрей Юрьевич 2022 йыл 2 март архивланған.