Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы
Тыуған ваҡыты:

1 ғинуар 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Ҡазан губернаһы Сатламыш ауылы

Вафат ваҡыты:

13 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (75 йәш)

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1911-1963

Театр:

Башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

БАССР-ҙың халыҡ артисы (1944)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955

Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы, псевдонимы Хажи Бохарский (1 ғинуар 1899 йыл13 май 1974 йыл) — актёр, режиссёр, педагог. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1944). СССР Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1938). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы Ғәлимов 1899 йылдың 1 ғинуарында Ҡазан губернаһының Свияж өйәҙе Сатламыш ауылында (хәҙер Татарстан Республикаһының Апастов районына инә) тыуған.

1918 йылда Ҡыштым һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1931—1933 йылдарҙа Мәскәү театр училищеһы-производство комбинатында уҡый.

1919 йылдан Златоуст ҡалаһында халыҡ мәғарифы системаһында һәм һәүәҫкәр театрҙа артист — режиссёр булып эшләй.

1923—1968 йылдарҙа — Башҡорт академия драма театры артисы, режиссёры, администраторы, директоры һәм художество етәксеһе, театр музейының мөдире.

1926—1952 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Башҡорт театр-сәнғәт училищеһында уҡыта.

Режиссёр булараҡ У. Шекспирҙың «Отелло», «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Бай һәм хеҙмәтсе», «Фетнә» («Мятеж» Д. А. Фурманов романы буйынса), «Любовь Яровая» (К. А. Тренёв), «Күтәрелгән сиҙәм» («Поднятая целина», М. А. Шолоховтың шул уҡ исемле романы буйынса), «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» («Дружба и любовь», Мифтахов) һәм башҡа спектаклдәрҙе сәхнәгә сығара.

1974 йылдың 13 майында Өфө ҡалаһында вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолой Балтасов («Салауат», Б.Бикбай), Мамаев («Балҡанда, йәки Зимагорҙар», С. М. Мифтаховтың «Зимагорҙар» пьесаһы буйынса), Сәлих-бай («Бай һәм хеҙмәтсе», Х. Н.Хәмзә), Добчинский («Тикшереүсе» — «Ревизор», Н. В. Гоголь), Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — «Без вины виноватые», А. Н. Островский), фон Кальб һәм Вурм («Мәкер һәм мөхәббәт» — «Коварство и любовь», Ф.Шиллер). 1940 йылда Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы «Салауат Юлаев» фильмында Рыҫбай ролендә киноға төшә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зөбәйеров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928;
  • Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураhында: Мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 120-121 с. ISBN 5-295-02294-3.

Дом, в котором жил Галимов - Бухарский Х. Г. Коммунистическая улица, 54.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]