Эстәлеккә күсергә

Ҙур Ларусс энциклопедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур Ларусс энциклопедияһы
Сәнғәт формаһы һүҙлек
Жанр энциклопедия
Баҫма йәки тәржемә Энциклопедия Ларусса онлайн[d]
Әҫәрҙең теле Француз теле
Башланыу датаһы 1960
Тамамланыу датаһы 1964
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 10 том
Рәсми сайт larousse.fr/encyclopedie

Ҙур Ларусс энциклопедияһы (франц. Le Grand Larousse encyclopédique) — француз телендәге универсаль энциклопедик һүҙлек, Ларусс нәшриәте тарафынан 1960 йылдың феврале менән 1964 йылдың авгусы араһында нәшер ителә (артабанғы ике өҫтәлмәне һанамағанда).

Энциклопедия өс версияла йәшәй: Prestige («элита»), Intégrale («тулы») һәм Essentielle («база»). Prestige версияһы 150 мең статьянан, 12 мең иллюстрация һәм картанан тора.

Энциклопедияны төҙөүҙә редакция комитетындағы 70-тән ашыу кеше һәм 790 «сит» мөхәррир ҡатнаша, улар араһында мәшһүр шәхестәр һәм төрлө өлкәлә билдәле белгестәр бар: Франсуа Альбер-Буисон, Поль Бельмондо (скульптор), Марк Бенье, Ив Брейер, Джером Каркопино, Рене Кассен, Жак Шастене, Жак-Ив Кусто, Кристиан Дерош-Ноблекур, Жорж Дюби, Альбер Дюкрок, Жорж Дюамель, Рене Дюмон, Андре Франсуа-Понсе, Макс Галло, Пьер Гаксот, Жан Гитон, Эмиль Анрио, Мариель Жан-Брюнес Деламар, Фредерик Жолио-Кюри, Дидье Жулиа, Жакоб Каплан, Ив Лакост, Луи Лепринс-Ринке, Андре Леруа-Гуран, Антуан Леви-Мирепуа, Андре Моруа, Морис Надо, Жозе Луи Пастер Валлери-Радо, Режин Перну, Огюст Пиккар, Рене Ремон, Жюль Ромэн, Жан Ростан, Клод Сантелли, Альфред Сови, Һарун Тажиев, Эльза Триоле, Максим Вейган һәм башҡалар.

2008 йылдың 13 майында Ларусс нәшриәте энциклопедик онлайн-проект аса, уның маҡсаты Француз Википедияһына конкуренция яһау була[1].

Был сайтҡа энциклопедиялағы бөтә статьялар һәм баҫылмаған 10 000 иллюстрация ҡуйыла, улар Ларусс нәшриәте командаһының хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Был проектта мәғлүмәт Википедияла интернет ирекмәндәре яҙғандан айырылып торорлоҡ итеп төҙөлгән. Теркәлгән интернет-файҙаланыусы үҙ статьяһын яҙа ала. Оригиналь автор, авторлыҡ хоҡуғы яҡланғанға күрә, үҙ статьяһының тулы хоҡуҡлы авторы булып тора (статья larousse.fr сайтынан башҡа урындарҙа авторҙың яҙма рөхсәтенән тыш ҡулланыла алмай), ул шулай уҡ мөхәррирләү хоҡуғына ла эйә: үҙ статьяһына төҙәтеүҙәр индерә йә тексын тулыһынса юйҙыра ала.

Сайттың иң яҡшы авторҙарын дәртләндереү маҡсатында нәшриәт шулай уҡ «интернет-эксперт» исемен бирә ала.

  1. Larousse lance son «Wikipédia» 2009 йыл 4 август архивланған. — La Chaîne Info, 13 mai 2008