Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар (лат. Gyrinidae , рус. Вертячки ) — Adephaga аҫотрядынан ғаиләһе, аҫотрядындағы ҡуңыҙҙар ғаиләһе. 800 дән артыҡ төрө бар, Ҡара аяҡлы (Gyrinus marinus Gill) һәм һары аяҡлы (G. natator L.) ҡаймаҡсы ҡуңыҙҙар киң таралған.
4—7 мм, ҡара төҫтә, ғәҙәттә, өсте ныҡ ялтырый, ҡанат өҫлөктәренең осо тупаҫланған. Алғы аяҡтары оҙон, эләктереп алырға, урталағылары һәм арттағылары йөҙөүгә яйлашҡан. Күҙҙәре баш сығымы менән бүленгән. Өҫтәгеһе һауала күреү, аҫтағыһы һыу аҫтында күреү өсөн хеҙмәт итә. Йыйылған һәм аға торған һыуҙа йәшәйҙәр. Бөжәктәр араһында иң әйбәт йөҙөүселәр. Йыш ҡына һыу өҫтөндә тиҙ әйләнеп һәм борғаланып йөҙәләр, ҡурҡыныс янағанда сумалар. Йыртҡыстар. Ваҡ бөжәктәр һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Личинкаһы нәҙек һәм оҙонса, оҙонлоғо 14 мм-ға ҡәҙәр, һаңаҡтары менән һулай, һыу төбендә йәки үҫемлектәр араһында һыуҙа үҫә, йыртҡыс. Һыу ярындагы дымлы тупраҡта ҡурсаҡҡа әүерелә.
Һыу өҫтөндә ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар (Мичиган штаты, АҠШ).
Жадин В. И., Герд С. В. Реки, озера, водохранилища СССР, их фауна и флора. М., 1961; Бей-Биенко Г. Я. Общая энтомология. М., 1966; Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977.