Эстәлеккә күсергә

Ҡайғы ағасы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡайғы ағасы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Беслан
Урын Город ангелов[d]
Булдырыусы Заурбек Черменович Дзанагов[d]
В память о террористический акт в Беслане[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Бейеклеге/буйы 9 метр
Карта
 Ҡайғы ағасы Викимилектә

«Ҡайғы ағасы» — 2004 йылдың 1-3 сентябрендә Беслан (Төньяҡ Осетия — Алания) ҡалаһының 1-се мәктәбе бинаһында ойошторолған террористик акт ҡорбандарына һәйкәл. Террорсыларҙың мәктәпте баҫып алыуы һөҙөмтәһендә 333 кеше, шул иҫәптән 186-һы бала һәләк була[1]. 2005 йылдың авгусында ҡаланың мемориаль зыяратында ҡуйыла. Бронза композиция дүрт ҡатын-ҡыҙ фигураһы һымаҡ төҙөлгән ағас олононан ғибәрәт. Ағас сатыры һәләк булған балаларҙы символлаштырған фәрештәләрҙе тотҡан алға һонолған ҡатын-ҡыҙ ҡулдары төҫлө һынландырылған. Һәйкәлдең бейеклеге — 9 метр тирәһе[2]. Скульпторҙар Алан Корнаев һәм Заурбек Дзанагов[3] эшләгән.

Һәйкәлде асыу церемонияһында ҡала һәм Төньяҡ Осетияның башҡа райондарынан һәләк булғандарҙың, зыян күргәндәрҙең туғандары һәм яҡындары, республика башлығы Таймураз Мамсуров, парламент депутаттары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ президент Көньяҡ Осетия Эдуард Кокойты[4] ҡатнаша. Ҡыңғырауға һуҡҡандан һуң, набат тауышы яңғырай, һуңынан — метроном тауышы ишетелә. Алфавит тәртибендә мәктәптә бөтә һәләк булғандарҙың исемдәре атап үтелә. Һәйкәл асылғандан һуң, ҡулға эйәләшкән аҡ күгәрсендәр сығарылды, һәм улар бронза ағасҡа ҡунды. Зыяратҡа килгән кешеләр һәйкәлгә веноктар һәм сәскәләр һалды. Ставрополь һәм Владикавказ епискобы Феофан зыяратта иҫкә алыу хеҙмәтен атҡарҙы[5][6].

Композиция авторҙары Рәсәй художество академияһының[7] алтын миҙалына тәҡдим ителде. Монумент эшләгән Алан Корнаев «Биеннале-2005» Кубань һынлы сәнғәт әҫәрҙәре һөнәри конкурсында гран-при яуланы[8]. 2006 йылда һәйкәл авторҙары «һынлы сәнғәт» номинацияһы буйынса[9] ФСБ премияһына лайыҡ була.

Ҡайғылы церемониялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һәм Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы башлығы Таймураз Мамсуров һәйкәлгә сәскәләр һала. 2009 йылдың 8 авгусы

Теракт булған көндә йыл һайын һәйкәл янында матәм церемониялары үткәрелә[10]. Шулай уҡ был церемонияға ҡайһы берҙә илдең юғары етәкселеге лә килә: мәҫәлән, 2009 йылдың авгусында Рәсәй президенты Дмитрий Медведев, хәтер церемонияһында ҡатнашып, теракт ҡорбандарының монументына сәскәләр һалды[11].

  1. Захват школы в Беслане изначально планировался как теракт-самоубийство. РИА Новости (22 декабрь 2006). Дата обращения: 14 август 2017. Архивировано 14 август 2017 года.
  2. Готов памятник жертвам теракта в Беслане. Коммерсантъ (26 август 2005). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 6 июль 2013 года.
  3. Скульптор просит денег на монумент. Коммерсантъ (27 май 2005). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 11 февраль 2018 года.
  4. Николай Гритчин, Игорь Найденов. "Все кладбище было против этой поездки". Известия (5 сентябрь 2005). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 11 февраль 2018 года.
  5. Андрей Кондрашов. "Древо скорби" - в память о погибших. Вести (3 сентябрь 2005). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 11 февраль 2011 года.
  6. Ольга Алленова. Осетия оплакала Беслан. Коммерсантъ (5 сентябрь 2005). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 11 февраль 2018 года.
  7. Искусство Осетии. На крыльях вечности. osradio.ru (23 июнь 2009). Дата обращения: 11 февраль 2018. Архивировано 29 ноябрь 2013 года.
  8. Гран-при кубанского биеннале вручено за создание «Древа скорби», установленного в Беслане. REGNUM (31 ғинуар 2006). Дата обращения: 19 март 2017. Архивировано 19 март 2017 года.
  9. В Москве впервые вручили премии ФСБ России за лучшие произведения об органах безопасности. NEWSru.com (8 декабрь 2006). Дата обращения: 19 март 2017. Архивировано 19 март 2017 года.
  10. Дмитрий Тамерланов. Третий день "Вахты памяти": в Беслане вспоминали жертв теракта. Кавказский узел (3 сентябрь 2012). Дата обращения: 18 октябрь 2012. Архивировано 5 сентябрь 2012 года.
  11. Медведев возложил цветы к "Дереву скорби" в Северной Осетии. Вести (8 август 2009). Дата обращения: 8 сентябрь 2018. Архивировано 8 сентябрь 2018 года.