Эстәлеккә күсергә

Ҡала майҙаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Майҙан (майдан) — Ҡала йәки ауыл эсендәге асыҡ тигеҙ урын. Архитектура йәһәтенән ойошторолған, биналар һәм йәшел үҫемлектәр менән уратып алынған, ҡала һәм ауыл инфраструктураһы объекты[1]. Майҙандарҙың күбеһе асыҡ баҙарҙар, концерттар, сәйәси митингылар һәм тигеҙ ер талап иткән башҡа саралар өсөн яраҡлы ҡатмарлы ландшафт булып тора. Ҡала майҙандары ҡала үҙәгендә урынлашҡанлыҡтан, улар ғәҙәттә бәләкәй магазиндар менән уратып алынған. Уларҙың үҙәгендә йыш ҡына ҡоҙоҡ, һәйкәл, статуя йәки башҡа шундай архитектура объекты урынлашҡан. Фонтандары булғандарҙы ҡайһы берҙә фонтан майҙандары тип атайҙар.

Майҙандарҙың традицион атамалары: боронғо грек — агора, рим — форум, испан — плаза, немец — плац, француз — эспланада, көнсығыш (азия) —майдан (майҙан) (баҙар майҙаны[2]).

Айырып күрһәтәләр:

Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө)
Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙан, Рәсәй, төньяҡ-көнбайыштан күренеш, Василий Блаженный тарихи соборы һәм Спас башняһы
Брюсселдәге Grand-Place, Бельгия
  1. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең академик һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 2014 й. — С. 159-сы б..
  2. Майдан, площадь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)