Ҡала реформаһы (1870)
Ҡала реформаһы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 1870 |
1870 йылғы ҡала реформаһы (ҡала үҙидараһы реформаһы) — император Александр II үткәргән либераль реформаларҙың береһе, ҡала хужалығы хоҡуғына эйә булыу маҡсатынан үткәрелгән реформа.
Реформаға әҙерлек 1862 йылда уҡ башлана, 20 мартта Батшаның Юғары әмере иғлан ителә, уға ярашлы империя эске эштәр министрына бөтә Рәсәй ҡалаларында, Санкт-Петербургта ҡабул ителгән сараларҙан өлгө алып, кисекмәҫтән йәмәғәт тәртибен яҡшыртыу буйынса саралар күреү хоҡуғы бирелә. Әммә император уны, ентекле эшкәрткәндән һуң, 8 йылдан ғына иғлан итә.
Реформа тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылда реформа буйынса әҙерлек эштәре башланғас, губерна һәм өйәҙ ҡалаларында тәҡдимдәрҙе эшкәртеү өсөн 509 комиссия булдырыла. Әммә бөтә ҡатламдарға ла һайлау хоҡуғын биреү хөкүмәткә оҡшап етмәгәнлектән реформа тотҡарланып килә.
1864 йылда Валуев Петр Александрович етәкселеге аҫтында эске эштәр министрлығы тарафынан «Городовой положениеһы» булдырыла. Положение . Дәүләт советына йүнәлтелә, унда ул тағы ла ике йыл ҡаралмай ята. Башҡаса хәл итеп булмағанға күрә, Александр II «бөтә ҡатламлылыҡ» (всесословность) принцибын ҡабул итергә мәжбүр була һәм 1870 йылдың 16 ноябрендә закон үҙгәртелгән рәүештә ҡабул ителә. Әлеге закон нигеҙендә урындағы үҙидарала икенсе реформа башлана.
Реформа положениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала йәмәғәт идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Городовой Положениеһы"ның 2-се статьяһы менән ҡала йәмәғәт идаралыҡтары индерелә, уларҙың ҡарамағында хужалыҡ мәсьәләләре тора: ҡаланың тышҡы төҙөкләндереүе, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, янғын хәүефһеҙлеге, пристандәр, биржалар һәм кредит учреждениеларҙың ҡоролошо.
15-се статьяла ҡала үҙидаралығы учреждениелары иҫәбенә ҡала һайлау йыйылышы, дума һәм ҡала управаһы инеүе күҙ уңында тотола тип иғлан ителә.
Һайлау йыйылышының төп функцияһы булып 4 йылға бер тапҡыр ҡала думаһына гласныйҙарҙы һайлау тора.
Дума 4 йылға бер тапҡыр һайлана һәм уның 35-се статьяһына ярашлы һайлау хоҡуғы булған һәр кем Дума ағзаһы була ала, христиан динендә булмағандарҙың һаны гласныйҙарҙың дөйөм һанынан өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә ала. Думаға ҡала башлығы етәкселек итә һәм ул йәһүдтәрҙән була алмай.
Дума губернатор ҡарамағында була. Дума ултырыштары ҡала башлығы ихтыяры, губернатор талабы йәки гласныйҙарҙың биштән бер өлөшө теләге менән тәғәйенләнә. Думаның төп функциялары[1]
- ҡала хужалығы һәм йәмәғәт идараһы эштәрен туранан-тура башҡарыу;
- дума өсөн кәрәкле мәғлүмәт йыйыу;
- ҡала сметаларын төҙөү;
- ҡала йыйымдарын алыу һәм уларҙы тотоноу, дума алдында отчет эшмәкәрлеге тураһында отчет яһау
Управа дума ҡарарын законһыҙ тип иҫәпләнгән осраҡта Дума эштәренә губернатор ҡыҫыла ала.
Думаға һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәң 509 ҡалаһында думалар — ҡатламһыҙ ҡала үҙидараһы органдары — индерелә. Уларҙы һалым түләүселәр 4 йылға бер тапҡыр һайлай. Һалымдар түләү күләме буйынса һайлаусылар өс һайлау йыйылышына бүленәләр.
Һайлаусыға ҡарата талаптар:
- Рәсәй империяһы подданыйы булырға тейеш;
- 25 йәштән олораҡ булырға тейеш;
- Уның милке булырға тейеш;
- Һалым йыйымдары ваҡытында түләнгән булырға тейеш.
Һайлаусы хөкөм ителгән, вазифанан бушатылған йәки тикшереү аҫтында булмаҫҡа тейеш. "Ҡала Положениеһы"ның 24-се статьяһына ярашлы һалым түләү буйынса сорттарға айырылған исемлек төҙөлә. Беренсе һәм икенсе һайлау төркөмдәренә (йыйылышына,ҡатламына) дөйөм һалым йыйылмаһының өстән бер өлөшөн түләүселәр ҡарай, ә өсөнсө төркөмгә башҡа һайлаусылар индерелә. Разрядтар буйынса төҙөлгән исемлек ҡала думаһына йүнәлтелә. Ҡала башлығы гласныйҙар иҫәбенән һайлана. Тауыш биреү йәшерен рәүештә үткәрелә. Ҡала башлығы кандидатураһы ҡала рангына ярашлы ҡала губернаторы (ҙур булмаған ҡалаларҙа) йәки эске эштәр министры тарафынан (ҙур ҡалаларҙа) раҫлана. Ғәҙәттә управа менән етәкселек иткән ҡала башлығы шулай уҡ ҡала думаһы рәйесе булып тора.
Реформа һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1870 йылғы реформа ҡала сауҙа-сәнәғәт үҫешенә сәбәпсе була ҡала, ул ҡала йәмәғәт идара итеү органдары системаһын нығыта. Александр II-нең реформалар һөҙөмтәләренең береһе булып йәмәғәтселекте граждан тормошона йәлеп итеү тора. Яңы урыҫ сәйәси мәҙәниәте өсөн нигеҙ һалына.
Әммә ҡала үҙидараһы реформаһы бәләкәй ҡалаларҙа яңы проблема тыуҙыра — закон буйынса килемдең бер өлөшө хөкүмәт учреждениеларын, полиция һәм башҡа дәүләт структураларын тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Шуның өсөн улар ҡала проблемаларын хәл итеүҙә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар кисерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арсеньев К. К., Латышев С. М.,. Город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- «Рус донъяһы тарихы» Франциевич Евгений Шмурло
- Писарькова Л. Ф. Городские реформы в России и Московская дума / Институт российской истории РАН. — М.: Новый хронограф; АИРО-XXI, 2010. — 736, [16] с. — (Российское общество. Современные исследования). — ISBN 978-5-91022-071-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Городовое положение 1870 года»
- Статья в БСЭ
- Городовое положение 1870 года (части 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8, 9, 10, 11, 12, 12, 13, 14, 15, 16) и указ о его утверждении (части 1, 2 и 3)
- Именной указ, данный Правительствующему сенату 1870 Года, Июня 16 (28) 2016 йыл 19 июнь архивланған.. 16(28).06.1870. Проект Российского военно-исторического общества «100 главных документов российской истории».