Ҡала управаһы бинаһы (Тотьма)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Был мәҡәләлә ҡала идаралығы булған йорт тураһында һүҙ бара, йорт XVIII быуат уртаһында Вологда өлкәһеТотьма ҡалаһында төҙөлгән булған
Ҡала управаһы бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тотьма
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Тотьма[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Советская улица, 6
Карта
 Ҡала управаһы бинаһы (Тотьма) Викимилектә

Ҡала управаһы бинаһы — ике ҡатлы кирбес бина XVIII быуаттың икенсе яртыһында Вологда өлкәһенең Тотьма ҡалаһындағы Совет урамында төҙөлгән. Федераль әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта ҡоролма административ бина сифатында ҡулланыла.

Ҡала управа бинаһыВологда өлкәһе Тотьма ҡалаһындағы ике ҡатлы кирбес бина XVIII быуаттың икенсе яртыһында Совет урамында төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта ҡоролма административ бина сифатында ҡулланыла.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙәрәк был ҡоролма торлаҡ йорт була, уны сауҙагәр Пановтар ғаиләһенең аҡсаһына XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөйҙәр – тап ошо осорҙа Тотьма ҡалаһында уникаль ғибәҙәтханалар ҙа төҙөлгән, бөгөн улар ҡаланың визит карточкаһы булып тора[2].

1806 йылда, мираҫ булып ҡалған йортто бурысты ҡаплау өсөн Г. И. Кокоревҡа һатҡандар, һәм ул ике йылдан һуң, йортто тағы ла уңышлыраҡ итеп һатып, 55 % табыш алған. Бинаны Тотьманың мещан һәм сауҙагәрҙәр йәмғиәте һатып ала. Был килешеүҙән һуң йорт ҡала йәмиғ урынына әүерелә, һуңыраҡ бында ҡала управаһы тора[3].

Был бинала Совет власы ваҡытында балыҡ, аяҡ кейеме магазиндары, һаҡлыҡ банкыһының офисы бер аҙ ваҡыт урынлашҡан була. Әле лә халыҡ хәтерендә, нисек 1970-сы йылдар тирәһендә икмәк магазины янында оҙон сираттың торғаны.

Бинаның ҡабырға яғынан күренеше
Ихатанан ҡарағандағы күренеше
Тәҙрәләренең рамдары

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы таш йорт иҫке Сауҙа майҙанының үҙәгендә урынлашҡан, фасады менән Сретенский сиркәүенә ҡарап тора. Бина тура мөйөшлө ҙур кирбес ҡоролма. Кирбесенең декоры һары төҫтә, ҡайһы бер урындарында аҡҡа буялып билдәләнгән урындары күренеп тора. Йорт түбәһе көмбәҙле, стеналарында уйымдар бар.

Йорттоң беренсе ҡаты магазиндар өсөн ҡулланыла, шуға күрә уның бер нисә айырым һәм шәхси ишектәре бар. Ҡоролманың бөтә бүлмәләре үҙ-ара бәйләнешкән. Икенсе ҡатҡа менеү урыны бинаның төньяғында урынлашҡан, ағас баҫҡыстар коридорға табан алып бара. Икенсе ҡаттың бүлмәләре көньяҡта анфилада итеп ойошторолған. Йорттоң эске стеналарының береһендә сарҙаҡҡа алып сығыусы баҫҡыс тора. Диуарҙарҙың ҡалынлығы бер метрҙан ашыу. Икенсе ҡаттағы бүлмәләр биш метр бейеклектә. Бинаның элекке эске биҙәлеше һаҡланмаған. Тышҡы стеналарын пилястрҙар биҙәй. Тәҙрәләре кирбес ҡашаға менән уратылған. Бинаның юғары өлөшөндәге кирбес кәрниз алға табан сығарып төҙөлгән ҙур ағас кәрнизгә талғын ғына күскән[4].

Совет осоронда күп кенә бүлмәләр үҙгәртеп ҡоролған, уларға айырым ишектәр ҡорғандар. Бинаны йылытыу үҙәк йылытыу менән алмаштырылған.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был йорт хәҙер буш. 2000-се йылдарҙа бында ҡаҙна бүлексәһе һәм «Севергазбанк»ыһының офисы урынлашҡан[5], бер аҙ ваҡыт бында магазиндар ҙа эшләгән. Бинаға ремонт һәм реставрация эштәре талап ителә.

Ҡоролма Тотьма Сауҙа майҙаны ансамбленә ингән һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[6].

Документ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Указ Президента РФ от 20.02.1995 г. № 176 г. Москва. «Об утверждении Перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президента РФ № 176 от 20.02.1995
  2. Здание Городской Управы. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.(недоступная ссылка)
  3. Тотьма. Дом купцов Пановых. 1770-1780-е гг. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
  4. QR-35 - Здание городской управы. Дата обращения: 30 ноябрь 2020. 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
  5. Здание Городской Управы. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
  6. COM_MTREE_OPENGRAPH_TITLE_VIEWLINK (рус.). Дата обращения: 30 ноябрь 2020. 2020 йыл 10 август архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]