Ҡалды (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалды —— башҡорт халыҡ йыры.

Риүәйәте һәм һүҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бынан бик күп йылдар элек Әлмәт ҡарттың Мәликә исемле ҡыҙына Ғәббәс исемле байҙан яусы килеп төшкән.

— Бала сағында ҡыҙымдың ҡолағын тешләгән Мөхтәр исемле егете бар. Шуға кейәүгә бирергә ниәтләп торабыҙ. Оло урындан килгән яусы булһаң да, һорауыңды кире ҡағырға тура килә, — тигән ҡыҙҙың атаһы яусыға.

— Мөхтәр тигәнең, ҡыш булһа, һунарға йөрөүҙән, йәйен һал ағыҙып, йылға буйын ҡыҙырыуҙан бушамай, — тигән яусы, — тамағы ашҡа туймай, өҫтө-башы кейемгә йәлсемәй. Бер тамағын да туйҙыра алмаған шул йолҡошҡа ғәзиз балаңды биреп, ғүмерен заяға үткәрергә теләйһеңме?! Ғәббәс байға бирһәң, өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, бер мохтажһыҙ донъя көтәсәк. Күңелең тыныс. Барһаң, ҡунаҡ булып йөрөрһөң, исмаһам.Өҫтәүенә ҡалымына — ни тиклем мал. Туй үткәреү сығымын үҙ өҫтөнә ала. Шундай урындан баш тартырға нисек баҙнат итәһеңдер?..

— Байлык — бер айлыҡ, тигәндәр боронғолар, — ти Әлмәт ҡарт. — Ҡыҙымды көсләп Ғәббәс байға бирһәм, баланың күҙ йәше башыма төшәсәк, мин уны көсләп бирә алмайым.

— Ҡыҙ баланың ғүмере шулай инде, бөгөн ата менән әсә ҡулында, үҫеп еткәс — барыбер кейәү ҡулына күсә. Башта ҡыҙ баланың күҙ йәше түгелә инде ул. Һуңынан бөтәһе лә онотола. Ғәббәс бай — бик шөһрәтле кеше. Өйөнән кантон, старшина кеүек түрәләр өҙөлмәй. Уның бер һүҙ менән мең кешене юҡ итерлек форсаты бар, ҡарышып торма, — тигән дә яусы ҡайтып киткән.

Ҡыҙҙың атаһы риза булған. Ҡалым малдарын барып алып ҡайтҡан. Был хәбәрҙе ишеткәс, Мәликә бик ҡайғырған. Иҫе-аҡылы китеп илаған. Етмәһә, һөйгән егете Мөхтәр кәсеп итергә ситкә сығып киткән булған. Мәликә уға хәбәр ебәргән:

— Мине байға көсләп кейәүгә бирәләр. Яратһаң, тиҙерәк ҡайтып ҡотҡар, — тигән.


Бына Ғәббәс бай туйға килеп тә еткән. Әммә Мөхтәр һаман ҡайтмаған. Ҡыҙ, көтә-көтә арығас, егеттең ҡайтыуына өмөтөн өҙөп, бәләкәй саҡта ҡымыҙлыҡ йыйып йөрөгән ерҙәрен ҡарап ҡайтырға сығып киткән. Мәликә тау битендәге ҡая ташҡа менеп, тирә-яҡҡа ҡаранып, егетем менән бәхилләшеү ошо булыр инде, тип, тау-таштарҙы яңғыратып йырлаған.

Бәләкәй генә бүртә, әкрен юрта,

Әкрен-әкрен баҫып тиҙ етә.

Ҡырыҡаларҙа түгел, сәхрәләрҙә

Йәшлек ғүмерем заяға тик үтә.

Ярһып ҡайтҡан егет, ҡыҙының өйҙә юҡлығын белгәс, эҙләп шул яҡҡа киткән. Мәликә инде ҡаянан ташланайым тигәндә, егеттең ҡурай моңон ишетеп ҡалған. Егете уны килеп тапҡан. Ҡыҙ уның күкрәгенә һарылған.

— Һөйөклөм, — тигән ҡыҙ уға, — байҙар һине үлтерергә йыйыналар, зинһар, күренмә!

Егет әйткән:

— Байҙан ҡотолоу өсөн бер генә юл бар: йә ул, йә беҙ йәшәргә тейеш. Һин бер ни белмәгәндәй өйөңдә бул, мин байҙы үҙем ҡаршы алырмын. Атынан ҡолатып төшөрөрмөн дә, һине ултыртып алып китермен.

Ҡыҙҙы ул ауылға оҙатып ҡуйған. Үҙе ҡыйыу эшкә тәүәкәлләнеп тороп ҡалған. Оҙаҡ та үтмәй, Ғәббәс бай юлға сыҡҡан. Бейек тау юлының бер ҡыҫыҡ ерендә аттары әкренләгән ваҡытта байҙың маңлайына бер уҡ килеп тә ҡаҙалған. Әйләнеп китеүенә йөрәгенә икенсе уҡ килеп тейгән. Байҙың эйәрсәндәре сыр-сыу килеп кире ҡасҡан. Егет, бай аттарына ултырып, алға сапҡан. Бай кейәүҙең килеүен көткән кешеләр, ауылдаштары Мөхтәрҙе күргәс, бик аптырағандар. Егет шунда уҡ һөйгән ҡыҙын атҡа ултыртып, ауылдан сығып та киткән. Билдәһеҙ яҡҡа ҡасып китеп, донъя көткәндәр улар. Шул ваҡиғанан һуң ҡыҙ Мөхтәргә арнап ошо йырҙы сығарған.

Ҡалды ғына тауы, ай, ҡалд(ы) инде,

Һар(ы) баш, һар(ы) баш үлән алды инде.

Йән һөйгән дә йәрем ҡаршы алды, -

Йәнкөйөктөң йәнен алды инде.

Ҡалды ғына тауы бигерәк бейек,

Өҫтәренән атлай аҡ кейек.

Йән һөйгән дә йәрем ҡулына алды,

Ятып ҡалды бахыр йәнкөйөк…

Уға яуап итеп, егет былай тип йырлаған:

Күгәрепкәй ятҡан Ҡалды тауын

Тур(ы) аттарға менеп ураным.

Йәштән һөйгән йәрҙе алам тибүк,

Яуыз байға ҡулым янаным…

Ике йәш йөрәк бергә ҡушылып, бер-береһен яратып йәшәгәндәр. Тик Мөхтәр кешегә ҡул һуҙыуҙан выждан ғазабы кисергән. Тыуған яҡҡа ҡабат ҡайта алмай — иң ҙур яза булған уға. Шул ваҡыттан һуң ул урынға Ҡалдытау тигән исем биргәндәр. Егет менән ҡыҙ сығарған йырҙы Ҡалды тип йөрөтөр булғандар.

Нотаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]